Бутенко Раиса Георгиевна
Бутенко Раиса Георгиевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 сентябрь 1920[1] |
Тыуған урыны | Кабыльщина[d], Бельский уезд[d], Смоленск губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 26 март 2004 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Востряково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | биолог |
Эшмәкәрлек төрө | биология[2], Үҫемлектәр физиологияһы[2] һәм цитология[d][2] |
Эш урыны |
Рәсәй Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге үҫемлектәр физиологияһы институты[d] МДУ-ның биология факультеты[d] |
Уҡыу йорто | К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d] |
Ғилми исеме | Члены-корреспонденты РАН за всю историю существования[d], академик ВАСХНИЛ[d], профессор[d] һәм действительный член РАСХН[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] (1963) |
Кемдә уҡыған | Михаил Чайлахян[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бутенко Раиса Георгиевна (13 сентябрь 1920 йыл — 26 март 2004 йыл) — ғалим-үҫемлектәр физиологы, күҙәнәк биологияһы белгесе; Биология фәндәре докторы (1963), СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1974), ВАСХНИЛ академигы (1988, 1986 йылдан бирле ағза-корреспонденты). 300 научных хеҙмәт авторы, уларҙың күбеһе сит илдәрҙә баҫылған.
«Үҫемлектәрҙең соматик күҙәнәктәренең парасексуаль гибридизацияһы (ҡушылған) ваҡытында цитоплазманың ген детерминантының ике яҡлы мираҫ күренеше» фәнни асылышының авторы. Уның етәкселегендә Бөтә Рәсәй күҙәнәк культуралары коллекцияһы һәм үҫемлек объекттарының криобанктары булдырыла.[3]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Раиса Георгиевна Бутенко 1920 йылдың 13 сентябрендә Смоленск губернаһының Бельское өйәҙе Кабылщина ауылында тыуған (башҡа сығанаҡтар буйынса Аҡ ҡалала[3]).
1942 йылда ул Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай (МСХА). 1942—1944 йылдарҙа Үзбәкстан ССР-ында, Эске эштәр министрлығының дәүләт фермаһында агроном булып эшләй. 1944 йылдан ул Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1947 йылда Мәскәү ауыл хужалығы академияһының аспирантураһын тамамлай, 1948 йылдан биология фәндәре кандидаты. 1947 йылдан ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр Райса Бутенко Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге Үҫемлек физиологияһы институтында эшләй: 1970 йылдан — туҡымалар культураһы һәм морфогенез лабораторияһы мөдире; 1986—1996 йылдарҙа — Күҙәнәк биологияһы һәм биотехнология бүлеге мөдире; 1996—2004 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Шул уҡ ваҡытта, 1971 йылдан Бутенко — Мәскәү университетының биология-ер (1973 йылдан — биология) факультетының үҫемлек физиологияһы кафедраһы профессоры.
Р. Г. Бутенко Беренсе Чайлахян уҡыуҙарын ойоштороу комитеты ағзаһы (1993), һәм был уҡыуҙарҙа беренсе лекция уҡый. Беренсе Чайлахян уҡыуҙарының икенсе лекцияһы авторы — профессор Антон Георгиевич Ланг[4]
Раиса Бутенко Мәскәүҙә, Мичуринский проспектында, 12, корп. 1 йәшәй. 2004 йылдың 26 мартында Мәскәүҙә вафат була. Уны Востряковское зыяратында ерләйҙәр.
Маҡтаулыисемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- Октябрь Революцияһы ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн. В. И. Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы.
- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бутенко Раиса Георгиевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 3,0 3,1 БУТЕНКО Раиса Георгиевна // Биографическая энциклопедия РАСХН, ВАСХНИЛ
- ↑ Мир Чайлахяна — это мир учёных
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бутенко Раиса Георгиевна // Московская энциклопедия. / Гл. ред. С. О. Шмидт. — М., 2007—2014. — Т. I. Лица Москвы: [в 6 кн.].
- Бутенко Раиса Георгиевна на сайте Архивов РАН
- Бутенко Раиса Георгиевна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- 13 сентябрҙә тыуғандар
- 1920 йылда тыуғандар
- 26 мартта вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Востряково зыяратында ерләнгәндәр
- К.А.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы акададемияһын тамамлаусылар
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Биология фәндәре докторҙары
- СССР ғалимдары