Бәхтегәрәй (исем)
Бәхтегәрәй — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәхтегәрәй ғәрәп теленән алынған. Бәхет (бәхетле) + гәрәй (фарсы теленән — эйәреүсе, дауам итеүсе; ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (5 февраль 1897 йыл — 19 август 1918 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.
Зәйнәғәбдинов Бәхтегәрәй Йәләлетдин улы (1903 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
Бәхтегәрәй хәҙрәт Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылында 1857 йылда тыуған. Ауыл имамы Ғәбдрәшит бабай Кәримов һәм башҡа ауыл аҡһаҡалдарының һөйләүе буйынса, Бәхтегәрәй Әбделғәни улына халыҡ әүлиә тип исем биргән. Ул доғалар менән кешеләрҙе өшкөргән, балалар уҡытҡан, дин ғилеме биргән. Әүлиәнең әйткәндәре буйынса, кешене ҡәбергә күмгәс, күмеүселәр таралышҡас, Бәхтегәрәй бабай зыяратта тороп ҡалыр булған. Мөнкир, Нәкир фәрештәләре мәрхүмдән һорау алырға килгәндә, ул яуап бирешеп торған[2].
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәхтегәрәев Хәким Бәхтегәрәй улы (1903 йыл — 10 июль 1942 йыл — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой, кавалерист , ҡылыссы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы) (рус. Бахтигареево; шулай уҡ Манһыр (рус. Мансурово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Бәхтегәрәй (Мерәҫ ауыл Советы, Баймаҡ районы) (рус. Бахтигареево, икенсе исеме Әпек) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Бәхтегәрәй» — Әсғәт Мирзаһитовтың өс шаршаулыҡ драма әҫәре.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ БӘХТЕГӘРӘЙ ХӘҘРӘТ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |