Вардзиа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вардзиа
груз. ვარძია
Рәсем
Нигеҙләү датаһы XII быуат
Нигеҙләүсе Тамара
Дәүләт Грузия
Административ-территориаль берәмек Самцхе-Джавахети[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1300 метр
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Commons-logo.svg Вардзиа Викимилектә

Вардзиа (груз.ვარძია) — Грузияның көньяғында, Джавахетиялағы XIIXIII быуат мәмерйә монастырь комплексы. Грузин урта быуат төҙөлөшөнөң күренекле архитектура ҡомартҡыһы. Самцхе-Джавахети крайының Аспиндзский районында, Кура (Мтквари) йылға үҙәнендә, Боржоми ҡалаһынан көньяҡҡа табан яҡынса 100 км алыҫлыҡта, шул уҡ исемле ауыл янында урынлашҡан.

Кураның һул яры буйлап 900 м дауамында Эрушети тауының аҫылынып торған туф диуарында 600-ға тиклем бина уйылған: сиркәүҙәр, часовня, торлаҡ хөжрәләр, келәттәр, мунсалар, ашханалар, ҡаҙна һаҡлағыстар, китапханалар. Комплекстың биналары ҡаяның 50 м тәрәнлегенә китә һәм һигеҙ ҡатлыҡ бейеклеккә күтәрелә. Биналарҙы тоташтырыусы йәшерен юлдар, һыу үткәргес ҡалдыҡтары һәм һуғарыу системалары һаҡланған.

Монастырҙың уртаһында Успение Пресвятая Богородицаға бағышланған төп ҡорам урынлашҡан. Зал тибындағы ҡорам көмбәҙ менән ҡапланған һәм пилястралар менән биҙәлгән, диуарҙарында фреска биҙәктәре (шул иҫәптән Георгий III һәм батшабикә Тамараның һүрәттәре, 1180 й.й., оҫтаһы Георгий). Успение Божья Матерь, Вознесение һәм Преображениеның фрескалары ҙур тарихи-художество ҡиммәттәргә эйә.

Вардзиа монастыры ансамбле башлыса 1156—1205 йылдарҙа Георгий III һәм уның ҡыҙы батшабикә Тамара идаралығы ваҡытында төҙөлгән. Грузияның көньяҡ-көнбайыш сигендә урынлашҡан монастырь-ҡәлғә Кура йылғаһы тарлауығын иранлыларҙан һәм көньяҡтан төрөктәрҙән һаҡлаған. Шул ваҡытта монастырҙың бөтә биналары ҡая менән йәшеренгән, өҫ яғы менән тик өс ер аҫты юлы тоташтырған, улар аша яугирҙәрҙең ҙур отрядтары дошман өсөн бөтөнләй көтмәгәндә килеп сыҡҡан. 1193—1195 йылдарҙа төрөктәр- сәлжүктәр менән һуғыш осоронда батшабикә Тамара үҙенең һарайы менән Вардзиала булған. Бында рухани Иоанн Шавтели эш алып барған.

Халыҡ этимологияһы «Вардзиа» атамаһының килеп сығышын түбәндәге легенда менән аңлата. Бер мәл, батшабикә Тамара бәләкәй ҡыҙ булған сағында, ул ағаһы менән әле төҙөлөп бөтмәгән монастырҙың мәмерйәһендә уйнаған. Ниндәйҙер бер мәлдә егет баланы мәмерйә лабиринттарында күҙҙән юғалта, шул саҡ бәләкәй Тамара: «Мин бында, ағай!» (груз«ვარ აქ, ძია», «Ак вар, дзиа!») тип ҡысҡыра. Батша Георгий III ҡыҙының ошо ҡысҡырған һүҙен монастырҙың атамаһы итергә бойора.

1283 йылда Самцхела ҙур ер тетрәү була, һөҙөмтәлә ҡаянан 15 м ҡалынлығындағы тоҡом айырыла һәм Кураға йығыла. Комплекстың өстән ике өлөшө тиерлек емерелә һәм ныҡ зыян күрә, күп биналар асыҡ ҡала. Шулай итеп, Вардзиа оборона әһәмиәтен юғалта. XIII быуат аҙағында XIV быуат башында Самцхе кенәзе Беки Джакели хакимлығы ваҡытында монастырь тергеҙелә һәм төҙөлә; атап әйткәндә, тыштан манара төҙөлә.

Батшабикә Тамараны һүрәтләгән фреска

1551 йылда монастырҙы фарсы шаһы Тахмасла ғәскәрҙәре, ә XVI быуат аҙағында төрөктәр баҫып ала. Төрөк яугирҙәре монастырҙың төп ҡорамы бинаһында хәлһеҙләнгән һәм ауырыу монахтарҙы тереләй яндыра. Был вәхшилек һәм ҡанһыҙлыҡ акты ғибәҙәтхананың уникаль фрескаларының һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ итә — улар ҡалын ҡором ҡатламы аҫтында бикләнеп ҡала. Артабан ҡором ҡатламы ҡышын монастырҙың мәмерйәләрендә ышыҡланған төрөк көтөүселәренең усағы арҡаһында тағы ла ҡалыная.

1828 йылда Джавахетияны төрөктәрҙән рус ғәскәрҙәре азат итә. Күпмелер ваҡыт үткәс, православ гректары тарафынан Вардзиала монастырь тормошо яңыртыла.

Совет осоронда Грузияла монахлыҡ юҡҡа сығарыла; 1938 йылда Вардзиа комплексы музей-ҡурсаулыҡ итеп иғлан ителә. 1980 йылда Грузияның Патриарх-Католикосы Илия II Вардзиала монах тормошо өсөн көрәш башлай. 80-се йылдар аҙағында ул монастырҙа беренсе литургияны үткәрә. Хәҙер Вардзиа, монахтары элекке быуаттарға ҡарағанда әҙ һанлы булһа ла, эшләп килеүсе монастырь булып тора.

2004 йылдың сентябрь айында Грузияның мәҙәниәт, ҡомартҡы һәм спортты һаҡлау министрлығы монастырь комплексын реставрациялау, комплекстың өҫкө ҡаяларын таҙартыу, хәүефле ярыҡтарҙы тултырыу һәм уларҙың киңәйеү процесын туҡтатыу, таштарҙы тотоп тороусы таяуҙарҙы тергеҙеү буйынса эштәр башҡара.

Әлеге ваҡытта Вардзиа монастыры көньяҡ Грузияла туристар өсөн иң иҫтәлекле урындарҙың береһе булып тора. 2005 йылда комплексты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында мәсьәлә ҡуйыла.

Вардзия тирә-яғында тағы ла башҡа күп мәмерйә ҡалалары бар, сөнки был урын борондан изге тип һаналған. Мәмерйә ҡалаларынан тыш ҡалҡыулыҡтарҙа башҡа метал ҡаралтыларҙы табырға мөмкин, ә юғарыраҡ тауҙарҙа, иң боронғо метал Абули һәм Шаори ҡәлғәләре бар. Тағы Мгелис-Цихе (Бүре ҡәлғәһе) бар, әммә ул төрөктәр яғында урынлашҡан. Мәмерйә ҡалаларынан бигерәк тә Ванис Квабеби (Ван мәмерйәләре) айырыуса ҡыҙыҡлы, ул раҫланмаған, әммә аныҡ мәғлүмәттәр буйынса, Вардзиа менән өс километрлы ер аҫты юлы менән тоташа. Уның ер тетрәү һөҙөмтәһендә емерелеүе ихтимал.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ванис Квабеби
  • Давидо-Гареджийский монастырский комплекс