Эстәлеккә күсергә

Вафин Мөнир Мәхмүт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вафин Мөнир Мәхмүт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Вафин Мөнир Мәхмүт улы (16 ғинуар 1961 йыл) — журналист һәм шағир. «Толпар» журналының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта «Азатлыҡ» радиоһының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2011).

Мөнир Мәхмүт улы Вафин 1961 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында тыуған, урта мәктәпте шунда тамамлай. 1982—1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. 1985—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Студент йылдарында бындағы татар—рус бүлегендә эшләп килгән «Акчарлаклар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә, уның етәксеһе була.

1990 йылда БДУ-ла уҡыуын бөтөргәс, хеҙмәт эшмәкәлеген журналистикала башлай. Ул уҙған ХХ быуаттың 90-сы йылдарында республикала татар телендә сығып килеүсе «Өмөт» гәзитен һәм «Толпар» журналын ойоштороусыларҙың береһе, баҫманың яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара, әле журналдың шиғриәт, сәнғәт һәм сатира—юмор бүлеге мөдире[1]. Бер үк ваҡытта 1994 йылдан «Азатлыҡ» радиоһының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе.

  • «Йөрәгем киҫәктәре» исемле шиғырҙар йыйынтығы өсөн Мөнир Вафин 2011 йылда Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге премияһына лайыҡ булды[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһының идара ағзаһы[1]
  • Башҡортостан Яҙыусылар союзының Татар ижадсылары берләшмәһенең шиғриәт секцияһы етәксеһе

Әҙип тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Романов В. Певец любви к родной земле (К 55-летию поэта и публициста Мунира Вафина). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 16 ғинуар[3](рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2016)
  • Рамазанов Р. Поэт и публицист Мунир Вафин отмечает юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 16 ғинуар[4].
  • Һүҙҙәр сәстем: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2001. — бит.
  • Донъя —ҡуласа: Шиғырҙар. — Ҡазан, Татарстан китап нәшриәте, 2004. — бит. (тат.)
  • Йөрәгем киҫәктәре: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2007. — бит.
  • Маҡтансыҡ Ғата: Балалар өсөн шиғырҙар. — Ҡазан, Татарстан китап нәшриәте, 2011 — бит. (тат.)
  • Тынлыҡ моңо: Шиғырҙар. — Өфө, Китап, 2011. — 152 бит.  (тат.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]