Ваһапов Роберт Фәнил улы
Ваһапов Роберт Фәнил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 18 март 1959 (65 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлебаш, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәнәғәт, дәүләт эшмәкәре |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ваһапов Роберт Фәнил улы (18 март 1959 йыл, БАССР-ҙың Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы) — сәнәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Подполковник (2010). Иҡтисад фәндәр кандидаты (2003), Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2010), Рәсәй Федерацияның почетлы машина эшләүсеһе (2014)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роберт Фәнил улы Ваһапов 1959 йылдың 18 мартында БАССР-ҙың Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған.
1981 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, инженер-механик. 2003 йылда «Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа муниципаль ярҙам: Башҡортостан Республикаһы өлгөһөндә» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1981 йылда Өфө авиация институтында инженер булып эшләй.
1981-1984 йылдарҙа - ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты студенттарҙың төҙөлөш отряды өлкә штабы комиссары, командир урынбаҫары.
1984-1986 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1986-1987 йылдарҙа "Гидравлика" Өфө акционерҙар йәмғиәтендә мастер булып эшләй.
1987-1992 йылдарҙа - СССР Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре.
1992-1996 йылдарҙа - «Оргтехника» Башҡорт производство берекмәһенең «Эталон-сервис» фәнни-производство фирмаһы директоры урынбаҫары, директоры.
1996-1997 йылдарҙа - Дәүләт проект-конструкторлыҡ технологик бюроһы директоры.
1997-1998 йылдарҙа - Өфөнөң "Эталон" тәжрибә заводы директоры.
1998-2003 йылдарҙа - бүлек начальнигы; тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт министрының беренсе урынбаҫары.
2003-2005 йылдарҙа - «Витязь» Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.
2005 йылда - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.
2005-2006 йылдарҙа - «Башҡортостан яғыулыҡ компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты.
2006-2007 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.
2007-2009 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары, министрҙың беренсе урынбаҫары.
2009-2010 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары, министры.
2012 йылдан - "Компания Уралтехнострой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең беренсе вице-президенты.
30-ҙан ашыу хеҙмәт авторы[1][2][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[4]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2010)
- Рәсәй Федерацияның почетлы машина эшләүсеһе (2014)
- «Почёт Билдәһе» ордены ордены (1981).
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл» миҙалы.
- «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» миҙалы,
- «Ышаныс һәм изгелек өсөн» миҙалы,
- «Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе (1984),
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1983),
- Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы (2009)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вагапов Роберт Фанилевич
- Ваһапов Роберт Фәнил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- УГАТУ Вагапов 2022 йыл 29 апрель архивланған.
- Человек на своём месте
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 УГАТУ Вагапов 2022 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Вагапов Роберт Фанилевич
- ↑ Человек на своём месте
- ↑ Ваһапов Роберт Фәнил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.