Эстәлеккә күсергә

Фролова Вера Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вера Александровна Фролова битенән йүнәлтелде)
Вера Фролова
Исеме:

Фролова Вера Александровна

Тыуған:

7 март 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (41 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы
Ишембай ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй флагы

Жанр:

живопись

Уҡыған урыны:

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы (2009)

Стиль:

реализм (живопись)

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2015)

Фролова Вера Александровна (7 март 1983 йыл) — рәссам, 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2015).

Вера Александровна Фролова 1983 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.

2009 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. 2002 йылдан Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының региональ бүлегенә ҡараған Көньяҡ Башҡортостан рәссамдар Ассоцияцияһы ағзаһы. Өфө, Белорет, Ишембай, Салауат һәм Силәбе өлкәһенең Әшә һәм башҡа ҡалаларҙа 20-нән артыҡ шәхси күргәҙмәһен уҙғарған.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Псковта 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына бағышланған «Рәсәйҙең йәш тәбиғи һәләттәре» исемле Бөтә Рәсәй конкурсының «Живопись» (буяу менән һүрәт эшләү) номинацияһында еңеүсе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһының 2015 йылғы лауреаты. Ошо йылдан Башҡортостанда заманса ижад итеүсе йәштәр араһында һынлы сәнғәт буйынса лидерҙар рәтендә. Вера Фролова йәше буйынса йәш булһа ла, ижадының эске тәрәнлеге һәм һөнәри сифаттары буйынса күптән инде өлгөрөп еткән, үҫешкән шәхес.

Рәссамдың гражданлыҡ позицияһы аныҡ, ул — рус рәссамдар мәктәбе йолаларын дауам итеүсе реалист булараҡ танылыу тапҡан. Белгестәр таыуынса, авторҙың ижадына яҡташыбыҙ М. В. Нестеровтың йоғонтоһо һиҙелә. Бөйөк рәссамдың йүнәлешен дауам итеп, Вера Фролова үҙенең картиналарында тормоштоң әхлаҡи ҡиммәттәрен һүрәтләүгә өҫтөнлөк бирә, геройҙарының рухи һәләттәрен асыуға өлгәшә. Нескә тәьҫирләнеүсәнлек һәм һиҙгерлек һәләтенә эйә рәссам булараҡ, ул ябай ғына ваҡиға, күренештәрҙә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә тоя, шуларҙы ҡылҡәләм аша башҡалар күрерлек итеп бирә белә.

Уның портреттарында, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙың төп булмышы — әсәлек, быуындар бәйләнеше, башҡорт халҡының тарихи боронғолоғо һәм милли йолаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең матур үҙенсәлеген асыусы темалар ярылып ята. Үҙенең сағыу хис-тойғолары аша ҡабул иткән донъяның матурлығын, матдилығын төрлөлөккә бай, ҡеүәтле, ҡуйы төҫтәр менән сағылдыра ул. Йәш автор, үҙенең һөнәри оҫталығын ышаныслы файҙаланып, күп фигуралы композицияларҙы ла, портреттарҙы ла, натюрморттарҙы ла берҙәй ҡыйыу яҙа. Тормоштоң күп яҡлылығын аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм шуларҙы һүрәтләү- уның һөнәри булмышы. Вера Фролованың ижады күп милләтле Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, юғарыраҡ кимәлдәрҙә толерантлылыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа, халыҡ-ара мәҙәни аралашыуға — сағыу миҫал. Уның әҫәрҙәре Өфөлә М. В. Нестеров һәм Чечен Республикаһының А. Ҡадыров исемендәге музейҙарҙа, Белорет, Ишембай һәм Салауат ҡалаларының картина галереяларында, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙә йәшәүселәрҙең шәхси коллекцияларында һаҡлана.

2018 йылдың май айында Вера Фролова Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһының Левкоша ҡалаһында төрки телле илдәр һәм общиналар рәссамдарының халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашты. Яҡын Көнсығыш университеты һәм Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ТӨРКСОЙ уҙғарған был сарала ике тиҫтәгә яҡын һынлы сәнғәт ижадсыһы ҡатнашты. Башҡортостан вәкиле ойоштороусыларҙың Рәхмәт хатына лайыҡ булды[1].


  • Төрки телле илдәр һәм общиналар рәссамдарының халыҡ-ара күргәҙмәһен ойоштороусыларҙың Рәхмәт хаты (2018)[1]
  • «Рәсәйҙең йәш тәбиғи һәләттәре» исемле Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (2012)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2015)