Үрге Ләмәҙ
Үрге Ләмәҙ | |
Үрге Ләмәҙ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Инйәр ауыл Советы (Архангел районы) |
Халыҡ һаны |
139 кеше (2002)[1], 141 кеше (2009)[1], 105 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453038 |
Үрге Ләмәҙ (рус. Верхние Лемезы) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 141 кеше[3]. Почта индексы — 453038, ОКАТО коды — 80203819009.
Ауыл янында Икен йылғаһы Ләмәҙегә ҡушыла. Йыраҡ түгел Айыукүл карст күле һәм Атыш шарлауығы урынлашҡан.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм халыҡ һаны[3] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
139 | 141 | +2 | +1,44 |
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 50 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Михайловка): 11 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 56 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- башҡ. Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная (улица)
- башҡ. Яр буйы (урамы) — рус. Набережная (улица)
- башҡ. Мәктәп (урамы) — рус. Школьная (улица)[4]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман-Көҙәй улусына шул уҡ исемле йылғаның үрге ағымында урынлашҡан Үрге Ләмәҙ ауылы ҡарай. Уның икенсе исеме Төрөкмән этнонимдан алынған. Урман-Көҙәй улусы Түбәһе (бүлексәһе) шулай аталған. 1795 йылда 57 кеше йәшәгән 12 йорттан торған. Был һандар уның яңыраҡ нигеҙ һалынған булыуын иҫбатлай. 1859 йылда Үрге Ләмәҙҙә 29 йортта 208 кеше йәшәгән, 1896 йылда — 64 йортта 344 кеше.
Ауылда мәсет, башланғыс дини мәктәп булған. XIX быуаттың 80-се йылдар аҙағында бында аҙыҡ-түлек кибетен асҡандар.
1843 йылда 153 кешегә 248 бот ужым һәм 24 бот яҙғы иген сәселгән[5].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҫылма күпер Ләмәҙ ярҙарын тоташтырҙы. 2014 йылдың 22 апрелеYouTube сайтында Видео
- Үрге Ләмәҙ ауылында мемориаль таҡтаташ асыу. 30 май 2016 йыл[6]
Телевидениела
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 08 август 2018 йыл. Ләйсән Тимербулатова[7]
Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 апрель 2013, Үрге Ләмәҙ ауылында яңы күпер төҙөләсәк[8]
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙелшина Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (18.01.1933—13.07.2014), 1969—1995 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 118. 2022 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ https://ok.ru/video/204615717180
- ↑ Умартасылар кәмей 2020 йыл 18 сентябрь архивланған.
- ↑ Башинформ
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әҙелшина Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Ләмәҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 ғинуар 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |