Архангел (Архангел районы)
Ауыл | |
Архангел Архангел | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Архангел (рус. Архангельское) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 5697 кеше[1].. Почта индексы — 453030, ОКАТО коды — 80203810001. Ауыл 1753 йылда Архангел баҡыр иретеү заводы ҡасабаһы тип һалынды[2].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда Өфө—Белорет, Архангел—Красноусол—Петровск автомобиль юлдары мөһим роль уйнай.
Архангел баҡыр иретеү заводы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архангел баҡыр иретеү заводы, 1753 йылда Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке аҫаба башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын йылғаһы (Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) буйында И. Б. Твердышев һәм И. С. Мясников тарафынан нигеҙ һалына.
Хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Твердышевтар һәм Мясниковтар
- 1783 йылдан алып Е. И. Козицкая
- 1824 йылдан — графиня А. Г. Лаваль
- 1851 йылдан — А. И. Коссаковская
- 1886 йылдан — С. С. Коссаковский
- 1889 йылдан — ҡаҙна ҡарамағында.
Архангел тау сәнәғәте округына ингән. 1753 йылда эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе була, 1857 йылға ҡарай — 6 баҡыр иретеү мейесе, 4 һыу тәгәрмәсе иҫәпләнә. Заводҡа 7 рудник ҡарай. XVIII быуат аҙағында Архангел баҡыр иретеү заводында яҡынса 67 мең дисәтинә ер биләй. 1772 йылда заводта 454 крепостной крәҫтиән иҫәпләнә, XIX быуат уртаһына ҡарай — 1465 крәҫтиән иҫәпләнә (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре (рус.)баш.).
Эшләү дәүерендә яҡынса 1,1 млн бот баҡыр иретелә; уртаса етештереүсәнлек — йылына 10 мең бот, максималь — 17,4 мең бот (1865 йыл). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775 йылдар) (рус.)баш. барышында завод яндырыла, крәҫтиәндәрҙең бер өлөшө баш күтәреүселәр яғына сыға. 1776 йылда тергеҙелә. 1860 йылда Архангел баҡыр иретеү заводында сыуалыштар була (яҡынса 450 кеше ҡатнаша), эш хаҡын арттырыу, завод хөкүмәте баш-баштаҡлыҡтарын бөтөрөү талаптары ҡуйыла. 1891 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1892 йыл) завод ябыла (яна). Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Архангел районының шундай уҡ исемдәге ауылы урынлашҡан[2][3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 98 % тәшкил итә.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1920 йыл 26 август | |||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 5310 | 2660 | 2650 |
1959 йыл 15 ғинуар | 4791 | 2151 | 2640 |
1970 йыл 15 ғинуар | 4596 | 2074 | 2522 |
1979 йыл 17 ғинуар | 5494 | 2643 | 2851 |
1989 йыл 12 ғинуар | 5281 | 2434 | 2847 |
2002 йыл 9 октябрь | 5641 | 2679 | 2962 |
2010 йыл 14 октябрь | 5819 | 2734 | 3085 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Архангел заводы. Көньяҡ Урал(недоступная ссылка)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 118. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Архангел (Архангел районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |