Википедия
Википедия | |
Нигеҙләү датаһы | 15 ғинуар 2001[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Wikipédia, Wikipedia, ウィキペディア, Viquipèdia, Wikipèdia, Vicipaedia, Wikipedia, Βικιπαίδεια, ဝီကီပီးဒီးယား, ويكبيديا һәм Wikipedia |
ХФА-лағы транскрицияһы | weɪ̯³⁵ t͡ɕi⁵⁵ paɪ̯²¹⁴⁻²¹¹ kʰɤ⁵⁵ |
Кем хөрмәтенә аталған | Вики һәм энциклопедия |
Нигеҙләүсе | Джимми Уэйлс[2] һәм Ларри Сэнгер[d][3] |
Девиз тексы | the free encyclopedia that anyone can edit[4], الموسوعة الحرة التي يستطيع الجميع تحريرها[5], vapaa tietosanakirja, de vrije encyclopedie, свободная энциклопедия, которую может редактировать каждый, Die freie Enzyklopädie, 人人可编辑的自由百科全书[6][7][8][…], 人人可編輯的自由百科全書[9][7][8][…], একটি উন্মুক্ত বিশ্বকোষ, যা সবাই সম্পাদনা করতে পারে, ウィキペディアは誰でも編集できるフリー百科事典です[10], L'enciclopèdia de contingut lliure que tothom pot millorar[11], Төрлө телдә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Һәр кем уны төҙөүҙә ҡатнаша ала., آزاد دائرۃ المعارف جس میں کوئی بھی ترمیم کر سکتا ہے, La enciclopedia de contenido libre que todos pueden editar.[12], A szabad enciklopédia, Ազատ հանրագիտարան, որը կարող է խմբագրել յուրաքանչյուր ոք:[13], האנציקלופדיה החופשית שכולם יכולים לערוך, Wolna encyklopedia, którą każdy może redagować, 海納百川,有容乃大 һәм La libera enciklopedio redaktebla de ĉiuj.[14] |
Урын | Ашберн[d], Сан-Франциско, Даллас[d], Карролтон[d], Чикаго, Амстердам һәм Сингапур |
Хужаһы | Wikimedia[15] |
Алдағы | Нупедия[d] |
Баҫма йәки тәржемә | языковой раздел Википедии[d] һәм английская Википедия[d] |
Булдырыусы | Джимми Уэйлс, Ларри Сэнгер[d] һәм Сообщество Викимедиа[d] |
Автор | сообщество Википедии[d][16], Джимми Уэйлс[17][18] һәм Ларри Сэнгер[d][17][18] |
Мөхәррир | сообщество Википедии[d] |
Ил | Америка Ҡушма Штаттары[19] |
Әҫәрҙең теле | бер нисә тел[d] |
Каталог коды | 1545 |
Оценка критиков | 4.7/5[20] һәм 2.1/5 (Poor)[21] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Персонаж-талисман | Википед[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | Wikimedia[22] һәм Equinix[d] |
Продукция | интернет-энциклопедия[d] |
Эшләүсе | Джимми Уэйлс һәм Ларри Сэнгер[d] |
Платформа | LAMP[d] һәм Varnish[d] |
Движок | MediaWiki[d][23] |
Программалау теле | PHP[d] |
Страница для сообщений об ошибках | phabricator.wikimedia.org |
Официальное приложение | приложение Википедии[d] һәм Википедия бета[d] |
Рәсми сайт | wikipedia.org[19] |
Тасуирлау биттәре | cnet.com/reviews/wikiped…[24] |
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн URL | dumps.wikimedia.org |
Ссылка на условия использования | foundation.wikimedia.org/… |
URL политики конфиденциальности |
foundation.wikimedia.org/… meta.wikimedia.org/wiki/… |
Һештег | Wikipedia |
Лицензия | 🅭🅯🄎 4.0[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | защищено авторским правом[d] |
Бизнес-модель | пожертвование[d] |
Теркәлгән ҡатнашыусылар һаны | 92 364 110[25] |
Ранг Alexa | 13[26] |
Число записей | 63 309 777[27] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 644 850 |
Рейтинг посещаемости от Similarweb | 7[28] |
Service status information URL | wikimediastatus.net |
FAQ URL | en.wikipedia.org/wiki/Wi… |
Маска URL для поиска | https://wikipedia.org/w/index.php?search=$1 |
Википедия Викимилектә |
Википедия (ингл. wikipedia әйтелеше ) — төрлө телдә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилемде һәр халыҡтың туған телендә ирекле ҡулланыу урыны. http://www.wikipedia.org/ интернет-сайтында урынлашҡан. Һәр тел бүлеге үҙ аллы проект, айырым URL адресы бар. Башҡорт телендәге бүлек http://ba.wikipedia.org адресында урынлашҡан.
Википедия 2001 йылдың 10 ғинуарында Нупедия (Nupedia) исеме менән донъяға килә, 15 ғинуарҙа Википедияның беренсе версияһы уҡыу өсөн асыла. Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедиа фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Франциско ҡалаһында теркәлгән. Фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар. Был ижтимағи ойошма Википедия проектының эшмәкәрлеген техник яҡтан ғына ҡурсалай. Башҡа төр йүнәлештәге эшмәкәрлеккә фонд ҡыҫылмай һәм үҙ сәйәсәте менән баҫым яһамай. Википедияның эстәлеге ирекле һәм уға бөтә донъя кешеләре хужа булып тора. Википедия эсендә алып барылған эшмәкәрлеккә ҡулланыусылар үҙ аллы идара итә.
Википедияның иң мөһим үҙенсәлектәре — уның асыҡ эстәлекле булыуы, мәғлүмәтен һәр кем төрлө маҡсатта ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата алыуы. Бер үк ваҡытта Википедия мәғлүмәтен һәр кешегә тулыландырыу һәм камиллаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Шулай уҡ Википедия сайтында теркәлеү мотлаҡ түгел. Әммә иҫәп яҙыуын теркәгән осраҡта ҡулланыу уңайлыҡтары арта.
Википедияның тағы бер мөһим, башҡорт халҡы өсөн иң мөһиме тип тә иҫәпләргә булған үҙенсәлеге — Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙа алыу мөмкинлегендә. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Берҙән, бындай ҡараш Ер йөҙөндәге һәр бер кешегә ғилем туплау өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә һәм һәр яңы быуын вәкилдәренең икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә сит ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит телдәрҙе өйрәнеүгә теләге көсәйәсәк. Өсөнсөнән, туған телен ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән халыҡтар өсөн телде ҡулланыу даирәһе арта.
Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 304 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 81 миллионға яҡын теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 50 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Иң күбеһе инглиз телендә — 4 миллиондан, унан ҡала немец, француз һәм нидерланд телдәрендә берәр миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Урыҫ телендәге бүлек иң ҙур күләмле ун тел бүлек исемлегендә, ундағы мәҡәлә һаны бер миллион ярымдан артты.
Википедияның башҡорт теле бүлегендә «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним автор тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Шул ваҡыттан алып ете меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән, һуңғы утыҙ көндә 50-нән ашыу теркәлгән мөхәррир бер һәм унан күберәк өҫтәмә индергән. Википедияның башҡорт теле бүлегендә әлеге ваҡытта 63 751 мәҡәлә бар. Һуңғы йылда бүлектә мәҡәләләр һанының һәм уларҙы тулыландырыу күрһәткесенең әүҙем үҫеше күҙәтелә.
Төп биш ҡағиҙә
Википедияла һәр телдәге бүлек өсөн мотлаҡ булған төп биш ҡағиҙә бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән, һәм һәр телдәге бүлек өсөн үҙенсәлекле.
Википедия ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө -энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның төп биш ҡағиҙәнең беренсеһе.
Теләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра, әлегә тиклем булмаған яңы мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия йөкмәткеһен камиллаштырғанда мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был иһә Википедияның икенсе төп ҡағиҙәһе.
Википедиялағы мәғлүмәт һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла һәм камиллаштырыла ала, шуға күрә мәҡәләләрҙең тәғәйен авторы юк. Мәҡәләгә ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы уның авторы (авторҙашы) булып иҫәпләнә. Мәҡәләләр даими рәүештә тулыландырылып, камиллаштырылып торғанлыҡтан, тәғәйен бер автор яҙған мәғлүмәттең һүҙмә-һүҙ күсермәһен ҡуйырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта, авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап, Википедияға яңы йөкмәтке өҫтәргә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтарына эйә әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айырым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ — был Википедияның төп биш ҡағиҙәһенең өсөнсөһө.
Ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә Википедияны ҡулланған кешеләрҙең ҡылығын тик яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. «Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ» тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.
Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һәр кеше үҙ тәҡдимен индереп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырға тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.
Тарих
Википедия иң алда Нупедияға ҡәрҙәш проект булып башланған. Ә Нупедия ул саҡта инглиз телендәге бушлай, он-лайн энциклопедия проекты булған. Нупедиялағы бөтә мәҡәләләр Bomis inc. тарафынан яҙылған һәм ул хужа булған. Ошо компанияның төп кешеләре булып Джимми Уэльс, Bomis (башҡарыусы директор) һәм баш мөхәррир — Лари Сэнгер торғандар. Шунан Нупедияның лицензияһы асыҡ контентлы лицензияға үҙгәртелгән булған — GNU Free Documentation License.
Лари Сэнгер һәм Джимми Уэльс Википедияға нигеҙ һалыусылар[29][30]. 2001 йылдың 15 ғинуарында Википедия ғәмәлгә индерелгән. Ул www.wikipedia.com адресында инглиз телендәге баҫма кеүек башланып киткән[31].
2001 йылдың аҙағында википедия 18 телдәге 20 000 биткә тиклем үҫешкән. 2002 йыл аҙағында 26 телдә, 2003 йыл аҙағында 46 телдә, һәм 2004 йыл аҙағында 161 телдә яҙылған булған[32]. 2009 йылдың август айында инглиз Википедияһында 3 миллион мәҡәлә иҫәпләнгән[33].
Википедияның 10-сы «тыуған көнө»
2011 йылдың 15 ғинуарында Википедия 10 йыллыҡ байрамын үткәргән. Ошо байрам айҡанлы махсус эшләнгән логотип көн буйы стандарт логотип урынында торған.
Башҡорт телендәге Википедияның мәҡәлә һаны 63 751.
Туғандаш проекттар
- Викиһүҙлек Һүҙлек һәм тезаурус
- Викикитапхана Ирекле китапхана
- Викиөҙөмтә Мәҡәләләр һәм әйтемдәр йыйынтығы
- Викиһаҡлағыс Медиафайлдар һаҡлау урыны
- Викикитап Дәреслектәр һәм ҡулланмалар
- Викияңылыҡтар Яңылыҡтар донъяһы
- Викитөрҙәр Биологик төрҙәр
- Викиверситет Ирекле университет
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Democracy Dies in Darkness
- ↑ https://web.archive.org/web/20121004092019/http://www.utsandiego.com/uniontrib/20041206/news_mz1b6encyclo.html
- ↑ http://www.utsandiego.com/uniontrib/20041206/news_mz1b6encyclo.html
- ↑ Wikipedia, the free encyclopedia (ингл.)
- ↑ ويكيبيديا، الموسوعة الحرة (ғәр.) // ويكيبيديا العربية — 2003.
- ↑ https://zh.wikipedia.org/wiki/Wikipedia:首页
- ↑ 7,0 7,1 (unspecified title) (билдәһеҙ)
- ↑ 8,0 8,1 китайская Википедия (ҡыт.) // 中文維基百科 — 2002.
- ↑ https://zh.wikipedia.org/wiki/Wikipedia:首頁
- ↑ https://web.archive.org/web/20180103044418/https://ja.wikipedia.org/wiki/メインページ
- ↑ https://ca.wikipedia.org/wiki/Portada
- ↑ https://es.wikipedia.org/wiki/Wikipedia:Portada
- ↑ https://hy.wikipedia.org/wiki/%D4%B3%D5%AC%D5%AD%D5%A1%D5%BE%D5%B8%D6%80_%D5%A7%D5%BB
- ↑ https://eo.wikipedia.org/wiki/Vikipedio:%C4%88efpa%C4%9Do
- ↑ https://web.archive.org/web/20201226125458/https://www.dmagazine.com/frontburner/2016/05/the-business-of-wikipedia-how-jimmy-wales-built-the-free-encyclopedia/
- ↑ Ferrari L. D., Aitken S., Hemert J. v., Goryanin I. WikiSim — 2010. — doi:10.1145/1822258.1822303
- ↑ 17,0 17,1 https://web.archive.org/web/20211204165822/https://www.britannica.com/biography/Jimmy-Wales#ref932805
- ↑ 18,0 18,1 https://web.archive.org/web/20210716075947/https://www.independent.co.uk/news/world/americas/us-politics/wikipedia-founder-larry-sanger-democrats-b1885138.html
- ↑ 19,0 19,1 http://whois.domaintools.com/wikipedia.org
- ↑ Web of Trust — 2006.
- ↑ Wikipedia // Trustpilot — 2007.
- ↑ https://web.archive.org/web/20201226125458/https://edition.cnn.com/2016/10/17/opinions/snowden-made-internet-safer-wales/
- ↑ Wikipedia is developing a speech engine for visually impaired users — 2016.
- ↑ Wikipedia review: Wikipedia - CNET
- ↑ Метавики (билдәһеҙ) — 2001.
- ↑ Alexa Internet (ингл.) — 1996.
- ↑ https://meta.wikimedia.org/wiki/List_of_Wikipedias#1+_articles
- ↑ https://www.similarweb.com/top-websites/
- ↑ Jonathan Sidener. Everyone's Encyclopedia, The San Diego Union-Tribune (6 декабрь 2004). 15 октябрь 2006 тикшерелгән.
- ↑ Meyers, Peter. Fact-Driven? Collegial? This Site Wants You, New York Times, The New York Times Company (20 сентябрь 2001). 22 ноябрь 2007 тикшерелгән. « 'I can start an article that will consist of one paragraph, and then a real expert will come along and add three paragraphs and clean up my one paragraph,' said Larry Sanger of Las Vegas, who founded Wikipedia with Mr. Wales.».
- ↑ Wikipedia: HomePage . Дата обращения: 31 март 2001. Архивировано 31 март 2001 года.
- ↑ "statistics Multilingual statistics . Wikipedia (30 март 2005). Дата обращения: 26 декабрь 2008.
- ↑ Bobbie Johnson. Wikipedia approaches its limits.