Эстәлеккә күсергә

Вилданов Рәүф Ғибаҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вилданов Рәүф Ғибаҙулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим, уйлап табыусы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Вилданов Рәүф Ғибаҙулла улы (24 апрель 1953 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-инженер-электромеханигы, уйлап табыусы. 1980 йылдан Өфө нефть институтының (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университетының) Салауат филиалы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор.

Рәүф Ғибаҙулла улы Вилданов 1953 йылдың 24 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған. Ишембай ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас 1973 йылда Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм уны 1978 йылда тамамлай.

1980 йылдан УГНТУ-ның Салауат филиалының «Сәнәғәт предприятиеларының автоматикаһы һәм элктр ҡорамалдары» кафедраһында фәнни эш буйынса кафедра урынбаҫары фазифаһында эшләй[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салауат ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалында электр ҡорамалдары һәм сәнәғәт предприятиелары автоматикаһы кафедраһында профессор. Уның ҡатнашлығында өс фән кандидаты әҙерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге, башлыса, газ тармағы өсөн ҡоролмаларҙы диагностикалау сараларын эшләүгә арнаған.

Рәүф Ғибаҙулла улы Вильданов көпләүсе ҡоролмаларҙа деформация һәм боҙолған урындарҙың туплана барыуы процесында металдарҙы яңынан магнитлауға киткән юғалтыуҙар үҙгәреүен һәм бүленеүен өйрәнә.

Вилданов Рәүф Ғибаҙулла улының 130-ҙан ашыу ғилми эше нәшер ителгән һәм уның 25 уйлап табыуға авторлыҡ патенты (шул иҫәптән иң билдәлеһе МД-11ПМ магнит интроскопы) бар.

Ул эшләнгән магнитлы дефектоскоп, МД интроскоп-11 ПМ һәм башҡа ҡорамалдар Рәсәй Федерацияһы нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларында киң ҡулланыла.

  • Вильданов Рауф Гибадуллович и др. Экономика электропотребления в промышленности. Уфа. 2004.
  1. Сайт УГНТУ 2019 йыл 17 ноябрь архивланған.