Тимербулатов Вил Мамил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виль Тимербулатов битенән йүнәлтелде)
Тимербулатов Вил Мамил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ишәй, Ишембай районы, Стәрлетамаҡ өлкәһе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург
Эш урыны БДМУ
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d] һәм член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Тимербулатов Вил Мамил улы (1 июнь 1952 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. рофессор, медицина фәндәре докторы (1989), Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Петр Фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһы президенты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[2].

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (3-сө һәм 4-се саҡырыштарында), Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры (1994—2011).[3]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вил Мамил улы Тимербулатов[4] 1952 йылдың 1 июнендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ишәй ауылында тыуа. Маҡар урта мәктәбендә уҡый. 1975 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай.[5]

Табип-хирург. 1983 йылдан — медицина фәндәре кандидаты, 1989 йылдан — медицина фәндәре докторы, профессор (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһы Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2005), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009).

БАССР-ҙың Благовещен үҙәк район дауаханаһы хирургы (1976—1979), Өфө ҡалаһының 8-се ҡала клиник дауаханаһының клиника ординаторы, хирургы (1979—1982), 1982 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институтында (хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты): 1988 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1994 йылдан ректор; 1990—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.[6]

Фәнни эшмәкәрлегенең йүнәлештәре: колопроктология, абдоминаль, миниинвазив, эренле хирургия.

Киҫкен парапроктитлы ауырыуҙарға диагноз ҡуйыу, уларҙы комплекслы дауалау һәм реабилитациялауҙың яңы ысулдарын; киҫкен эсәк үткәрмәүсәнлеген диагнозлау һәм дауалау тактикаһы программаларын эшләй; туҡ эсәк дивертикулезы патогенезының концепцияһын формалаштыра.

Абдоминаль хирургия проблемаларын сисеүгә, радиойышлыҡлы хирургияны үҫтереүгә өлөш индерә. Уның етәкселеге аҫтында Башҡортостан Республикаһында эндоскопик хирургияны үҫтереү программаһы эшләнә. Колопроктология өлкәһендә ғилми мәктәп булдыра.

2020 йылдың 26 июнендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бер төркөм табиптарҙы тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнеләр. Вил Тимербулатов та ошо наградаға лайыҡ булды[7].

Уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыусылары араһында 16 фән докторы һәм 44 фән кандидаты бар.

Хеҙмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимербулатов — 811 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 40 монография, 65 уйлап табыу, хирургтар өсөн 2 белешмәлек авторы.

  • Регионарная анестезия и новокаиновые блокады в хирургии. Уфа, 1993 (соавтор).
  • Дивертикулярная болезнь толстой кишки. М., 2000 (соавтор).
  • Желчнокаменная болезнь и холецистит. М., 2001 (соавтор).
  • Профилактика гнойно-септических осложнений в хирургии. М.: Триада, 2003 (соавтор).
  • Хирургия абдоминальных повреждений. М.: МЕДпрессинформ, 2005 (соавтор).
  • Лучевая диагностика тромботических осложнений в хирургической клинике. Уфа: «Здравоохранение Башкортостана», 2009.(соавтор)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1990)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
  • Рәсәй Медицина фәндәре академияһының А. Н. Бакулев исемендәге премияһы (2004)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2005)
  • Салауат Юлаев ордены (2007)
  • Дуҫлыҡ ордены (2013)
  • Башҡортостан Республикаһының Григорий Аксаков ордены (2020)
  • А. М. Вишневский академияһының алтын миҙалы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]