Эстәлеккә күсергә

Өмөтбаев Вил Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вил Өмөтбаев битенән йүнәлтелде)
Өмөтбаев Вил Ғайса улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Асҡар, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто ӨДНТУ[1]

Өмөтбаев Вил Ғайса улы (18 февраль 1938 йыл12 декабрь 2020 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2003). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).

Вил Ғайса улы Өмөтбаев 1938 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

1961 йылда Өфө нефть институтын тамамлай, инженер-нефтсе.

1961—1965 йылдарҙа Көньяҡ Ҡаҙағстан нефть табыу экспедицияһында быраулаусы ярҙамсыһы, өлкән инженер, экспедицияның баш инженеры булып эшләй. 1965 йылдан алып БашНИПИнефттә — өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, сектор мөдире, лаборатория мөдире. 1979—1982 йылдарҙа нефть ятҡылыҡтарын эксплуатациялау һәм эшкәртеү өлкәһендә эксперт сифатында Алжирҙа командировкала була. 1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2003 йылдан — алып ПТФ «Геофизика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш ғилми хеҙмәткәре (Өфө), ремонт-изоляция эштәре алымдары һәм технологиялары буйынса белгес, скважиналарҙың геологик-техник торошон тикшереү һәм эшкә яраҡлылығын тергеҙеү методикаһы авторы.

Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ дәрәжәләрен тапшырыуға ҡарар сығарыу буйынса идаралыҡ советы рәйесе. 2006 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетында Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе (ГАК)[2].

Вил Ғайса улы Өмөтбаев 2020 йылдың 12 декабрендә Өфө ҡалаһында фажиғәле рәүештә һәләк булды[3].

  • Скважиналарҙың ремонт- изоляция эштәре алымдарын һәм технологияһын әҙерләй.
  • Скважиналарҙың геологик-техник торошоноң тикшереү методологияһын төҙөй, уларҙы тергеҙеү һәм эшкә яраҡлығы технологияһын булдыра.
  • 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 монография авторы, уйлап табыу буйынса 30-ға яҡын авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты бар.
  • 2006 йылдың май айында Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының Почетлы академигы итеп һайлана(РАЕН)[4].
  • 10-дан ашыу техник фәндәр кандидаты әҙерләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
  • Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика, шулай уҡ СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Почёт грамоталары
  • Миҙалдар
  • А. В. Блажевич, Е. Н. Умрихина, В. Г. Уметбаев. Ремонтно-изоляционные работы при эксплуатации нефтяных месторождений.- М.: Недра, 1981[5].
  • В. А. Блажевич, В. Г. Уметбаев Справочник мастера по капитальному ремонту скважин. — М.: Недра, 1985[6]
  • .В. Г. Уметбаев, В. Ф. Мерзляков, Н. С. Волочков. Капитальный ремонт скважин. Изоляционные работы. — Уфа: РИЦ АНК «Башнефть», 2000[7]
  • В. Г. Уметбаев, В. Ф. Мерзляков. Капитальный ремонт как средство экологического оздоровления фонда скважин. — Уфа: БашНИПИнефть, 1995[8].
  1. 1,0 1,1 1,2 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  2. [1](недоступная ссылка) — Статья в печатном издании
  3. В Уфе трагически погиб видный ученый-нефтяник, профессор Виль Уметбаев. ИА Башинформ, 17:50, 12 декабря 2020 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2020)
  4. О заслугах
  5. Печатное издание 2011 йыл 16 октябрь архивланған.
  6. Печатное издание 2016 йыл 4 март архивланған.
  7. Печатное издание 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Печатное издание 2014 йыл 25 май архивланған.