Максимов Владимир Павлович
Максимов Владимир Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 октябрь 1934 |
Тыуған урыны | Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 12 ноябрь 1982 (48 йәш) |
Һөнәр төрө | инженер-геолог |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Максимов Владимир Павлович (4 октябрь 1934 йыл — 12 ноябрь 1982 йыл) — ғалим-тау инженеры, геолог. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1980). Ленин премияһы (1970), СССР Министрҙар Советы премияһы (1980) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (1967) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены (1971) кавалеры, СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1967).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Павлович Максимов 1934 йылда Дәүләкән ҡалаһында тыуған. 1951 йылда урындағы беренсе урта мәктәпте тамамлай һәм Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1956 йылда институтты тик яҡшы билдәләре менән тамамлай һәм Бәләбәй районы Шкапово ауылына эшкә ебәрелә, хеҙмәт биографияһын «Аксаковнефть» берекмәһендә башлай. 1964 йылдан «Гидротюменьнефтегаз» ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының бүлек начальнигы. 1969 йылдан — КПСС-тың Төмән өлкә комитетында бүлек мөдире. 1974 йылдан — Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ғилми-тикшеренеү институты (Мәскәү) директорының фән буйынса урынбаҫары.
1974 йылда «техник фәндәр докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1980 йылдан — профессор.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин премияһы (1970).
- И. М. Губкин исемендәге премия (1967).
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971).
- СССР Министрҙар Советы премияһы (1980)
- СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1967).
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]160 ғилми хеҙмәт, 4 китап авторы:
- «Особенности освоения нефтяных месторождения Западной Сибири». М., Недра, 1968 г.
- «Эксплуатация нефтяных месторождений Западной Сибири». М., Недра, 1976 г.
- «Разработка и эксплуатация нефтяных месторождений Западной Сибири». М., Недра, 1979 г.
- «Разработка месторождений при забойных давлений ниже давления насыщения». М., Недра, 1982 г.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Давлекановский историко-краеведческий музей. Краеведческий сборник «Страницы истории родного края». Сост. М. М. Гатауллина. Давлеканово, 2005. — 170 стр.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Максимов Владимир Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.