Эстәлеккә күсергә

Маслов Владимир Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Владимир Петрович Маслов битенән йүнәлтелде)
Маслов Владимир Петрович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Дурасов ауылы, Рассвет ауыл Советы (Бәләбәй районы), Бәләбәй районы
Вафат булған көнө 24 сентябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание адмирал[d]
Командалыҡ иткән Тихоокеанский флот ВМФ России[d]
Ғәскәр төрө военно-морской флот[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени

Маслов Владимир Петрович (14 апрель 1925 йыл — 24 сентябрь 1988 йыл) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. 1974—1979 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы. Адмирал (1975). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1976—1981), РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары кавалеры.

Владимир Петрович Маслов 1925 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Дурасов ширҡәте ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Дурасов ауылында тыуған.

Мәскәү хәрби-авиация механиктар мәктәбен (1942—1945), М. В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын (1946—1950), Хәрби диңгеҙ флотының Юғары махсус офицерҙар класын (1955—1956), СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының хәрби академияһын (1964—1966) тамамлаған.

Штурм авиацияһы полкының өлкән техник ярҙамсыһы (1945), мина-торпеда хәрби часенең командиры, командирҙың өлкән ярҙамсыһы (1951—1955), һыу аҫты кәмәһе командиры (1956—1957), штаб начальнигы (1958—1960), һыу аҫты кәмәләре бригадаһы (1961) командиры, Төньяҡ флоттың (1966—1967) 11-се дивизия һыу аҫты кәмәләренең командиры, командующийҙың 1-се урынбаҫары (сентябрь 1968 — сентябрь 1974 йыл), Тымыҡ океан флоты командующийы (11 сентябрь 1974 йыл — 31 август 1979 йыл), Хәрби диңгеҙ флотының Варшава килешеүе буйынса ҡатнашыусы илдәрҙең Берләшкән ҡораллы көстәренең баш командующийы урынбаҫары (1 сентябрь 1979 йыл — 22 апрель 1983 г.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены,
  • Октябрь Революцияһы ордены,
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены,
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
  • III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» ордены
  • Миҙалдар.

Тыуған Красная Гора ауылындағы оло кешеләрҙең хәтирәләре буйынса, адмирал бала саҡтан моряк булырға, диңгеҙ киңлектәрен үтергә хыялланған[1]/>.

Мәскәүҙә Новокунцевский зыяратында ерләнгән[2].

  • газета «Красная Звезда»
  • журнал «Морской сборник»
  • Советский энцикл. словарь. — М.: Сов. энциклопедия, 1979.