Власов Николай Иванович (лётчик)
Власов Николай Иванович (лётчик) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 29 октябрь 1916 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 ғинуар 1945 (28 йәш) |
Вафат булған урыны | концлагерь Маутхаузен[d], Маутхаузен[d], Перг[d], Үрге Австрия, Австрия |
Үлем сәбәбе | сожжение[d] |
Место содержания под стражей | концлагерь Маутхаузен[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Власов Николай Иванович (лётчик) Викимилектә |
Власов Николай Иванович (11 ноябрь 1916 йыл, Петроград, Рәсәй империяһы — 26 ғинуар 1945 йыл, Маутхаузен, Австрия) — совет хәрби осоусыһы, подполковник. Советтар Союзы Геройы (23.11.1942).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Никола́й Ива́нович Вла́сов Петроградта 1916 йылдың 29 октябрендә (11 ноябрь) эшсе ғаиләһендә тыуған.
Заводта эшләгән. 1934 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында. 1936 йылдан, Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби авиация мәктәбен тамамлағандан һуң, лётчик-инструктор вазифаһында. 1939 йылдан ВКП (б) ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән алып хәрби хәрәкәттәтрҙә ҡатнаша. Көнбайыш фронтта истребитель эскадрильяһы командиры. 1941 йылдың авгусында тревога буйынса дошмандың самолет разведчигын юҡ итеү маҡсатында һауаға күтәрелә, ләкин ни сәбәптәндер пулемёт атмағанлыҡтан, таранға барырға ҡарар итә, бәрелеш һөҙөмтәһендә дошман самолёты бәреп төшөрөлә, һәм уның ҡырылған самолёты фронт линияһында дошман уты аҫтына эләгә. Ултырғанда ауыр йәрәхәтләнә, госпиталдә оҙаҡ дауалана, бер йыл оса алмай, был ваҡытта йәш лётчиктарҙы осошҡа әҙерләү менән шөғөлләнә.
Яңынан оса башлағандан һуң, 1942 йылдың июнендә У-2 еңел самолётында төндә минималь бейеклектә фронт һыҙығы аша сығып, Миллерово станцияһы районындағы дошман ғәскәрҙәре хәрәкәт итеүсе ике шоссе араһына төшөп, быға тиклем бәреп төшөрөлгән яралы лётчик Советтар Союзы Геройы өлкән лейтенант Ф. Т. Демченковты бортына ала һәм дошман уты аҫтында үҙҙәренең аэродромына килтерә.
Н. И. Власов 220 хәрби осош яһап, 27 һауа һуғышында ҡатнаша һәм шәхсән дошмандың 10 самолётын бәреп төшөрә. 1942 йылдың 23 ноябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән лётчикка Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 756-сы һанлы Герой Йондоҙо Кремлдә тапшырыла.
1943 йылдың 29 июль таңында һуғышыусы Ленинградҡа осҡанда, Власов идара иткән Як-1 самолётын зенит артиллерияһы уты уны дошман территорияһына бәреп төшөрә. Төшкән саҡта лётчик машинанан ситкә ырғытыла. Власов Лодзь (Польша) ҡалаһы районындағы концлагерға әсирлеккә эләгә, йәшерен эш алып барыу етәкселәренең береһе булып китә.
СССР Оборона министрлығының Советтар Союзы Геройы полковник Власов Николай Ивановичҡа арналған бойороғонда, атап әйткәндә, былай тиелә: «Әсирлектә булған осорҙа, совет илһөйәр яугир намыҫын һәм дәрәжәһен юғары тотоп, сыҙамлылыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, әсирлектә булған иптәштәренә ярҙам күрһәтә, әсирлектән ҡасыу ойоштора. Дошмандың Тыуған иленә хыянат итергә маташыуҙарын нәфрәт менән ҡабул итә… Полковник Н. И. Власовтың үҙ тыуған еренә, хәрби антына фиҙакәр тоғролоғо, ҡыйыулығы һәм батырлығы СССР Ҡораллы Көстәренең бөтә шәхси составына өлгө булып хеҙмәт итергә тейеш».
1944 йылдың яҙында ҡасырға маташҡаны өсөн Вюрцбург (Германия) ҡәлғә-төрмәһенә күсерелә, һәм унда ла тағы яңы ҡасыу планын төҙөй. Ынтылыштары уңышһыҙ була. Власов төрмәгә күсереү булып ҡала Нюрнберг ҡалаһы төрмәһенә күсерелә һәм унда яңы ҡасыу планы әҙерләй, һәм хыянатсылар һатҡанлыҡтан, Маутхаузен (Австрия) концлагерына, 20-се үлем блогына күсерелә.
Совет ғәскәрҙәре Югославия территорияһына ингәндән һуң, Власов ихтилал ойоштороусыларҙың береһе була, әммә ихтилал башланыр алдынан ғына хыянатсы ошағы арҡаһында, эсэсовсылар ҡулына эләгә һәм 1945 йылдың 26 ғинуарында крематорийҙа тереләй яндырыла.
Әммә Власов башлаған эш ахырына еткерелә: 1945 йылдың 2 февраленән 3 февраленә ҡаршы төндә 20-се блоктың 400-ҙән ашыу тотҡоно һаҡсыларҙы юҡ итеп, стеналар аша үрмәләп сығып ҡасып китә.
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 23 ноябрь бойороғо менән 220 хәрби осош, 27 һауа һуғышы һәм бәреп төшөрөлгән 10 дошман самолёты өсөн подполковник Власов Николай Ивановичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (756-сы һанлы) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[1]
- Ике Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Оборона министрының 1960 йылдың 10 декабрендәге бойороғо менән подполковник. Н. И. Власов мәңгелеккә хәрби часы исемлегенә индерелде.
- Батыр иҫтәлегенә: Мәскәү, Санкт-Петербург, Люберцы, Ташкент ҡалаларында урамдар һәм Люберцы ҡалаһының 5-се гимназияһы аталған.
- Н. И. Власов исеме Волгоград ҡалаһының Геройҙар Аллеяһындағы стелаға яҙылған.
- Санкт-Петербург ҡалаһының 516-сы мәктәбе янында Герой музейы булдырылған.
- Люберцы ҡалаһының 5-се гимназияһында Герой музейы булдырылған.
- Герой уҡыған Луховицкий районы Григорьевский урта мәктәбе бинаһына 1985 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- 1971 йылда Н. И. Власовҡа арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Составитель В. Митрошенков. Жизнь замечательных людей. Лётчики. — Москва: «Молодая Гвардия», 1981. — С. 124—155.
- Сталинградская битва. Июль 1942 — февраль 1943: энциклопедия / под ред. М. М. Загорулько. — 5-е изд., испр. и доп. — Волгоград: Издатель, 2012. — С. 103. — 800 с.
- Зачислен навечно: биографический справочник : в 2 кн.(недоступная ссылка) / А. Д. Зайцев,И. И. Рощин, В. Н. Соловьёв. — М.: Политиздат, 1990.— 100 000 экз — кн.1, С. 116—117
- Андреев С. А. Совершённое ими бессмертно. — Кн. 1. — М.: «Высшая школа», 1976. — С. 69-70 — с.336
- ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 9, л. 153—154.
- Бессмертные подвиги. — М.: Воениздат, 1980. — С. 243
- Герои не умирают. — Киев: «Молодь», 1970. — С. 132—145.
- Зимин Г. В. Истребители. — М.: Воениздат, 1988. — С. 48.
- Иду на таран. — Волгоград: Нижне-Волж. кн. изд., 1978. — С. 190—191, 272.
- Лётчики. — 2-е изд. — М.: «Молодая гвардия», 1981. — С. 124—155.
- Лушников Ф. А. Голос памяти. — М.: ДОСААФ, 1986. — С. 32-34
- Лушников Ф. А., Вуколов В. С. Верность. — М.: Воениздат, 1962
- Макашов А. И. На семи холмах: история города орловского края Мценска. — Тула: Приокское кн. изд., 1988. — С. 167—168
- На грани возможного. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: «Лимб», 1993. — С. 395.
- Небо родное. — Калининград, 1965. — С. 29.
- Полынин Ф. П. Боевые маршруты. — М.: Воениздат, 1981. — С. 166.
- Считать живыми! — Кишинёв: «Картя молдовеняскэ», 1989. — С. 6-21.
- Шаги в бессмертие. — М.: «Московский рабоочий», 1965. — С. 94-204.
- Шингарёв С. И. Иду на таран. — Тула: Приокское кн. изд., 1966. — С. 95-96.
- Военно-исторический журнал. — 1967. — № 11. — С. 54-55.
- История СССР. — 1966. — № 4. — С. 145—146.
- «Советская авиация» 09.10.1960, 10.10.1960.
- ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 9, л. 153—154.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему составу Красной Армии» от 23 ноября 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 12 декабря (№ 44 (203)). — С. 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 26 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Австрияла вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Тереләй яндырылғандар
- КПСС ағзалары
- Сталинград алышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 11 ноябрҙә тыуғандар