Вольфганг Амадей Моцарт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вольфганг Моцарт битенән йүнәлтелде)
Вольфганг Амадей Моцарт
нем. Wolfgang Amadeus Mozart
Төп мәғлүмәт
Исеме

лат. Johannes Chrysostomus Wolfgangus Theophilus Mozart[1]

Тулы исеме

Иоганн Хризостом Вольфганг Амадей Моцарт

Тыуған

27 ғинуар 1756({{padleft:1756|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Зальцбург, Зальцбург архиепископлығы, Изге Рим империяһы

Үлгән

5 декабрь 1791({{padleft:1791|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (35 йәш)

Үлгән урыны

Вена, Изге Рим империяһы

Ил

Изге Рим империяһы Австрия

Һөнәрҙәре

композитор}, органист, пианист

Әүҙем йылдары

17611791

Инструменттар

орган, клавир, скрипка, альт

Жанрҙар

симфоник музыка, опера, камералы музыка

Наградалар
Орден Золотой шпоры
Орден Золотой шпоры
Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Во́льфганг Амадéй Мо́царт (нем. Wolfgang Amadeus Mozart, МФА [ˈvɔlfɡaŋ amaˈdeus ˈmoːtsaʁt] ; тулы исеме — Иога́нн Хризосто́м Во́льфганг Амадéй Мо́царт; 27 ғинуар 1756 йыл, Зальцбург — 5 декабрь 1791 йыл, Вена) — Австрия композиторы һәм музыкант-виртуозы. Иң популяр классик композитор булараҡ, Моцарт бөтә донъя музыка мәҙәниәтенә ҙур йоғонто яһаған. Замандаштарының әйтеүе буйынса, Моцарт феноменаль музыкаль ишетеү һәләтле, иҫ китәрлек хәтерле һәм музыка уйлап сығарып уйнарға оҫта булған.

Моцарт, башҡа композиторҙарҙан айырмалы рәүештә, барлыҡ музыкаль формаларҙа ла ижад иткән һәм барыһында ла ҙур уңыштарға өлгәшкән. Уның яҙған әҫәрҙәре симфоник, концерт, камера, опера һәм хор музыкаһы өлкәләрендә иң ҙур хазина булып һанала. Гайдн һәм Бетховен менән бер рәттән Вена классик мәктәбенең иң шәп вәкилдәренең береһе булған[2]. Моцарттың биографияһы (бигерәк тә уның ваҡытһыҙ үлеме) төрлө уйлап сығарылған бәхәсле мифтарға бай.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге йылдары (1756—1763)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моцарт тыуған йорт. Хәҙер унда композиторҙың музейы урынлашҡан

Вольфганг Амадей Моцарт 1756 йылдың 27 ғинуарында Зальцбург архиепископлығының баш ҡалаһы Зальцбургта Гетрайдегассе, 9-сы йортта тыуған. Уның атаһы Леопольд Моцарт архиепископ-кенәз Сигизмунд фон Штраттенбахтың йорт капеллаһында скрипкасы һәм композитор булған. Әсәһе Мария Анна Моцарт (ҡыҙ фамилияһы Пертль), Санкт-Гильгендәге ҡарттар йортон ҡараусы комиссарҙың ҡыҙы. Моцарттарҙың ғаиләһендә тыуған ете баланың тик икеһе генә:ҡыҙҙары Мария Анна(уны дуҫтары, туғандары Наннерль тип йөрөткән) һәм улдары Вольфганг ғына тере ҡалған. Уның тыуыуы әсәһенә бик ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған, әсәһе бик оҙаҡ ауырығандан һуң ғына терелгән. Тыуғанының икенсе көнөндә үк Зальцбургтағы Изге Руперт соборында Вольфгангты суҡындырғандар. Суҡындырғандан һуң сиркәү кенәгәһенә латинса уны Chrysostomus Wolfgangus Theophilus (Gottlieb) Mozart исемле тип яҙып ҡуйғандар. Был исемдең тәүге ике һүҙе —изге Иоанн Златоуст исеме менән бәйле, ул көндәлек тормошта ҡулланылмаған, ә дүртенсе исеме немецсә һәм лат. Amadeus, нем. Gottlieb, итал. Amadeoo, йәғни «Хоҙайҙың һөйкөмлөһө» тигәнде аңлатҡан. Моцарт үҙен Вольфганг исеме менән атауҙарын хуп күргән[3].

Ике баланың да музыкаль һәләте бала саҡтан уҡ билдәле булған. Ете йәшендә Наннерль атаһынан клавесиндә уйнарға өйрәнгән. Был ваҡытта өс йәшлек Вольфганг, клавесин артына ултырып, төрлө көйҙәр сығарып маташҡан. Ул, хатта апаһы уйнаған музыкаль пьесаларҙы отоп алып, уларҙан өҙөктәрҙе клавесиндә уйнай башлаған. Был уның атаһы Леопольдты ҙур аптырашта ҡалдырған. Улына дүрт йәш тулғас, Леопольд улын клавесиндә ҙур булмаған пьесалар һәм менуэттар уйнарға өйрәтә. Баштан уҡ Вольфганг бик матур уйнаған. Бер аҙҙан ул үҙаллы ижад итергә тотонған. Биш йәшендә бәләкәй пьесалар уйлап сығарған, атаһы был пьесаларҙы нота дәфтәренә яҙып барған. Вольфгангтың иң тәүге әҫәрҙәре клавир өсөн Анданте До мажор (K.1a) һәм Аллегро До мажор (K. 1b) булған. Уларҙың аҫтында ғинуар һәм апрель,1761 йыл тип яҙылған[4].

Анданте һәм Аллегро До мажор, Леопольда Моцарттың ҡулы менән яҙылған

Леопольд үҙ балалары өсөн нота дәфтәрҙәре булдырған, унда ул үҙе йәки уның музыкант дуҫтары, клавир өсөн төрлө әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған. Наннерлдең нота дәфтәрендә менуэттар һәм ҙур булмаған пьесалар яҙылған. Был дәфтәр, ныҡ ҡына зарар күрһә лә, бѳгәнгѳ кѳнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Ошо дәфтәрҙәр буйынса бәләкәй Вольфганг та уҡыған, шунда уҡ уның беренсе әҫәрҙәре лә яҙылған. Вольфгангтың нота дәфтәрҙәре, киреһенсә, матур көйө һаҡланып ҡалған. Унда Телеман, Бах, Киркгоф һәм башҡа күп кенә композиторҙарҙың әҫәрҙәре лә бар. Вольфгангтың музыкаль һәләте бик ҙур булған: алты йәшендә саҡта уҡ клавесиндән башҡа үҙаллы скрипкала уйнарға өйрәнгән[5].

Моцарттың нескә музыкаль һәләтен дәлилләүсе бер факт булып, уларҙың ғаиләһенең дуҫы торбала уйнаусы Андреас Шахтнерҙың Моцарт үлгәндән Мария Анна үтенесе буйынса яҙған хаты тора. Уның иҫләүе буйынса, кескенә Вольфганг ун йәшенә тиклем торба тауышынан ҡурҡҡан, әгәр унда башҡа музыка ҡоралдарында уйнамаһалар, уның тауышын ишетмәҫкә тырышҡан. Хатта торбаларҙы ул үҙенә табан йүнәлтелгән пистолетҡа һанаған. Шахтнер яҙған: «Атаһы, балаһының ҡурҡыуын юҡ итергә була, миңә Вольфгангтын битенә торбанан өрҙөрөргә бойорҙо. Эй, Хоҙайым, нишләп мин быны эшләнем: Вольфганг торбаның аҡырған тауышын ишеткәс тә ағарынып ергә ауа башланы. Әгәр мин уйнауымды дауам итһәм, малайҙың өйәнәге башланыуы ихтимал ине [6].

Атаһы Вольфгангты бик ныҡ яратҡан: һәр кис йоҡлар алдынан улар бер мәғәнәһе лә булмаған, үҙҙәре уйлап сығарған «Oragnia figa tafa» тигән йырҙы икәүләшеп йырлаған. Улы, ултырғысҡа баҫтырып йырлатҡан атаһының танау осонан үбеп, ҡартайғас уны быяла футлярға һалып, үҙендә һаҡларға һәм һәр саҡ хөрмәт итергә вәғәҙә иткәс кенә йоҡларға ятҡан. Атай кеше балаларына ѳлгѳлѳ уҡытыусы һәм тәрбиәсе булған, уларға бик яҡшы белем һәм тәрбиә биргән. Уның балалары бер ҡасан да мәктәпкә йөрөмәгән, уларҙы аталары уҡытҡан. Малай бөтә фәндәрҙән дә мауығып уҡыған, хатта уҡыған саҡта музыкаһын да онотоп торған. Мәҫәлән, һандарҙы өйрәнгән сағында өйҙәге бөтә мебелгә аҡбур менән һандар яҙып бѳткән. [4].

Беренсе сәйәхәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леопольд Моцарт. Пьетро Антонио Лоренцо төшөргән

Леопольд улын композитор итеп күргеһе килгәнлектән, музыка донъяһына Вольфгангты башҡарыусы-виртуоз итеп сығарған. Бының сәбәбе борон-борондан һаҡланып килгән йола буйынса, композитор буласаҡ кеше башта иң һәйбәт музыкант булырға тейеш булған. Улына яҡшы вазифа һәм музыка һөйөүселәр араһында ҡурсалаусы табыр өсөн, Леопольд король һәм кенәздәрҙең һарайҙарына концерт гастролдәре ойошторған. Ошо ваҡыттан алып ун йыл буйына уларҙың ғаиләһе Европа буйлап концерттар менән сәйәхәт итә башлай. 1762 йылдың ғинуарында ул Мюнхенгә беренсе сәйәхәт ҡыла. Вольфгангҡа был ваҡытта бары алты ғына йәш була. Өс аҙналыҡ гастролдәр барышында улар Баварияның куфюрсты Максимилиан III өсөн дә сығыш яһай I[7].

Мюнхендәге уңышлы сығыштар, тамашасыларҙың балаларҙы энтузиазм менән ҡаршылауҙары Леопольдте тағы ла ошондай сығыштар яһарға ҡанатландыра. Ул ваҡытта Вена Европа мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең төп үҙәге булып торған. Венала музыканттар алдында ҙур мөмкинселектәр асылған, улар бында үҙҙәренә ҡурсалаусылар тапҡан. Шуға күрә Леопольд ҙур өмөттәр бағлап, көҙ көнө бөтә ғаиләһе менән Венаға барырға уйлай. Сәйәхәттән алдағы туғыз ай буйына Леопольд Вольфгангҡа музыканан бик күп дәрестәр биргән. Тик ул уға музыка теорияһын түгел, ә тамашасылар өсөн төрлө фокустар ҡуйырға өйрәткән. Тамашасылар күберәк музыканы түгел, ә фокустарҙы нығыраҡ яратҡан булған. Мәҫәлән, Вольфганг сепрәк менән ҡапланған клавиатурала күҙҙәре бәйләнгән көйө хаталарһыҙ уйнарға өйрәнгән. Ниһайәт, Леопольд, архиепископтың рөхсәте менән ял алып, шул уҡ йылдың 18 сентябрендә ғаиләһе менән Венаға юлға сыға. Юл ыңғайы улар Линц ҡалаһында туҡтап, граф Шлик йортонда концерт ҡуя. Был концертта музыка һөйөүсе Герберштейн һәм Пальфи исемле графтар ҙа була. Улар бәләкәй вундеркиндтарҙың уйнауҙары менән ныҡ һоҡлана һәм Вена ҡалаһының данлыҡлы кешеләренең иғтибарын балаларға йәлеп итергә ярҙамлашырға вәғәҙә биргән[7].

Линцтан һуң, почта карабында Дунай буйлап, Моцарттар Венаға йүнәлә. Ибс янында туҡтап ял иткән саҡта Вольфганг францискандар монастырендә беренсе тапҡыр органда уйнап ҡараған. Малайҙың органда уйнағанын ишетеп, францискандар хоры йырларға йыйылған һәм бәләкәй малайҙың шул тиклем оҫта уйнағанына хайран ҡалған. 6 октябрҙә Моцарттар Вена ҡалаһына килеп еткән.

Ул арала, граф Герберштейн һәм Пальфи, үҙ вәғәҙәләрен тотоп, Венаға Моцарттарҙан алдараҡ килеп, эрцгерцог Иосифкә Линцтағы концерт тураһында һөйләгән. Үҙ сиратында Иосиф та үҙенең әсәһе император Мария Терезияға балалар тураһында һөйләй. Шуның арҡаһында, Венаға килгәс тә Леопольд 1763 йылдың 13 октябрендә Шенбрунға аудиенцияға саҡырыу ҡағыҙы алған. Билдәләнгән көнгә тиклем Моцарттар байтаҡ ҡына Вена дворяндары йорттарында сығыш яһарға саҡырылған, шул иҫәптән, вице-канцлер, граф Коллоредо тарафынан да саҡырылғандар. Һуңынан Коллоредоның улы архиепископ Иероним Коллоредо Моцарттың ҡурсалаусыһы булған. Оҙаҡламай бөтә Вена аристократияһы бәләкәй музыкант -виртоуз тураһында ғына һөйләгән[8].

Алты йәшлек Вольфганг император бүләк иткән костюмда. Билдәһеҙ рәссам, фараз ителеүенсә Пьетро Антонио Лоренцони һүрәте, 1763 йыл

13 октябрҙә Моцарттар императорҙың йәйге резиденцияһы булып торған Шенбруннға килгән. Император ҡатыны Мария Терезия Моцарттарҙы, улар үҙҙәрен ҡыйынһынмай тотһондар өсөн, бик йылы ҡаршылай. Бер нисә сәғәт буйына барған концертта Вольфганг төрлө музыка әҫәрҙәрен, үҙенең яҙғандарынан тыш Мария Терезияның йорт композиторы Георг Вагензейль биргән әҫәрҙәрҙе лә, бер хатаһыҙ, мауыҡтырғыс итеп уйнай. Император Франц I, Вольфгангтың уйнау һәләтен тикшереп ҡарау маҡсатында, уны төрлөсә, бер бармаҡ менән генә йәки йоҡа туҡыма менән ҡапланған клавиатураларға баҫтырып уйнатып ҡарай. Вольфганг был имтихандарҙы бик еңел үтә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең апаһы менән бергәләп, дүрт ҡуллап та уйнай. Император ғаиләһе был балаларға хайран ҡала. Император ҡатыны хатта үҙенең битен Вольфгангҡа үбергә рөхсәт итә. Концерт тамамланғас, Моцарттарҙы бик ныҡ һыйлайҙар һәм Һарайҙарының тирә яғын ҡарарға рөхсәт итәләр. Билдәле бер тарихи анекдот менән бәйле әлеге концерт: йәнәһе, Вольфганг император балалары менән уйнағанда шыма иҙәндә тайып йығылған. Эрцгерцогиня Мария Антуанетта, Францияның буласаҡ королеваһы, уға торорға ярҙам иткәндә Вольфганг уға: “Һеҙ бигерәк һәйбәтһегеҙ, мин үҫкәс Һеҙгә өйләнергә теләр инем»- тип әйткән. Моцарттар Шенбруннда ике тапҡыр булған. Император ҡатыны, Моцарттарҙың балалары уларҙың һарайында иң матур кейемдәрҙә йөрөһөндәр өсөн, Вольфгангҡа һәм уның апаһы Наннерлгә ике костюм бүләк иткән[9].

Бәләкәй виртуоздың баш ҡалаға килеүе ҡалала сенсация була, шуның арҡаһында Моцарттар көн һайын аристократтарҙан саҡырыу ҡағыҙҙары алған. Леопольд был саҡырыуҙарҙың береһенән дә баш тартмаған, сөнки ул саҡырыусыларҙың берәйһе, моғайын, балаларҙың ҡурсалаусыһы булыр тип өмөт иткән. Бер нисә сәғәт буйына дауам иткән концерттар Вольфгангты бик ныҡ йонсотҡан. 21 октябрҙә королева алдындағы сираттағы сығышында Вольфганг үҙен бик ныҡ насар тойған, концерттан һуң ауырып йығылған. Уның тәне ҡыҙыл таптар менән ҡапланған, ныҡ ҡыҙыша башлаған. Вольфганг скарлатина менән ауырып киткән. Яҡшы табип дауалауы арҡаһында ул бик тиҙ һауыҡҡан, тик аристократтар, баланан ауырыу йоҡтороуҙан ҡурҡып, уны концерттарға саҡырыуҙан туҡтаған. Шуға күрә венгр дворяндарынан саҡырыу ҡағыҙы килгәс, Леопольд бик ҙур теләк менән балаларын Прессбургҡа (хәҙер — Братислава) алып киткән[10]. Зальцбургҡа ҡайтышлай улар бер нисә көнгә Венала туҡтаған һәм 1763 йылдың башында өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡан.[11].

Оло сәйәхәт (1763—1766)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леопольд, Вольфганг һәм Наннерль. Кармонтель аквареле. Париж, 1763—1764 йыл.

Бер нисә ай ял иткәндән һуң Леопольд балаларының концерттарын дауам итергә булған. Яңы сәйәхәт итеп Парижға концерт эшмәкәрлеге менән барыуҙы һайлаған. Париж ул заманда Европаның иң ҙур музыка үҙәктәренең береһе булған. Леопольдтең ҡурсалаусыһы — Зальцбургтың архиепископ кенәзе Сигизмунд фон Штраттенбах Леопольдтың был амбициоз планын яҡлап сыҡҡан һәм уға ял биргән. Тик Леопольдтың был ялы өс йылға тиклем һуҙылырын ул башына ла килтермәгән [12]. Ғаилә Зальцбургтан 1763 йылдың 9 июлендә юлға сыҡҡан. Юл ыңғайында улар бик күп кенәздәрҙең йортонда, бик күп ҡалаларҙа концерт ҡуйған. Бары тик 18 ноябрҙә генә Парижға килеп етәләр. Виртуоз музыкант балаларҙың даны бик тиҙ таралған һәм Вольфгангтың музыка уйнауын тыыңларға теләүселәрҙең һаны көндән-көн артҡан[13].

Париж Моцарттарға бик ныҡ тәьҫир иткән. Ғинуарҙа Вольфганг клавесин һәм скрипка өсөн беренсе дүрт сонатаһын яҙған, Леопольд уларҙы баҫтырыуға биргән[14]. Ул ете йәшлек бала яҙған соната сенсация буласаҡ, тип уйлаған һәм титул битендә был әҫәрҙе ете йәштәге бала яҙғанын күрһәткән. Моцарттар биргән концерттар ажиотаж тыуҙырған. Франкфурт ҡалаһында бөтә Европала таныҡлы немец энциклопедисы һәм дипломат Фридрих Мельхиор фон Гриммдан ҡурсаулыҡҡа алынған һәм рекомендация хатын алған Моцарттарҙы Людовик XV-тең Версалдәге һарайына сығыш яһарға саҡырғандар.[15]. 24 декабрҙән алып Раштыуаға тиклемге байрамдарҙа улар король һәм маркиза Де Помпадурҙар өсөн ике аҙна буйы концерт биргәндәр[15]. Яңы йыл байрамында Моцарттар хатта король һәм королева янында баҫып тороу хөрмәтенә лә эйә булалар[15].

Парижда Вольфганг һәм Наннерль үҙҙәренең музыка өлкәһендәге ҡаҙаныштарының иң бейек баҫҡысына күтәреләләр. Наннерль Париждың виртуоз музыканттары менән бер рәткә баҫһа, Вольфганг феноменаль һәләтле пианинола уйнаусы, скрипкасы, органсы булып ҡына түгел, ә вокал арияларын экспромт юл менәнь уйнаусы аккомпаниатор һәм импровизатор, нота дәфтәренән алдан әҙерләнмәйенсә генә ҡарап уйнаусы музыкант данын яулай.[16]. Апрель айындағы һуңғы ике оло концерттарҙан һуң Леопольд Лондонға сәйәхәт итергә сығырға ҡарар итә. Парижда бик күп концерттар ҡуйыу сәбәпле, Моцарттар бик күп аҡса эшләй, уларға шулай уҡ бик күп затлы бүләктәр-эмалдән эшләнгән табакеркалар, сәғәттәр һәм биҙәнеү әйберҙәре биргәндәр[14].

Иоганн Кристиан Бах. Томас Гейнсборо төшөргән , 1776 йыл

10 апрель 1764 йыл. Моцарттарҙың ғаиләһе был көндө Париждән сығып, Па-де-Кале боғаҙы аша үтеп, үҙҙәре яллаған карапта Дуврға табан йөҙөп китә[17]. Улар Лондонға 23 апрелдә килә һәм унда ун биш ай йәшәй. [18]. Англияла булыу Вольфгангтың музыкаль белемен күтәрә, ул унда саҡта Иоганн Христиан Бах, Иоганн Себастьян Бахтың кесе улы һәм Карл Фридрих Абель менән таныша. Иоганн Христиан Бах, Вольфгангтан байтаҡ оло булыуға ҡарамаҫтан, йәш музыкант менән дуҫлаша һәм уға музыка буйынса дәрестәр бирә. Шунлыҡтан Вольфгангтың стиле матурыраҡ, иркенерәк һәм зауыҡлыраҡҡа әйләнә[19]. Бах Вольфгангты ысын күңелдән һөйә, улар икәүһе дүрт ҡул менән бергәләшеп инструмент артында бик күп ваҡыт уйнап үткәргән.[20]. Бында, Лондонда, Вольфганг билдәле итальян опера йырсыһы Джованни Манцуолли менән таныша, унан йыр дәрестәре ала. Ә 27 апрелдә Моцарттар король Георг III алдында сығыш яһай. Монарх уларҙың ғаиләһен бик йылы ҡаршылай. 19 майҙа Вольфганг, И. Х. Бах, Г. К. Вагензейль, К. Ф. Абель һәм Г. Ф. Гендель әҫәрҙәрен нота дәфтәренән генә ҡарап уйнап, тыңлаусыларҙы таң ҡалдыра. Улының шундай ҙур уңыштарына шатланған Леопольд өйөнә шулай тип хат яҙған[21]:

То, что он умел, когда мы выезжали из Зальцбурга, — просто тень по сравнению с тем, что он умеет теперь. […] Довольно того, что моя девочка — одна из искуснейших исполнительниц в Европе, хотя ей сейчас всего лишь двенадцать лет, и что мой мальчуган, коротко говоря, умеет в своём восьмилетнем возрасте всё, чего можно требовать от человека сорока лет[22].

Англияға килгәндә Вольфганг виртуоз музыкант булып килгән булһа, ҡайтҡанда ул билдәле композиторға әйләнеп ҡайта[23]: Лондонда саҡта ул элеккесә клавесин һәм скрипка өсөн генә әҫәрҙәр яҙып ҡалмай, ул вокал һәм симфоник әҫәрҙәр ҙә яҙа башлай[24]. Бының сәбәбе булып июлдә Леопольдтың ауырып китеүе торған. Атаһын тынысһыҙламаҫ өсөн, Вольфганг клавирҙа уйнауын туҡтатып тора. Уларҙың ғаиләһе Челси тигән ауылға күсенә. Музыка уйнай алмаған Вольфганг бында музыкаль әҫәрҙәр яҙыу менән шөғөлләнә башлай. Ул үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр симфония (K. 16, Ми-бемоль мажор) яҙа.[25]. Шул рәүешле Вольфгангтың техник әҙерлеге үҫешә, ул композиция формалары һәм ҡағиҙәләрен иркен ҡуллана башлай. Шулай ҙа әлегә ул композитор булыу оҫталығының бейеклектәренә менеп еткән тип әйтеп булмай, сөнки уның күп кенә әҫәрҙәрен Леопольд, тикшереп, мөхәррирләгән, уларҙы тәртипкә һалған. 19 июль, 1765 йыл. Моцарттар Британия музейында була, Вольфганг был музейға Лондонда үҙе ижад иткән сонаталарын һәм 46-сы псаломдың тексына яҙған мадригалын«God is our refuge» (Ҡалып:Tr-en, K. 20) бүләк итә.[26]. Вольфганг һәм уның апаһы Наннерлдең Англияла биргән һуңғы концерты күберәк цирк номерҙарына оҡшаған. Вольфганг һәм Наннерль сепрәк менән ҡапланған клавиатура өҫтөндә дүрт ҡул менән икәүләшеп тавернала аҡсаға уйнаған[27]. 1765 йылдың 26 июлендә Моцарттар Лондондан ҡайтырға сыға,Тик Голландия иле принцессаһының ҙур үтенесе буйынса улар Гаага барырға була. Шунлыҡтан Леопольдтең өйҙәренә әйләнеп ҡайтырҙан алда, юл ыңғайында, Италияға кереп сығыу планы боҙолоп тора.[28][27]

Луврҙан беренсе августа сығып, улар диңгеҙ буйлап Калегә тик бер айҙан һуң ғына (11 сентябрь, 1765 йыл) килеп етә. Голландияла Моцарттар туғыҙ ай булған. Бында Вольфганг тағы бер симфония (K. 22, Си-бемоль мажор) һәм клавесинда һәм скрипкала уйнар өсөн алты соната яҙған. Сентябрь айында Вольфганг Гаагалағы король һарайында концерт биргән. Голландияға килеү Моцарттар өсөн ҙур ҡайғылар килтергән: Леопольд тағы ла ауырып киткән, һуңынан Наннерль эс тифе менән ауырып, саҡ ҡына үлмәй ҡалған, ул һауығыуға Вольфганг та ауырып йығылған. Ул ауырыған саҡта ике ай самаһы үлем сигендә булып, ҡаҡ һөйәккә тороп ҡалған.[29][27]. Леопольд Голландияла булған саҡта уның «Школа скрипичной игры» тигән китабы голланд теленә тәржемә ителеп, баҫылып сыҡҡан[30].

1766 йылдың апрелендә, сәйәхәткә сығыуҙарына өс йылдан артыҡ ваҡыт үткәс, Моцарттарҙың ғаиләһе ҡайтыр юлға сыға. Леопольдтың ялы бик артыҡҡа һуҙылғанлығы, балаларҙың йыш ауырыуҙары, улар ғаиләһенә оҙайлы ял кәрәклеген иҫбатлаған[31]. 10 майҙа улар Парижға килеп етә. Элекке дуҫтары Ф. М. фон Гримм уларға фатир әҙерләп ҡуйған була. Гримм әйтеүенсә, тәү тапҡыр 1764 йылда Парижда булған ваҡыт менән сағыштырғанда, Вольфганг менән Наннерль музыка өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән булған. Шуға ҡарамаҫтан, вундеркиндтарҙың сығышын ныҡ яратҡан тамашасылар үҫмерҙәрҙең музыка уйнауына битараф ҡалған. Шулай ҙа Гриммдың ҙур тырышлығы арҡаһында Вольфганг менән Наннерлде яңынан Версаль һарайына музыка уйнарға саҡырғандар [32]. Ике айҙан һуң, 9 июлдә, ғаилә, Парижды ҡалдырып, тыуған ҡалаһы Зальцбургҡа юл тота. Юл ыңғайында Лионда, Женевала һәм Мюнхендә улар бер нисә аҙна туҡтап тора[27]. Ноябрь,1766 йыл. Ғаилә Зальцбургҡа ҡайтып инә[33].

Тәүге опералары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәхәттең һөҙөмтәләре бик ҙур була: ул Леопольдҡа һәм балаларға хыяллана алмаҫлыҡ ҙур дан килтерә [34]. Өйҙә өс йыл булмаған Вольфганг ябай баланан ун йәшлек композиторға әйләнә. Был хәл Моцарттарҙың дуҫтарын, күршеләрен хайран ҡалдыра[27]. Вольфганг Зальцбургтағы мәктәптә уҡығанмы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ, тик атаһы Леопольдтың малайҙы арифметикаға, уҡырға-яҙырға, тарих менән географияға өйрәткәне билдәле. Вольфганг латин, итальян телдәрен яҡшы белгән, ул телдәрҙә һөйләшкән, шулай уҡ француз һәм инглиз телдәрен дә үҙләштергән[35][36]. Оҙаҡ ваҡыттар буйынса Леопольд улын контрапунктаға ла өйрәткән тип иҫәпләгәндәр, тик һуңынан был фән буйынса дәфтәрҙең Вольфгангтыҡы түгел, ә атаһының бер билдәһеҙ ҡалған уҡыусыһыныҡы булыуы асыҡланған.[37].

XIX быуаттың картинаһында Вольфганг һәм уның атаһы музыкала уйнаған саҡта. Рәссамы— Эбенейзер Кроуфорд

Вольфганг Англиянан композитор булып танылып ҡайтҡас, уға төрлө кешеләрҙән музыка яҙырға заказдар яуа башлаған: мәҫәлән, Зальцбургтың кенәзе С. Штраттенбахтың архиепископлыҡ дәрәжәһенә инеүе йыллығы тантанаһына Вольфганг уны данлаусы музыка(«A Berenice … Sol nascente», икенсе төрлө әйткәндә «Licenza», K.70/61c) яҙған. Был әҫәрҙе Вольфганг 1766 йылдың 21 декабрендә уйнап күрһәткән. Бынан тыш кенәз һарайында уйнар өсөн ул төрлө ваҡытта төрлө марштар, менуэттар, дивертисменттар, трио, торба һәм литаврҙа уйнар өсөн фанфарҙар һәм төрлө байрамдар өсөн музыкалар яҙған, тик уларҙың күбеһе юғалған[38]. Моцарттың «Долг первой заповеди» немец ораторийы ла шул кенәз һарайы өсөн яҙылған. Был музыканы яҙырға уға Михаэль Гайдн һәм Антон Адльгассерҙар ярҙам иткән. Имеш-мимештәргә ҡарағанда, архиепископ Штраттенбах, Вольфгангтың ғәжәйеп һәләтенең ысынмы-юҡмы икәнен белер өсөн, уны бер аҙна буйына йоҙаҡ аҫтында тотҡан һәм үҙе биргән шиғырға ораторий яҙырға ҡушҡан[38]. Тик был әҫәрҙең партитураһының бик оҙон күләмле булыуы (208 бит) һәм байтаҡ нота тексынан тороуы был хәлдең миф икәнлеген иҫбатлай. Нисек кенә булмаһын, ораторийҙың беренсе өлөшө Вольфганг тарафынан 1767 йылдың 12 мартында уйналған[39]. 1767 йылдың майында Вольфгангтың иң беренсе музыкаль драмаһы — латинсә яҙылған «Апполон и Гиацинт» операһы ҡуйылған. Был опера музыкаль интермедия рәүешендә Зальцбург студенттарына университет театры сәхнәһендә уйнаһын өсөн яҙылған булған[40][41].

1767 йылда император Мария Терезияның ҡыҙы — йәш эрцгерцогиня Мария Жозефаның Неаполь короле Фердинанд менән никахы булырға тейеш булған. Ошо ваҡиға айҡанлы Моцарттарҙың ғаиләһе Венаға гастролдәргә барған. Леопольд балаларының уйнауын тантанаға йыйылған халыҡ яҡшы баһалар тип өмөтләнгән. Тик улар Венаға килеп еткән саҡта ғына эрцгерцогиня сәсәк ауырыуынан 16 октябрҙә үлеп киткән. Король һарайындағы ҙур ҡайғынан Моцарттарға концерт ҡуйыу форсаты сыҡмай. Моцарттар был сәсәк ауырыуын йоҡтормаҫ өсөн Оломоуц ҡалаһына ҡасып киткән. Әммә Наннерль менән Вольфганг йоғошло ауырыуҙан бик ҡаты сирләп киткән. Леопольд ҡайғыһынан туғыҙ көн буйы бер нимә лә күрмәгән. 1768 йылдың 10 ғинуарында, балалар һауыҡҡас, Моцарттар тағы ла Венаға килә һәм үҙҙәре лә уйламаҫтан император һарайына саҡырыла[42][43].

1770—1774 йылдарҙы Моцарт Италияла үткәргән. 1770 йылда Болонье һәм шулай уҡ Италияның ул заманда иң популяр композиторы Йозеф Мысливечек менән танышҡан. «Божественный Богемец» Вольфгангтың уға йоғонтоһо шул тиклем көслө булғанлыҡтан, стиль оҡшашлығынан, уның «Авраам һәм Исаак» ораторийын Моцарт яҙған тип иҫәпләгәндәр[44].

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сноски и источники[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title)ISBN 978-1-61669-768-6
  2. Sadie, Stanley. Wolfgang Amadeus Mozart. Austrian composer (ингл.). Encyclopædia Britannica. Энциклопедия Британника (30 апрель 2015). — «With Haydn and Beethoven he brought to its height the achievement of the Viennese Classical school». Дата обращения: 15 август 2015. 2016 йыл 9 апрель архивланған.
  3. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 66
  4. 4,0 4,1 Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 68
  5. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 72
  6. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 70
  7. 7,0 7,1 Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 77
  8. Чёрная, 1966, с. 17
  9. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 79
  10. Чёрная, 1966, с. 18
  11. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 80
  12. Rushton, 2006, p. 8
  13. Чёрная, 1966, с. 20
  14. 14,0 14,1 Чёрная, 1966, с. 26
  15. 15,0 15,1 15,2 Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 89
  16. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 90
  17. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 93
  18. Rushton, 2006, p. 9
  19. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 127
  20. Чёрная, 1966, с. 29
  21. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 93—97
  22. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 97
  23. Чёрная, 1966, с. 31
  24. Чёрная, 1966, с. 30
  25. Rushton, 2006, p. 10
  26. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 100—101
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Rushton, 2006, p. 11
  28. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 104
  29. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, комментарии К. К. Саквы, с. 470
  30. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 109
  31. Чёрная, 1966, с. 32
  32. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 110
  33. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 111–112
  34. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 131
  35. Чёрная, 1966, с. 34—35
  36. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 132
  37. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, комментарии К. К. Саквы, с. 474
  38. 38,0 38,1 Аберт, 1990, с. 134
  39. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, комментарии К. К. Саквы, с. 476
  40. Sadie, 2006, p. 119—120
  41. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 142
  42. Чёрная, 1966, с. 39—40
  43. Аберт, 1990, ч. I, кн. 1, с. 149—150
  44. Пилкова, 1976

Письма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]