Георг Фридрих Гендель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Георг Фридрих Һендель битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Георг Фридрих Гендель
Georg Friedrich Händel
George Frideric Handel by Balthasar Denner.jpg
Георг Фридрих Һендель (1733)
Төп мәғлүмәт
Исеме

нем. Georg Friedrich Händel

Тыуған

23 февраль 1685({{padleft:1685|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Һалле, Изге Рим империяһы

Үлгән

14 апрель 1759({{padleft:1759|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)

Үлгән урыны

Лондон, Бөйөк Британия Короллеге

Ил

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы
Бөйөк Британия Короллеге Бөйөк Британия Короллеге

Һөнәрҙәре

композитор, органсы, клавесинсы

Инструменттар

клавесин, орган, гобой

Автограф
Автограф
gfhandel.org
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә
"Һендель" бите бында йүнәтелә.

Геóрг Фри́дрих Ге́ндель (нем. Georg Friedrich Händel, ингл. George Frideric Handel; 23 февраль, 1685, Галле — 14 апрель, 1759, Лондон) — барокко эпохаһы немец композиторы, опералары, ораториялары һәм концерттары менән билдәле. Германияла Иоганн Себастьян Бах һәм Доменико Скарлатти менән бер йылда тыуған. Музыка буйынса белемде һәм тәжрибәне Италияла алған, шунан Лондонға күсенгән, артабан Британия гражданлығына күскән. Иң билдәле әҫәрҙәре иҫәбенә «Мессия», «Һыу өҫтөндә музыка» һәм « Король фейерверкы өсөн музыка» инә.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ижадының тәүге йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Георг Гендель, композиторҙың атаһы

Генделдәрҙең ғаиләһе Саксонияға XVII быуат башында күсенгәнгә оҡшаған. Композиторҙың атаһы Валентин Һендель Бреслауҙа баҡырсы булған; Галлела ул баҡырсы оҫта Сэмюэль Бейчлингтың ҡыҙына өйләнгән[1]. Улы, Георг[en] Саксонияның Брандербург судында хеҙмәт иткән һарай цирюльнигы—хирург һәм Галленың хөрмәтле гражданы булған. Георгтың икенсе никахынан тәүге улы Георг Фридрих тыуғанда уға 63 тулған була[2].

Георг Фридрихтың әсәһе Доротея рухани ғаиләһендә үҫкән. Атаһы, ике туғаны тағун (чума) менән үлемесле ауырыу булғанда, ул ғаиләһенән бер ҡайҙа ла китмәй, яҡындары янында ҡалған [3]. Георг һәм Доротея 1683 йылда Бранденбург электоратында никахҡа ингән[1]. Генделдең ата-әсәһе бик диндар кешеләр булған һәм XVII быуат буржуазияһына хас тормош рәүеше алып барғандар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Halle — A Cradle of a European Composer  (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2012. 25 март 2012 тикшерелгән.
  2. Georg Händel (1622-97): the barber-surgeon father of George Frideric Handel (1685-1759).  (инг.). British Society for the History of Medicine, Cambridge. 11 март 2012 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Rolland, 1916, p. 2