Ромен Роллан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ромен Роллан
франц. Romain Rolland
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған көнө 29 ғинуар 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Кламси[d][2][5]
Вафат булған көнө 30 декабрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][5][3][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Везле[d][5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Атаһы Émile Rolland[d]
Бер туғандары Madeleine Rolland[d]
Хәләл ефете Кювилье, Мария Павловна[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө яҙыусы, драматург, эссеист, тарихсы, романист, музыка белгесе, прозаик, биограф, музыкант, уҡытыусы
Эш урыны Париж университеты
Лицей Генриха IV[d][6]
Практическая школа высших исследований[d][6]
Высшая нормальная школа[d][6]
Уҡыу йорто Высшая нормальная школа[d]
лицей Людовика Великого[d][6]
Лицей Сен-Луи[d][6]
Париж университеты[6]
Кемдә уҡыған Joséphine Martin[d]
Әүҙемлек урыны Париж[2]
Сәнғәт йүнәлеше свободомыслие[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d], Потерянное поколение[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе ненасилие[d], Q19208301?, Сәнғәт, Опера һәм Һинд фәлсәфәһе
Хеҙмәттәре тупланмаһы Городской музей[d][7]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Romain Rolland
 Ромен Роллан Викимилектә

Ромен Роллан (франц. Romain Rolland [ʁɔlɑ̃]; 29 ғинуар 1866, Кламси — 30 декабрь 1944, Везле) — француз яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, драматург, ғалим-музыка белгесе.

СССР Фәндәр академияһының сит ил почетлы ағзаһы (29 март 1932)[9].

Әҙәбиәт буйынса «Әҙәби әҫәрҙәрҙең юғары идеализмы, шәфҡәтлелек һәм хәҡиҡәткә һөйөү өсөн» Нобель премияһы лауреаты

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ромен Роллан Кламси (Ньевр департаменты, Бургундия) ҡала-коммунаһында нотариус ғаиләһендә тыуған. 1881 йылда Ролландар Парижға күсенә, унда буласаҡ яҙыусы Бөйөк Людовик лицейын тамамлап, 1886 йылда Эколь Нормалдең юғары мәктәбенә уҡырға инә. Ике йылдан һуң уны тамамлап, Роллан, һынлы сәнғәтте, шулай уҡ күренекле итальян композиторҙарының ижадын өйрәнеп, Италияла йәшәй. Иртә бала сағынан фортепьянола уйнап һәм студент йылдарында уҡ музыка менән етди шөғөлләнеп, Роллан үҙенең һөнәре итеп музыка тарихын һайларға ҡарар итә.

Францияға ҡайтып, Роллан Сорбоннала "« Хәҙерге опера театрының килеп сығышы. Люлли һәм Скарлаттиға тиклемге Европа опера тарихы» (1895) темаһына диссертация яҡлай һәм музыка тарихының профессор исемен ала, башта Эколь Нормалдә, ә һуңынан Сорбоннала лекциялар уҡый. Пьер Обри менән берлектә 1901 йылда «La Revue d’histoire et de critique musicales» журналы ойоштора. Был осорҙоң күренекеле музыка хеҙмәттәре булып «Музыканты прошлого» (1908), «Музыканты наших дней» (1908), «Гендель» (1910) күренекле монографиялары тора.

Ролландың матбуғатта баҫылып сыҡҡан беренсе әҙәби әҫәре «Святой Людовик» трагедияһы тора (1897) — «Трагедии веры» драматик циклының башланғыс звеноһы, уға шулай уҡ «Аэрт» һәм «Настанет время» инә.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Роллан — Европа пацифистар ойошмаларында әүҙем ҡатнаша, һуғышҡа ҡаршы бик күп мәҡәләләр баҫтыра, улар «Над схваткой» һәм «Предтечи» йыйынтыҡтарында баҫылып сыға.

1915 йылда ул әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы менән бүләкләнә.

Роллан Лев Толстой менән әүҙем хатлаша, Февраль революцияһын сәләмләй һәм Рәсәйҙәге 1917 йылғы Октябрь революцияһына ыңғай ҡарашта була, әммә уның алымдары һәм «саралар маҡсатты аҡлай» тигән идеялары уны хаваға һала. Уға М.Гандиҙың яуызлыҡҡа көс ҡулланып ҡаршы тормау идеялары яҡыныраҡ була.

1921 йылдан Вильневаға, Швейцарияға күсенә, унда әүҙем эшләй һәм яҙыусылар менән хатлаша, Лондон, Зальцбург, Вена, Прага һәм Германияға сәйәхәт итә.

1920 йылдан инде Максим Горький менән аралаша, саҡырыу буйынса Мәскәүгә килә, унда Сталин менән әңгәмәләшә (1935).

1937 йылда Роллан репрессияланғандарҙы яҡларға маташып, Сталинға хат яҙа (Н. И. Бухарин, Аросев), ләкин яуап ала алмай[10].

Уның башҡа хәбәрселәре Эйнштейн, Швейцер, Фрейд була.[11]

1938 йылда Францияға ҡайтып, Советтар Союзында аяуһыҙ репрессиялар башланыуы тураһында хәбәр ала, әммә илдең таныш етәкселәренә яҙған хаттарына яуап алмай.

Һуғыш йылдарында оккупацияланған Везлела йәшәй, әҙәби эшмәкәрлеген дауам итә, һәм унда туберкулёздан вафат була.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ролландың әҙәби эшмәкәрлеге диссертацияһын яҡлағандан һуң осорҙан һуң, тап 1895 йылдан һуң башлана.

Идеяһы Италияла булған сағында уҡ барлыҡҡа килгән уның тәүге пьесаһы «Орсино» уҡыусыны Яңырыу дәүеренә, индерә, унда төп герой Орсино шул дәүерҙең бөтә яҡшы һыҙаттарын сағылдыра.

Яҙыусы ижадының был осорҙағы был пьесаһынан тыш, антик һәи итальян тематикаһына ҡараған тағы бер нисә пьесаһы бар, улар араһында «Эмпедокл» (1890), «Бальони» (1891), «Ниобея» (1892), «Калигула» (1893) һәм «Осада Мантуи» (1894). Әмма был пьесаларҙың барыһы ла авторға уңыш килтермәй һәм сәхнәгә ҡуйылмай.

«Трагедии веры» циклынан пьесаларының береһе «Святой Людовик» (1897) (циклға шулай уҡ «Аэрт» (1898) һәм «Настанет время» (1903) инә) Ролланға баҫтырып сығарыуға насип булған пьесаларҙың беренсе була. Был дингә ышаныу-ышанмау араһындағы конфликт булған фәлсәфәүи пьеса. Роллан пьесаларҙың был циклында Ибсен драмаһының социаль-философ һәм Шиллер һәм Гюгоның романтик һыҙаттарын берләштерә. Шул уҡ ваҡытта автор үҙе йәмғиәт тормошон һәм сәнғәтте яңыртыу зарурлығын иҫбатларға тырыша.

«Народный театр» (1903) китабында донъя күргән авторҙың мәҡәләләр йыйынтығы ла сәнғәтте яңыртыуға саҡыра. Автор сәнғәт, айырым алғанда, театр сәнғәте сәнғәт хакына ғына түгел, ә халыҡ өсөн аңлайышлы булырға һәм уны эшләргә этәрергә тейеш тип ышандыра.

Театр реформаларының тағы бер ынтылышы булып «Театр революции» пьесалар циклы тора, уға дүрт пьеса инә, улар араһында «Волки» (1898), «Торжество разума» (1899), «Дантон» (1900), «Четырнадцатое июля» (1902) бар. Был цикл француз революцияһына арналған, шул уҡ ваҡытта автор хәҙерге заман проблемаларын һәм ябай халыҡтың тарихтағы ролен хәл итергә тырыша. Революция авторҙы бер үк ваҡытта авторҙы йәлеп итә лә, ҡурҡыта ла. Шул уҡ ваҡытта автор драмаларҙа фәлсәфәүи һәм әхлаҡи проблемаларҙы хәл итергә тырыша.

Мәҫәлән, «Волки» пьесаһында, бер ғәйепһеҙ кешенең тормошо мөһимлеге һәм революция һәм йәмғиәттең мәнфәғәттәре араһындағы низағ бара .

«Четырнадцатое июля» пьесаһында тамашасы ваҡиғаларға индерергә тырышыу була, ә был драманың төп геройҙары тотош халыҡ була.

Ромен Роллан XIX һәм XX быуаттар араһында Бөйөк француз революцияһы ваҡиғаларына арналған «Волки», «Торжество разума», «Дантон», «Четырнадцатое июля» пьесалар циклын баҫтырып сығарғандан һуң танылыу яулай.

Һуңғараҡ автор Плутархҡа оҡшатып, биография жанрына мөрәжәғәт итә. Әммә шул уҡ ваҡытта, үҙ әҫәрҙәренә психологик очерктар, әҙәби портреттар һәм музыкаль тикшеренеүҙәр индереп был жанрҙың новаторы булараҡ сығыш яһай.

Иң билдәле әҫәре — «Жан-Кристоф» романы (1904—1912), 10 китаптан тора. Был роман донъяның тиҫтәләгән телдәренә тәржемә ителә һәм авторға дан килтерә. Цикл немец музыка даһийы Жан-Кристоф- Крафтың көрсөгө тураһында һөйләй, уның прототибы булып Бетховен һәм Роллан үҙе тора. Йәш геройҙың француз менән дуҫлығы «ҡапма — ҡаршылыҡ гармонияһын», ә глобаль рәүештә — дәүләттәр араһындағы тыныслыҡты символлаштыра. Авторҙың төп геройҙың хистәрен үҫтерергә ынтылыуы романдың өр-яңы формаһының барлыҡҡа килеүенә китерә, ул «роман-йылға» булараҡ билдәләнә. Романдың һәр өс өлөшө тамамланған характерҙа, шулай уҡ һәр береһе, музыкалағы кеүек, үҙ тоналлегенә, ритмына эйә, ә лирик сигенеүҙәр романға ҙур эмоционаллек өҫтәй. Жан-Кристоф — ул хәҙерге заман геройы-фетнәсе, үҙ ваҡытындағы музыканың яңы даһийы. Кристофтың эмиграцияһы менән яҙыусы Европа халҡының тормошон күрһәтә һәм ҡабаттан коммерция объектына әйләнгән сәнғәттә реформалар кәрәклеген һөйләргә маташа. Роман аҙағында Кристоф бунтарь булыуҙан туҡтай, әмма шул уҡ ваҡытта үҙ сәнғәтенә тоғро ҡала.

«Кола Брюньон» (1918) повесы йәнә хыял менән ғәмәлде берләштереүгә ынтылыш була. Был повеста ул тағы бер ҡат Яңырыу дәүеренә мөрәжәғәт итә, ә ваҡиғалар урыны Бургундия, яҙыусының тыуған иле тора. Хеҙмәт һәм ижад, яҙыусы ижадының төп темалары була. Интеллектуаль «Жан-Кристоф» романдан айырмалы рәүештә, был повесть үҙенең ябайлығы менән айырылып тора.

Уның әҫәрҙәре араһында бөйөк эшмәкәрҙәр тураһында «Жизнь Бетховена» (1903), «Жизнь Микеланджело» (1907), «Жизнь Толстого» (1911) китаптар циклы бар. Хыял менән ғәмәлде берләштереү идеяһына тоғро ҡалып, «Жизнь Микеланджело» әҫәрендә автор бер үк затта даһи шәхесенең һәм рухһыҙ кешенең конфликтын һүрәтләй. Шулай итеп, ул эштәрен тамамлай алмай һәм сәнғәттән баш тарта.

Беренсе донъя һуғышынан һуң яҙыусы ижадының эволюцияһы бара, ул һуғышҡа ҡапма-ҡаршылыҡтар эҙемтәһе кеүек түгел, ә айырым кешеләр тарафынан аҡса эшләү ысулы булараҡ ҡарай.

Шулай итеп, 1915 йылда һуғышҡа ҡаршы «Над схваткой» йыйынтығы, ә 1919 йылда «Предтечи» китабы баҫылып сыға. 1915 йылда автор «Әҙәби әҫәрҙәренең юғары идеализмы, шулай уҡ төрлө кеше типтарын ысын симпатия һәм һөйөү менән тыуҙырғаны өсөн» Нобель премияһына лайыҡ була.

Яҙыусы һуғышҡа ҡаршы ҡараштарын «Лилюли» (1919) памфлетында, «Пьер и Люс» (1920) трагедияһында, «Клерамбо» романында асып һала, унда тыныс тормош һәм кеше хистәре һуғыштың емергес көсөнә ҡаршы ҡуйыла.

Йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу өсөн революцион фекерҙәрҙе һуғышҡа ҡарата сирҡаныу менән яраштырыу мөмкин булмағанлыҡтан ул Махатма Ганди философияһына мөрәжәғәт итә, уның һөҙөмтәһе булып «Махатма Ганди» (1923), «Жизнь Рамакришны» (1929), «Жизнь Вивекананды» (1930) китаптары тора.

Советтар Союзында революциянан һуң террор булыуға ҡарамаҫтан, Роллан был дәүләт менән бәйләнешен һәм уға ярҙам итеүен дауам итә. Шулай итеп, уның «На смерть Ленина» (1924), «Письмо в „Либертэр“ о репрессиях в России» (1927), «Ответ К. Бальмонту и И. Бунину» (1928) мәҡәләләре сыға. Роллан репрессияларға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә революция кешелектең иң зур ҡаҙанышы тип һанауын дауам итә.

Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң, авторҙың иң мөһим эше —"Очарованная душа" (1922—1923) романы, унда Роллан социаль темаларға күсә. Романдың героиняһы — үҙ хоҡуғы өсөн көрәшкән, бөтә тормош михнәттәрҙе еңеүсе ҡатын-ҡыҙ. Итальян фашисы үлтергән улын юғалтып, ул көрәшкә әүҙем ҡушыла. Шулай итеп, был роман авторҙың тәүге антифашистик романы була.

1936 йылда Роллан «Спутники» исеме аҫтында эсселар йыйынтығы баҫтырып сығара, унда уның ижадына йоғонто яһаған фекер эйәләре һәм сәнғәт вәкилдәре тураһында яҙа, Улар араһында Шекспир, Гете, Л. Н. Толстой, Гюго һәм Ленин да бар.

1939 йылда Ролландың «Робеспьер» пьесаһы баҫылып сыға, уның менән революцион тематикаһын тамамлай. Шулай итеп, ул автор ижадында был йүнәлештәге йомғаҡ була. Автор революциянан һуң йәмғиәттәге террор тураһында фекер йөрөтә, уның маҡсатһыҙлығы тураһында уйлана.

Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң, оккупацияла булып, Роллан «Внутреннее путешествие» (1942), «Кругосветное плаванье» (1946) автобиографик әҫәрҙәре һәм «Бетховен. Великие творческие эпохи» (1928—1949) исеме аҫтында Бетховен ижадын тикшереү өҫтөндә эшләй

1944 йылда ул үҙенең «Пеги» исемле һуңғы китабын яҙа, унда үҙенең дуҫы шағир һәм полемист, шулай ук «Ике аҙналыҡ дәфтәрҙәр» мөхәррире һәм уның осорон һүрәтләй. Һуңғараҡ, ғүмеренең һуңғы йылдарында ул күп томлы «Бетховен. Великие творческие эпохи» хеҙмәтен тамамлап, Бетховен темаһына әйләнеп ҡайта.

Үлгәндән һуң баҫылған мемуарҙарында (Mémoires, 1956) автор ҡараштарының кешелек дөнъяһына ҡарата мәхәббәттә тупланғанлығы күренә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беренсе ҡатыны — Клотильда Бреаль (Clotilde Bréal, 1892 йылдан 1901 йылға тиклем)
  • Икенсе ҡатыны (1934) — Мария Павловна Кювилье, тәүге никахта кенәз Кудашев Сергей Александровичта кейәүҙә була[12].

Произведения[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Цикл пьес «Трагедии веры»:
  • Цикл пьес «Театр революции»:
    • «Волки», 1898
    • «Торжество разума», 1899
    • «Дантон», 1899
    • «Четырнадцатое июля», 1902
    • «Игра любви и смерти», 1924
    • «Вербное воскресенье», 1926
    • «Леониды», 1928
    • «Робеспьер», 1939
  • Книга «Народный театр», 1903
  • «Героические жизни»:
    • «Жизнь Бетховена», 1903
    • «Жизнь Микеланджело», 1907
    • «Жизнь Толстого», 1911
  • «Музыканты прошлого», 1908
  • «Музыканты наших дней», 1908
  • «Гендель», 1910
  • Роман-эпопея «Жан-Кристоф», 1904—1912
  • Сборник антивоенных статей «Над схваткой», 1914—1915
  • Сборник антивоенных статей «Предтечи», 1916—1919
  • Сборник антивоенных статей
  • «Декларация независимости духа», 1919
  • «Кола Брюньон», 1914—1918
  • «Лилюли», 1919
  • «Пьер и Люс», 1920
  • «Клерамбо», 1920
  • Роман-эпопея «Очарованная душа», 1925—1933
  • «Махатма Ганди», 1924
  • «Ответ Азии Толстому», 1928
  • «Жизнь Рамакришны», 1929
  • «Жизнь Вивекананды», 1930
  • «Вселенское Евангелие Вивекананды», 1930
  • «Бетховен», 1927
  • «Бетховен и Гёте», 1932
  • «Пеги», 1944

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #71397100, Record #6211158915874750000008 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118602330 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Romain Rolland // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. 5,0 5,1 5,2 Роллан Ромен // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 https://www.association-romainrolland.org/bibliographie.htm
  7. Liluli. Avec trente deux bois dessinés et gravés par F. Masereel
  8. https://data.performing-arts.ch/a/d85e135a-397b-42dd-8bb9-f73f84c7bceb / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  9. Был избран по инициативе А. В. Луначарского .
  10. Культура как ось пропаганды в России
  11. Британника. Ромен Роллан
  12. Дворянские роды Российской империи.- Т.3.- М., 1996.- С.169.

Текстарының баҫмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Роллан Р. Собрание сочинений : в 20 т.. — Л. : Кооперативное издательство «Время» : Художественная литература, 1932—1936.
  • Роллан Р. Собрание музыкально-исторических сочинений : в 9 т.. — М. : Музгиз : Искусство, 1938.
  • Роллан Р. Собрание сочинений : в 14 т.. — М. : ГИХЛ, 1954—1958.Страница Ҡалып:Шаблон:Comment/styles.css не имеет содержания.Роллан Р. Собрание сочинений : в 14 т.. — М. : ГИХЛ, 1954—1958.
  • Роллан Р. Собрание сочинений : в 9 т.. — М. : Правда, 1971.
  • Роллан Р. Собрание сочинений : в 9 т.. — М. : Правда, 1983.
  • Роллан Р. Музыкально-историческое наследие : в 8 вып. / Науч. ред. В. Н. Брянцева, Л. В. Кириллина. М.: Музыка, 1986—2019.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Анисимов И. И. Мастера культуры : Анатоль Франс. Ромен Роллан. Теодор Драйзер. Генрих Манн. — 2-е изд. — М. : Художественная литература, 1971. — 288 с.
  • Асанова Н. А. «Жан Кристоф» Р. Роллана и проблема взаимодействия в искусстве. — Казань : Издательство КГУ, 1978. — 104 с.
  • Балахонов В. Е. Ромен Роллан в 1914—1924 годы. — Л. : Издательство ЛГУ, 1958. — 229 с.
  • Балахонов В. Е. Ромен Роллан и его время : Ранние годы. — М. : Издательство ЛГУ, 1968. — 262 с.
  • Балахонов В. Е. Ромен Роллан и его время : («Жан-Кристоф»). — М. : Издательство ЛГУ, 1972. — 197 с.
  • Вановская Т. В. Ромен Роллан : 1866—1944. — Л., 1957. — 176 с.
  • Гильдина З. М. Ромен Роллан и мировая культура. — Рига : Звайгзне, 1966. — 210 с.
  • Гроссман Л. П. Собеседник Толстого. Ромен Роллан и его творчество : По неизданным материалам. — М. : Кооперативное издательство писателей «Никитинские субботники», 1928. — 101 с.
  • Дюшен И. Б. «Жан-Кристоф» Ромена Роллана. — М. : Художественная литература, 1966. — 142 с.
  • Исбах А. А. Ромен Роллан : К столетию со дня рождения. — М. : Знание, 1966. — 48 с.
  • Лосев А. Ф., Тахо-Годи М. А. Эстетика природы : Природа и её стилевые функции у Р. Роллана. — М. : Наука, 2006.. — 418 с.
  • Мотылева Т. Л. Ромен Роллан. — М. : Молодая гвардия, 1969. — 384 с.
  • Мотылева Т. Л. Творчество Ромена Роллана. — М. : ГИХЛ, 1959. — 486 с.
  • Трыков В. П. Биографическая проза Ромена Роллана. — М. : МПГУ, 2016. — 152 с.
  • Урицкая Б. С. Ромен Роллан — музыкант. — Л., 1971. — 270 с.