Вощинин Александр Николаевич
Вощинин Александр Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 апрель 1914 |
Тыуған урыны | Яңы Петровка, Мичуринск ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР |
Вафат булған көнө | 11 ноябрь 1986 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | вице-адмирал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вощинин Александр Николаевич (15 апрель 1914 йыл — 11 ноябрь 1986 йыл) — совет хәрби етәксеһе, СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының 6-сы идаралыҡ начальнигы, вице-адмирал (1968).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Николаевич Вощинин 1914 йылдың 15 апрелендә Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Шаран районы Яңы Петровка ауылында тыуа. Татар.
1937 йылда Ленинград ҡалаһындағы М. В. Фрунзе исемендәге Юғары команда хәрби-диңгеҙ училищеһының артиллерия факультетын тамамлай. Сумы өлкәһенең Шостка ҡалаһына хәрби заводҡа йүнәлтелә, унда өлкән техник, Хәрби-диңгеҙ флоты вәкиле урынбаҫары, завод директоры вазифаларында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941—1943 йылдарҙа Хәрби-диңгеҙ флоты Артиллерия идаралығының оператив берекмәһе составында яр буйы нығытма линияһы буйынса эштәрҙе ойоштора. 1943 йылдың апреленән алып Мәскәү ҡалаһында Хәрби-диңгеҙ флоты Артиллерия идаралығында өлкән офицер. Һуңыштан һуң Семипалатинск полигонында ядро ҡоралдарын тәүге һынауҙарҙа ҡатнаша. 1954—1966 йылдарҙа ХДФ-ның бүлек мөдире һәм 6-сы идаралығы начальнигы урынбаҫары. 1966—1975 йылдарҙа ХДФ-ның 6-сы идаралығы начальнигы. Яңы Ерҙә ядро ҡоралын һынау етәкселәренең береһе. 1975 йылда отставкаға сыға.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1953)[1]
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[1]
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[1]
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972)[1]
ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1949, 1972)[1]
III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн»[1]
СССР миҙалдары[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Доценко В. Д. Морской биографический словарь. — СПб.: Логос, 1995. — 496 с. — 3000 экз. — ISBN 5-87288-095-2.
- Татарская энциклопедия. В 6 т. Т.1 (А-В). Казань, 2002.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 15 апрелдә тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Шаран районында тыуғандар
- 11 ноябрҙә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- М.В. Фрунзе исемендәге Юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- III дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткәне өсөн» ордены кавалерҙары
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар