Эстәлеккә күсергә

Янченко Вячеслав Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вячеслав Михайлович Янченко битенән йүнәлтелде)
Янченко Вячеслав Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Янченко Вячеслав Михайлович (19 март 1938 йыл) — Граждандар авиацияһы Төньяҡ-көнбайыш идаралығының «Ту-104» һауа судноһы экипажы командиры, Советтар Союзы Геройы (1973).

Вячеслав Михайлович Янченко 1938 йылдың 19 мартында Өфөлә эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте — рус. 1959 йылдан — КПСС ағзаһы. Өфө геология-разведка техникумын тамамлай, Өфө ДОСААФ клубында шөғөлләнә.

1956 йылдан — Совет Армияһында. 1960 йылда Борисоглеб хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлай, Ҡораллы Көстәрҙең ҡыҫҡартылыуы менән бәйле эштән запасҡа бушатыла һәм Аэрофлотҡа эшкә урынлаша.

Аэрофлотта авиация технигы сифатында Ленинград аэропорты самолеттарын хеҙмәтләндерә, һуңынан граждандар авиацияһы пилотына яңынан уҡып, биш йыл дауамында Архангельск ҡалаһының урындағы авиялинияларында «Ан-2» самолетында оса. Герой-ҡала Ленинградҡа (хәҙер Санкт-Петербург) ҡайтҡас, «ИЛ-14» самолетында икенсе пилоты, һуңғараҡ ошо һауа судноһының командиры, артабан — «Ту-104» һәм Т«У-154» самолеттарында командир була.

1975 йылдан В. М. Янченко — «Ту-154» карабы командиры, инструктор-пилот, авиация эскадрильяһы командирының урынбаҫары, Граждандар авиацияһы Төньяҡ-Көнбайыш Идаралығы өлкән пилот-инспекторы. Бик күп «ТУ-154» самолеты экипаж командирҙарын әҙерләгән. Герой-ҡала Ленинградтың «Пулково» авиапредприятиеһында осоу эше йылдарында Советтар Союзының төрлө ҡалаларына һәм сит илдәргә рейстар яһай. 1997—2000 йылдарҙа — Пулково аэропорты махсус транспорты хәрәкәт хәүефһеҙлеге буйынса инженер. Өс саҡырылыш Ленинград ҡала советы депутаты, 1976 йылда — КПСС-тың XXV съезы делегаты. Санкт-Петербургта йәшәй.

1973 йылдың 23 апрелендә «ТУ-104» карабы командиры В. М. Янченко һауа судноһында 51 пассажир менән Ленинград — Мәскәү маршруты буйынса планлы рейс башҡара. Бейеклекте йыйғандан һуң штаттан тыш хәл барлыҡҡа килә: бортта булған енәйәтсе, шартлатыу менән янап, Швецияға осоуҙы талап итә.

Ул ваҡытта бындай осраҡтарҙа ғәмәлдәр буйынса бер ниндәй ҙә инструкциялар булмау сәбәпле, В. М. Янченко, хәл-торошто баһалап, «Пулково» аэропортына кире ҡайтырға ҡарар ҡабул итә. ТУ-104 ергә ултырыуға барған саҡта террорсы шартлау ҡулайламаһын хәрәкәткә килтерә. Шартлау һөҙөмтәһендә самолеттың алғы ишеге менән фюзеляждың бер өлөшө йолҡоп сығарыла. Экстремаль ситуацияла булыуына ҡарамаҫтан, Янченко лайнерҙы уңышлы ултырта, һәм бөтә пассажирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡала.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 6 июнендәге Указына вазифауи бурыстарҙы үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Граждандар авиацияһы карабы командиры запастағы капитан Янченко Вячеслав Михайловичкә «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (10736-се) тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ленин ордены, миҙалдар.
  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.—сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл ISBN 978-5-295-06554-5.