Эстәлеккә күсергә

Вәлиев Илһам Фәһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Илһам Фәһим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Имәнлеҡул ауылы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы тенор[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Вәлиев Илһам Фәһим улы (19 июль 1975 йыл) — опера йырсыһы (тенор), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2009).

Илһам Фәһим улы Вәлиев 1975 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылында тыуған[1]. Х. Бигичевты бала саҡтан яратып тыңлаған, уның йырлау манераһын үҙ иткән[2].

2004 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын «соло йыры» һөнәре буйынса (Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Ф. Ф. Сәғитова класы) тамамлай. 2002 йылда, институттың өсөнсө курсы студенты булараҡ, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡырыла, бында С. Рахманиновтың «Алеко» спектаклендә Йәш сиған партияһында йырлай (диплом эше).

2010 йылда Екатеринбург дәүләт опера һәм балет театрына солист булараҡ эшкә саҡырыла һәм бөгөнгө көнгә тиклем шунда эшләй, бер үк ваҡытта Өфөлә лә эшен дауам итә. Ғаиләһе Өфөлә йәшәй. Ҡаҙан, Силәбе, Пермь театрҙары менән хеҙмәттәшлек итә.

2004 һәм 2006 йылдарҙа Мәскәүҙә «Алтын битлек» Милли театраль премияһына номинацияланған З. Исмәғилевтың «Ҡаһым түрә» һәм В.-А. Моцарттың «Тылсымлы флейта» спектаклдәрендә ҡатнаша.

  • Беренсе яугир (В.-А. Моцарт «Волшебная флейта»)
  • Дон Оттавио (В.-А. Моцарт «Дон Жуан»)
  • Неморино (Г. Доницетти «Любовный напиток»)
  • Альфред (Дж. Верди «Травиата»)
  • Герцог (Дж. Верди «Риголетто»)
  • Сапҡын (Дж. Верди «Аида»)
  • Фауст (Ш. Гуно «Фауст»)
  • Рудольф (Дж. Пуччини «Богема»)
  • Пинкертон (Дж. Пуччини «Мадам Баттерфляй»)
  • Каварадосси (Дж. Пуччини «Тоска»)
  • Йәш сиған (С. Рахманинов «Алеко»)
  • Берендей (Н. Римский-Корсаков «Снегурочка»)
  • Лыков (Н. Римский-Корсаков «Царская невеста»)
  • Владимир Игоревич (А. Бородин «Князь Игорь»)
  • Ленский (П. Чайковский «Евгений Онегин»)
  • Принц (С. Прокофьев «Любовь к трём апельсинам»)
  • Салауат (З. Исмәғилев «Салауат Юлаев»)
  • Һөйөндөк (З. Исмәғилев «Урал илселәре»)
  • Илмырҙа, Часовой (З. Исмәғилев «Ҡаһым түрә»)
  • Аҡъегет (С. Низаметдинов «Ай тотолған төндә»)
  • Айтуган (С.Низаметдинов «Накий»)
  • Басыр (З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»)[3]

Театр труппаһы составында Португалияла (2006), Таиландҡа (2008) бара[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалистар конкурсы - икенсе премия лауреаты (Өфө, 1999)
  • Н. Сабитов исемендәге VI Асыҡ башҡарыусы музыканттар конкурсы дипломанты (Өфө, 2004)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — операларҙа Һөйөндөк, Салауат, Ленский, Пинкертон, Альфред, Фауст партияларын башҡарған өсөн (2009)
  • «Алтын битлек» фестивале жюрийы махсус премияһы лауреаты — С. С. Прокофьевтың «Любовь к трем апельсинам» операһында Принц партияһын башҡарғаны өсөн (2012)
  • Свердловск өлкәһе губернаторы премияһы лауреаты[3].