Эстәлеккә күсергә

Гавалов Сергей Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гавалов Сергей Михайлович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 12 март 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (93 йәш)
Вафат булған урыны Новосибирск, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Новосибирск дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Гавалов Сергей Михайлович (10 апрель 1924 йыл, Тифлис — 12 март 2018 йыл, Новосибирск) — СССР һәм Рәсәй табип-педиатры, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре[1][2].

Сергей Михайлович Гавалов 1924 йылда Тифлис ҡалаһында тыуған. 1948 йылда 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай, бюллама буйынса Ҡаҙағстанға эшкә ебәрелә[1].

1950 йылда 2-се Мәскәү медицина институтының аспирантураһына уҡырға инә, унда педиатрия йүнәлешен һайлай.

1954 йылда аспирантураны тамамлап, фән кандидаты дәрәжәһен алыу менән, ул Ҡырым медицина институтына балалар инфекцияһы бүлеге мөдире булып эшләргә китә. Бында ул балалар пульмонологияһы мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Эшенең һөҙөмтәһе булып «Хронические неспецифические пневмонии у детей и их этапное лечение» монографияһы була, уның нигеҙендә, ул 1962 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

1962 йылда Ереванға күсенә, бында Ереван медицина институтының педиатрия факультеты деканы вазифаһын башҡара. Юғары уҡыу йортонда балалар пульмонологияһының фәнни мәктәбен ойоштора[1].

1971 йылда СССР Фәндәр академияһының саҡырыуын ҡабул итә һәм Новосибирск ҡалаһына күсенә, бында СССР Фәндәр академияһы Себер бүлеге цитология һәм генетика институты ҡарамағында педиатрия лабораторияһы һәм клиника бүлеге мөдире була. Гавалов исеме менән Новосибирск ҡалаһында балалар пульмонологияһы мәктәбе төҙөлөү бәйле[4].

1976 йылда Гавалов етәкселегендә ғалимдар коллективы киҫкен респиратор ауырыу кисергән балаларҙа бронхы-үпкә «рецидивы» генезында төп патофизиологик механизмдарҙың береһе булып бронхыларҙың ҡуҙғыуы тора, тип тәүге тапҡыр СССР-ҙа беренселәрҙән булып иҫбатлай.

1981 йылда туранан-тура Гавалов ҡатнашлығында Новосибирскиҙа балаларҙы профилактик дауалауҙа яңы йүнәлеш — ғаилә диспансеризацияһы һәм оҙайлы ауырыусы балаларҙы реабилитациялау ҡулланыла башлай.

Үҙенең хеҙмәттәрендә профессор балаларҙа бронхы-үпкә ауырыуҙары хронизацияһының патологофизиологик нигеҙҙәрен (БЛЗ), йөклө ҡатындарҙың әүҙем тәмәке тартыу йоғонтоһоноң хәүеф факторын, бронхыларҙың гиперактивлығы, үпкә туҡымаһының тоташтырғыс дисплазияһын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә[4].

С.М. Гавалов 270-тән ашыу баҫма хеҙмәт авторы, улар араһында 7 монография, табиптар өсөн 4 ҡулланма, сит телдәргә тәржемә ителгән һәм донъяның бер нисә илдәрендә баҫып сығарылған «Детские болезни» дәреслеге бар (1967, 1968, 1970, 1971, 1974, 1976 йылғы баҫмалар).

1994 йылда Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана[5].

С.М. Гавалов 2018 йылдың 12 мартында Новосибирскиҙа вафат була.

  • Гавалов С. М. Хронические неспецифические пневмонии у детей и их этапное лечение / С. М. Гавалов. – М. : Медгиз, 1961. – 205 с.
  • Гавалов С. М. Острые пневмонии у детей / С. М. Гавалов. – Новосибирск : Изд-во НГУ, 1990. – 263 с.
  • Гавалов С. М. Часто и длительно болеющие дети / С. М. Гавалов. – Новосибирск : Изд-во НГУ, 1993. – 284 с.
  • Гавалов С. М. Детские болезни : учебник / С. М. Гавалов. – М. : Медгиз, 1968 ; 1970. – 543 с.
  1. 1,0 1,1 1,2 Administrator. ГАВАЛОВ Сергей Михайлович. www.biograph.ru. Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 14 октября 1998 N 1250 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  3. Ушел из жизни Сергей Михайлович Гавалов — Межрегиональная общественная организация "Педиатрическое респираторное общество". pulmodeti.ru. Дата обращения: 11 сентябрь 2018.
  4. 4,0 4,1 Е.Г. Кондюрина, Н.А. Межевич, О.А. Рябова К ЮБИЛЕЮ СЕРГЕЯ МИХАЙЛОВИЧА ГАВАЛОВА // Медицина и образование в Сибири. — В. 4. — Т. 2009.
  5. Гавалов Сергей Михайлович | Центр военно-политических исследований. eurasian-defence.ru. Дата обращения: 11 сентябрь 2018.