Зайцев Гавриил Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гавриил Фёдорович Зайцев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зайцев Гавриил Фёдорович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 7 апрель 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Белорет
Вафат булған көнө 8 июнь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Введенский зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Военно-политическая академия имени В. И. Ленина[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Зайцев Гавриил Фёдорович (7 апрель 1905 йыл8 июнь 1975 йыл) — хәрби хеҙмәткәр. СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты вице-адмиралы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гавриил Фёдорович Зайцев 1905 йылдың 7 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында тыуған.

1927 йылда СССР Хәрби-Диңгеҙ флотына хеҙмәткә саҡырыла. Ҡыҙылфлотсы, кесе командир, клуб начальнигы булып хеҙмәт итә.

1932 йылдан партия-сәйәси вазифаларҙа хеҙмәт итә, Ленинград хәрби-диңгеҙ базаһы сәйәси бүлегенең партия комиссияһы яуаплы секретары, һыу аҫты кәмәһе хәрби комиссары була.

1938 йылда В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияның хәрби-диңгеҙ факультетын тамамлай.

19381939 йылдарҙа Зайцев СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Төп сәйәси идаралығы кадрҙар бүлеге начальнигы булып хеҙмәт итә[1].

Бөйөк Ватан һуғышын Гавриил Зайцев Каспий хәрби флотилияһы Хәрби советы ағзаһы булып ҡаршылай. Әүҙем хәрби хәрәкәт башлау менән, ул Балтик яр буйы оборонаһы хәрби комендантының сәйәси бүлеге буйынса урынбаҫары вазифаһына йүнәлтелә. 1942 йылда Зайцев Алыҫ Көнсығышҡа күсерелә һәм Тымыҡ океан флоты сәйәси идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй. Шул уҡ йылдың 12 декабрендә уға яр буйы хеҙмәттәре генерал-майоры хәрби дәрәжәһе бирелә.

Һуғыштан һуң Гавриил Зайцев СССР Хәрби-Диңгеҙ флотында партия-сәйәси вазифаларҙа хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылдың ноябрь айында уға «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә. 1955 йылда Генераль штаб Хәрби академияһының хәрби-диңгеҙ факультетын тамамлай. 1956 йылда Зайцев отставкаға сыға. Уның һуңғы вазифаһы — СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Баш штаб начальнигының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары. 1975 йылдың 8 июнендә вафат була, Мәскәүҙә Введенский зияратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Горжусь своей нацией. (рус.). Союз ветеранов Республики Татарстан.. Проверено 11 апреля 2014.