Эстәлеккә күсергә

Галанова Лидия Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Галанова, Лидия Андреевна битенән йүнәлтелде)
Галанова Лидия Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Зәй, Q42314114?, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 апрель 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Галанова Лидия Андреевна (18761956) — совет уҡытыусыһы; Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1947).

1876 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе Заинское ауылында (хәҙерге Удмурт Республикаһының Сарапул районы) тыуған.

1903—1905 йылдарҙа Мәскәүҙә юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡый. 1905 йылда студент сыуалыштарында ҡатнашҡан өсөн Өфөгә һөрөлә, полиция күҙәтеүе аҫтында була. 1898-1903 йылдарҙа Минзәләлә ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында һәм 1906—1918 йылдарҙа шәхси ирҙәр гимназияһында уҡытыусы булып эшләй. Октябрь революцияһынан һуң, 1918—1939 йылдарҙа, Өфө ҡалаһында 11-се мәктәп директоры булып эшләй.

Л. А. Галанова етәкселеге аҫтында 11-се мәктәптә Башҡортостан Республикаһында беренсе булып махсус оҫтаханалары менән политехник уҡытыу индерелә; бында уҡыусылар үҙидараһы системаһы, түңәрәктәр селтәре эшләй. Был республиканың өлгөлө мәктәбе булып китә, һәм 1934 йылда мәктәпкә Л. А. Галанованың исеме бирелә (1995 йылға тиклем мәктәп был исемде йөрөтә[1]). Мәктәпте тамамлаусылар араһында СССР-ҙың билдәле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар: Заварицкий А. Н., Пекарский П. П., Кузеев Р. Г һәм башҡалар.

1956 йылдың 2 апрелендә Өфөлә вафат була.

Ире — Галанов Виктор Дмитриевич (1878—1937) — совет дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, социал-демократик һәм революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, Башҡорт ВКП(б) обкомының партия тарихы бүлеге мөдире[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- БАССР-ҙың Хеҙмәт Геройы (1922),

- Хеҙмәт Геройы (1936)[3]

- Ленин ордены (1951),

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944)

- миҙалдар.