Галушкалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полтавала украин галушкаһына һәйкәл

Галу́шкалар (укр. галушки́, словак. halušky, ингуш. хьалтамаш, чеч. галнаш) — көнсығыш Европа (Венгрия, Словакия, Чехия, Польша, Украина) һәм өлөшләтә төньяҡ-кавказ (Чечня, Ингушетия, Балҡария) аш-һыуы блюдоһы, ҡайнап торған һыуҙа бешерелгән ҡамыр киҫәктәре. Украина галушкаларын (май йәки ҡаймаҡ менән) айырым блюдо итеп тә бирәләр йәки галушкалар менән аш бешерәләр. Ингушетияла галушкаларҙың ике төрө бар — жур-хьалтамаш (чеч. ахар галнаш) (кукуруз ононан) һәм хьор-хьалтамаш (бойҙай ононан). Ике төрө лә мотлаҡ урман йыуаһы йәки һарымһаҡлы соус менән иткә гарнир сифатында бирелә. Чечен, ингуш һәм балҡар аш-һыуында йышыраҡ галушкалар менән бешкән ит әҙерләйҙәр. Һирәгерәк итте мейестә бешерәләр, ҡыҙҙыралар йәки күмерҙә әҙерләйҙәр. Һәр төрөндә лә иткә соус менән галушкалар өҫтәйҙәр[1].

Шулай уҡ «Ялҡау эремсек билмәне» исемле (айырым блюдо һымаҡ) уның айырым төрө бар — ул ғәҙәттә татлы аш тәмләткес (иретелгән май менән ҡуйыртылған һөт, йәки шуға оҡшаш) менән бирелә.

Галушкалар әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

То ль дело Киев! Что за край! Валятся сами в рот галушки
  • Н. В. Гоголдең «Диканькаға яҡын утарҙа кистәр» повесында, тимерсе килгәндә им-томсо Пузатый Пацюк галушкалар ашай:
Тимерсе ҡыйыуһыҙлыҡ менән ишек асты һәм иҙәндә, өҫтөндә галушкалы туҫтаҡ ултырған ҙур булмаған тәпән алдында, төрөктәрсә ултырған Пацюкты күрҙе. Был туҫтаҡ, әйтерһең юрамал, уның ауыҙы тәңгәлендә тора. Бер генә бармағы менән дә яҡынайтмай, ул башын еңелсә туҫтаҡҡа эйелтеп, ваҡыты менән тештәре ярҙамында галушкаларҙы эләктереп ала ла, боламыҡ һемерә ине.
  • Бына шулай был блюдо 1785 йылғы «Харьков наместнигы һүрәтләүендә»[2]: «Шулай уҡ улар [халыҡ] сумарға оҡшаған, сало һәм ҡарабойҙай ононан галушкалар менән шыйыҡ аш, һәм сало йәки май менән ҡаты бешкән тары бутҡаһы, уларға башлыса укроп һәм башҡа үләндәр һалып, бешерәләр».

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сумар
  • Кнедль
  • Кнедлик
  • Брынзалы галушкалар
  • Лазанки
  • Туҡмас

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Яковлев Н. Ф. Ингуши. Популярный очерк. 1925.
  2. «Описания Харьковского наместничества конца XVIII века». Описание 1785 года. К: Наукова думка, 1991, стр.68

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]