Эстәлеккә күсергә

Джавахишвили Гиви Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гиви Джавахишвили битенән йүнәлтелде)
Джавахишвили Гиви Дмитриевич
груз. გივი ჯავახიშვილი
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Грузия
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме груз. გივი ჯავახიშვილი
Тыуған көнө 18 декабрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 ноябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Грузия техник университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXI съезы[d], XXIII съезд КПСС[d], КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм XXIV съезд КПСС[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены

Гиви Дмитриевич Джавахишвили (груз. გივი დიმიტრის ძე ჯავახიშვილი; 18 декабрь 1912 йыл, Тифлис — 10 ноябрь 1985 йыл, Тбилиси) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. 1953—1975 йылдарҙа Грузин ССР-ының Министрҙар Советы рәйесе.

Гиви Джавахишвили 1912 йылда табип Дмитрий Джавахишвили һәм Анна Магалашвили ғаиләһендә тыуған.

1934 йылда Кавказ аръяғы индустриаль институтын тамамлай; инженер-геолог.

19341941 йылдарҙа — гидрогеология партиялары начальнигы.

19411942 йылдарҙа — Тбилиси ҡалаһының Орджоникидзе район партия комитеты инструкторы.

19421944 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Совнаркомының госплан бүлеге мөдире.

19441945 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының яғыулыҡ һәм энергетика бүлеге инструкторы.

19451947 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының яғыулыҡ һәм энергетика бүлегенең бүлек мөдире урынбаҫары.

1947—1948 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының яғыулыҡ-энергетика сәнәғәте буйынса сәркәтиб урынбаҫары һәм яғыулыҡ-энергетика бүлеге мөдире.

1948—1952 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитетының ауыр сәнәғәт бүлеге мөдире.

1952—1953 йылдарҙа — Тбилиси ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе.

1952—1953 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Юғары Советы рәйесе.

1953 йылдың апрель—сентябре — Грузин ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.

1953—1975 йылдарҙа — Грузин ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе.

1953—1975 йылдарҙа — Грузия Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты бюроһы ағзаһы; КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы (1956—1976 йылдарҙа), СССР-ҙың 4-9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1975 йылдың декабренән — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]