Эстәлеккә күсергә

Гидравлика (завод, Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гидравлика (завод, Уфа) битенән йүнәлтелде)
Гидравлика
Нигеҙләү датаһы 1939
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционерҙар йәмғиәте
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт gidravlika-ufa.ru

Өфө «Гидравлика» агрегат предприятиеһы акционерҙар йәмғиәте — авиация һәм, шулай уҡ, ракета-космос һәм оборона техникаһын эшләү һәм комплектлау өсөн тауарҙар етештереү буйынса Рәсәй агрегат предприятиеһы. Ростех Дәүләт корпорацияһының «Авиация ҡорамалдары» холдингы составына инә.

Предприятие тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предприятие СССР авиация сәнәғәтендә ҡатлауҙар һәм тығыҙлағыс материалдар етештереү буйынса 1939 йылдың май айында Ржев ҡалаһында төҙөлгән тәүге завод нигеҙендә ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Ржев заводын тәүҙә Һарытауға, һуңынан Өфөгә күсерәләр, унда уның филиалы ойошторола. 1942 йылдың майында предприятие баш предприятие сығарған продукцияһының бөтә исемлеген тергеҙеүгә өлгәшә.

1943 йылдың ғинуарында Ржев заводының Өфө филиалы үҙ аллы предприятие — 85-се дәүләт заводы була.

1944—1945 йылдарҙа предприятие фильтрҙар, агрегаттар, юғары теүәллек һәм эшкәртеү таҙалығы менән эшләнеүсе әйберҙәрҙе үҙләштерә.

1946 йылда завод шулай уҡ граждандар продукцияһы, халыҡ мәнфәғәте өсөн керогаздар сығара башлай.

1948 йылда борт селтәрен радиоҡамасауҙан һаҡлау өсөн һығылмалы металл еңсә һәм еҙҙән ышыҡлаусы еңсә сығарыла башлай.

1951—1960 йылдарҙа предприятие Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең яңы двигателдәре өсөн яғыулыҡ-май агрегаттары сығара башлай.

1956 йылдың июлендә завод базаһында «Гидромеханика» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы (ОКБ) булдырыла, ул 85-се завод өсөн металл эсәктәргә, фильтрҙар һәм агрегаттарға конструктор документацияларын төп эшләүсе булып тора.

1961—1965 йылдарҙа предприятие авиация һәм космонавтикала ҡулланылыусы ҡатмарлы гидравлик, яғыулыҡ, һауа фильтрҙары, гидроагрегаттар эшләй башлай. Бында борт электр селтәрен артыҡ көс төшөүҙән һаҡлаусы автомат етештерелә башлай.

1966 йылдың сентябрендә предприятиеның исеме үҙгәртелә һәм ул «Гидравлика» тип атала башлай.

1965—1970 йылдарҙа предприятиела ТА-6 тибындағы ярҙамсы газ турбиналы двигателдәр сығарыуға йүнәлтелгән махсуслаштырылған производство ойошторола. Тутыҡмай торған ҡоростан айырыуса йоҡа стеналы торбалар һәм эсәктәр, «Москвич-412» двигателе өсөн ҡайһы бер комплектлаусы әйберҙәр, юғары етештереүсәнлекле аэродром фильтр-сепараторҙары сығарыла башлай.

1969 йылда Саҡмағош ауылында заводтың тығыҙлаусы әйберҙәр сығара башлаған филиалы асыла.

1971—1980 йылдарҙа Советтар Союзында беренсе тапҡыр фтор ҡатламлы һығылмалы эсәк етештереү барлыҡҡа килә. Программа менән идара ителеүсе станоктар өсөн күпләп сатраш суппорт етештереү үҙләштерелә. Бормалы үҙгәрткес етештереү буйынса цех эшләтеп ебәрелә.

1980—1990 йылдарҙа ярҙамсы газ турбиналы двигателдәр, турбонасос ҡулайламалар, авиация һәм космос өсөн яңы фильтрҙар һәм агрегаттар, металлургия һәм машиналар эшләү өсөн эсәктәр сығара башлай.

2000-се йылдарҙа машина-трактор сәнәғәте, атом энергетикаһы, нефтегазхимия һәм башҡа ҡайһы бер тармаҡтар өсөн фильтрҙар, эсәктәр, компенсаторҙар етештереү асыла.

2002 йылдың ноябрендә Өфө агрегат предприятиеһы «Гидравлика» Федераль дәүләт унитар предприятиеһы уставы раҫлана.

2011 йылдың июлендә предприятие «Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»» акционерҙар йәмғиәтенә әүерелә һәм Ростех Дәүләт Корпорацияһы составына инә.

  • Глинкин, Сергей Александрович (1939 майы — 1943 йылдың ғинуары)
  • Гутцайт, Семен Михайлович (1943 йылдың ғинуары — сентябрь 1948)
  • Герасименко, Сергей Андреевич (сентябрь 1948—1953 июль)
  • Михайлов Иван Андреевич (1953 июль — июль 1954)
  • Голованев, Дмитрий Иванович (1954 июль — сентябрь 1956)
  • Павлов Леонид Ильич (1957 февраль — март 1974)
  • Тужилов, Георгий Петрович (март 1974—1984 ғинуар)
  • Коробов, Владислав Петрович (июнь 1984—1986 октябрь)
  • Хузин, Ирек Саитович (1986 ноябрь — май 1999)
  • Пучнин, Николай Борисович (1999 июнь — март 2005)
  • Новиков, Виктор Алексеевич (июль 2005—2012, июнь)
  • Малышев, Василий Викторович (июль 2012—2013 февраль)
  • Жуковский, Виктор Михайлович (2013 февраль — август 2013)
  • Лютов, Николай Александрович (август 2013—2016 июль)
  • Денисов Сергей Александрович (июль 2016—2017 ғинуар)
  • Новиков, Виктор Алексеевич (2017 ғинуар — әлеге ваҡыт буйынса)

Бөгөнгө көндә предприятие

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»» акционерҙар йәмғиәте хәҙерге ваҡытта авиация һәм ракета-космос тәғәйенләнешендәге продукция эшләй һәм етештерә: металл һәм фтор ҡатламлы еңсәләр һәм компенсаторҙар, төрлө авиация агрегаттары, фильтрҙар (гидравлик, яғыулыҡ, майлы, һауалы). Етештерелгән продукциялар исемлегенә ТА-6, ТА-8, ТА-12 тибындағы ярҙамсы газ турбиналы двигателдәр, турбина ҡулайламалары инә.

Предприятие етештергән двигателдәр Ан-22, Ил-76, Як-42, Ту-134, Ту-154, Ту-204, Бе-200, Ми-26 самолеттарына һәм вертолеттарына ҡуйыла. Заводтың партнерҙары иҫәбенә Рәсәй һәм БДБ илдәренең бик күп предприятиеләре инә.

«Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»» акционерҙар йәмғиәте үҙенең етештергән продукцияһын Ҡытай, Һиндостан, Польша, Чехия, Словакия, Румыния кеүек башҡа илдәргә лә ебәрә.

2011 йылда табыш 1,09 миллиард һум тәшкил итә, уларҙың 1 млрд һумы граждандар продукцияһын һатып алына, саф килеме 9,49 миллион һум, йәмғиәттең устав капиталы — 2,3 миллион һум тәшкил итә[1]. 2011 йылда етештереү ҡеүәтен үҫтереү өсөн «Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»» 439,4 миллион һум йүнәлтә, шуның арҡаһында инновацион продукция өлөшө 5,6 % тәшкил итә[2].

2013 йылда "Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»"ның саф табышы 30,44 миллион һум тәшкил итә. Был 2012 йыл күрһәткесенән 1,7 тапҡырға күберәк. Гидравликаның килеме 2013 йыл менән сағыштырғанда 17,7 %-ҡа арта һәм 2,33 миллиард һум тәшкил итә[3].


2014 йылда «Гидравлика» сифат менән идара итеүҙең ISO 9001һәм AS/EN 9100 халыҡ-ара системаһына күсә. Халыҡ-ара стандарттар Өфө аэрокосмос сәнәғәте предприятиеһының сит ил баҙарында көнәркәшлек һәләтлеген күтәреүгә йүнәлтелгән[4].


2014 йылда «Авиация ҡорамалдары» холдингы «Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»»ла ярҙамсы көс ҡоролмалары (ВСУ) етештереү һәм сығарыуҙы ике тапҡырға арттыра. «Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»»ла, етештерелгән продукцияның дөйөм күләмендә уларҙың өлөшө 20%-тан 45 %-ҡа тиклем арта. Күҙалланыуынса, 2020 йылда предприятие 150 ВСУ сығарыуҙы яйға һаласаҡ, шул арҡала Ил-76МД-90А самолетына, Ми-26 вертолетына, һәм башҡаларға двигателдәр эшләү тормошҡа ашырыласаҡ[5].

«Өфө Агрегат Предприятиеһы «Гидравлика»» Як-130 уҡыу-хәрби самолеты өсөн гидравлик яғыулыҡ фильтры һәм фтор ҡатламлы еңсәләр етештерәсәк. Гидравлик яғыулыҡ фильтры юғары кимәлдә фильтрләү һәләтенә эйә, бынан тыш, ул аналогынан байтаҡҡа (0,5 кг-ға) еңел, шуға күрә бындай ике ҡулайлама ҡуйыу иҫәбенә самолеттың ауырлығын 1 килограмға кәметергә мөмкин. Як-130 уҡыу-хәрби самолетын яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү тураһында «Авиация ҡорамалдары» холдингы һәм «Иркут» корпорацияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу арҡаһында, етештереүҙе башлауға өлгәшелә[6].