Эстәлеккә күсергә

Ғилман Хоҙайбирҙин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гильман Худайбердин битенән йүнәлтелде)
Ғилман Хоҙайбирҙин
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18111814

Хәрби звание

хорунжий

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Ғилман Хоҙайбирҙин — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбашы.

Хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин 1811 йылдың 10 майында армияға бара[1].

1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].

Ғилман Хоҙайбирҙин 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә Гродно янындағы алышта батырсылыҡ күрһәтә[4].

1812 йылдың 1 июлендә — Мир, 5 июлдә — Несвиж, 18 июлендә — Романов, 12 августта — Смоленск, 1812 йылдың 3-5 сентябрҙә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].

1813 йылдың 13 ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа батырлыҡ күрһәтә[5]. 1813 йылдың 12 мартында — Несвиж, 29 мартта — Линбург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].

1813 йылдың 15-16 авгусында Ютербок янындағы алышта ҡатнаша һәм бында күрһәткән батырлығы өсөн 1813 йылдың 6 декабрендә йөҙбаш (сотник) званиеһын ала [1].

1813 йылдың 21-22 авгусында Винтербург эргәһендә була. 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша[1].

1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[6]. 1813 йылдың 10 ноябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.

Яҡшы хеҙмәте өсөн 1813 йылдың 13 июлендә бригада командиры генерал-майор Бенкендорф һәм 1814 йылдың 28 декабрендә полк командиры есаул Иҡсан Әбүбәкировтан маҡтаулы ҡағыҙҙар ала[7].

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.