Ғилман Хоҙайбирҙин
Ғилман Хоҙайбирҙин | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
билдәһеҙ |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
хорунжий |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Ғилман Хоҙайбирҙин — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбашы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хорунжий Ғилман Хоҙайбирҙин 1811 йылдың 10 майында армияға бара[1].
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].
Ғилман Хоҙайбирҙин 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә Гродно янындағы алышта батырсылыҡ күрһәтә[4].
1812 йылдың 1 июлендә — Мир, 5 июлдә — Несвиж, 18 июлендә — Романов, 12 августта — Смоленск, 1812 йылдың 3-5 сентябрҙә — Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].
1813 йылдың 13 ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа батырлыҡ күрһәтә[5]. 1813 йылдың 12 мартында — Несвиж, 29 мартта — Линбург янындағы алыштарҙа ҡатнаша[1].
1813 йылдың 15-16 авгусында Ютербок янындағы алышта ҡатнаша һәм бында күрһәткән батырлығы өсөн 1813 йылдың 6 декабрендә йөҙбаш (сотник) званиеһын ала [1].
1813 йылдың 21-22 авгусында Винтербург эргәһендә була. 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша[1].
1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[6]. 1813 йылдың 10 ноябрендә 1-се Башҡорт атлы полкы Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
Яҡшы хеҙмәте өсөн 1813 йылдың 13 июлендә бригада командиры генерал-майор Бенкендорф һәм 1814 йылдың 28 декабрендә полк командиры есаул Иҡсан Әбүбәкировтан маҡтаулы ҡағыҙҙар ала[7].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 117
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 27
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 136
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 117-118
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.