Иҡсан Әбүбәкиров
Иҡсан Әбүбәкиров | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Үрге Таш ауылы, Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы) |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
прапорщик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Иҡсан Әбүбәкиров (Иҡсан Әбүбәкир улы Ҡарасов) — хәрби эшмәкәр, прапорщик (1818). 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт атлы полкының йөҙбаш есауылы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡсан Әбүбәкир улы Ҡарасов сығышы менән Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәңкем-Ҡыпсаҡ улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Үрге Таш ауылы башҡорттарынан.
Йөҙбаш есауыл Иҡсан Әбүбәкиров 1811 йылдың 10 майында армияға бара[1].
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[2][3].
Иҡсан Әбүбәкиров 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылдың 15 июнендә Гродно, ә 2 августта — Смоленск (Красный) янындағы алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә, шуның өсөн полк есауылы званиеһын ала һәм 1813 йылдың 3 мартында бүләкләнә[4].
1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә була[1].
1813 йылдың 13 ғинуарында Данциг (Гданьск) ҡәлғәһен ҡамауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн орденға тәҡдим ителә һәм 1813 йылдың 6 декабрендә Дюссельдорф ҡалаһы янында ҡылыслы 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[5].
1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була[1].
Десава янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1813 йылдың 16 сентябрендә орденға тәҡдим ителә һәм 1814 йылдың 3 ғинуарында Бреда ҡәлғәһе янында 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә[6].
1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[7].
1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 29 февралендә Ремид ҡәлғәһе эргәһендә полк командиры званиеһын ала[1].
1814 йылдың 18 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[1].
1818 йылдың 22 майында прапорщик званиеһын ала[8].
Ҡустыһы Хөсәйен Әбүбәкиров шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнаша, ике көмөш миҙал кавалеры[9].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ике тапҡыр 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры (6 декабрь 1813 йыл)[10].
- 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены кавалеры (3 ғинуар 1814 йыл)[11]
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 27
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116, 136
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116, 122
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
- ↑ Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — С. 128. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 136
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 122
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Мәләүез районында тыуғандар
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 1812 йылғы Смоленск алышында ҡатнашыусылар
- Малоярославец янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар