Гинин Николай Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гинин Николай Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 декабрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Тысяцково[d], Добрянский район[d], Пермский округ[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 август 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены

Гинин Николай Степанович (10 декабрь 1925 йыл — 15 август 1999 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1942—1986 йылдарҙа «Уралэнергомонтаж» тресында слесарь, 1946 йылдан — бригадир, 1966—1981 йылдарҙа слесарь-бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1966). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Степанович Гинин 1925 йылдың 10 декабрендә хәҙерге Пермь крайының Добрян районы Тысяцково ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Пермь өлкәһенең Губаха ҡалаһындағы 13-сө һанлы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң 1942 йылда «Пермьэнергомонтаж» тресы Краснокама монтаж участкаһында слесарь булып башлай. 1943—1946 йылдан алып Ҡыҙыл, Яйвин, Березовка ГРЭС-ында, Соликамск һәм Түбәнге Тагил йылылыҡ электр станцияларында слесарҙар бригадиры булып эшләй. 1966 йылдан Башҡорт АССР-ы «Уралэнергомонтаж» тресында Нефтекама участкаһының слесарь-монтажсылар бригадиры булып эшләй.

Бригада 300 мең киловатт-сәғәт блоктарҙы монтажлауҙа, Ҡарман ГРЭС төҙөлөшөндә эшләп, монтажлау блоктары 300 мең киловатт-сәғәт, йыйыу майҙансығында һәр береһе 30 тонна йөк күтәрерлек ике кран, бер кран 50 тонна йөк күтәрерлек, ҡаҙанлыҡ бүлегендә һәр береһе 125 тонна йөк күтәрерлек ике күпер краны урынлаштыра. Электр станицяһына ҡормалдар ҡуйыуҙа монтаж башынан алып 185 берәмек механизм төҙөкләндерелә: яр буйы насосының насос циркулярҙары, турбина ҡулайламаларының конденсатлы, түгә торған насостары, эжекторҙарҙың күтәреү насостары, электр туҡландырыу насостары һәм машина залының башҡа механизмдары.

Гинин Сергей хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, хеҙмәт юғалтыуҙарын экономиялауға ҙур иғтибар бүлә. Һигеҙенсе биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) бригаданың бер ағзаһына план буйынса 50 180 һум тәшкил итһә, етештереү планы 53 698 һумға арттырып үтәлә.

Бер эшсе эшләйәсәк 1970 йылдың заданиеһы алдан — 1970 йылдың 1 ноябренә үтәлә, йыллыҡ үтәү 125—130 процент тәшкил итә.

Биш йыллыҡ план заданиеларын уңышлы үтәгәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 20 апрелдәге указы менән Н. С. Гининға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Гинин Николай Степановичтың бригадаһы Нефтекама ҡалаһында Ирекле ГРЭС-ын, «Башсельмаш» заводын төҙөүҙә ҡатнаша.

1985 йылда пенсияға сыға.

Нефтекама ҡалаһының Почётлы гражданы.

Гинин Николай Степанович 1999 йылдың 15 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нефтекама ҡалаһында Гинин Н. С. исеме менән урам аталған.
  • Герой йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]