Эстәлеккә күсергә

Грекова Валентина Борисовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грекова Валентина Борисовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 май 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Һамар, СССР
Вафат булған көнө 2 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Бөйөк Новгород, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам, иконописец
Ойошма ағзаһы Союз архитекторов СССР[d] һәм СССР Рәссамдар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Грекова Валентина Борисовна (6 май 1931 йыл — 2 апрель 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең рәссам-реставраторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993)[1].

Валентина Борисовна Грекова 1931 йылдың 6 майында Һамарҙа тыуа. Атаһы — В. И Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы була, 1938 йылда ҡулға алына һәм атыла.

1950 йылда Валентина Грекова Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына, Тарих факультетының сәнғәтте өйрәнеү киске бүлегенә уҡырға инә. Өсөнсө курста сағында Үҙәк фәнни эшләй реставрация оҫтаханаһының (һуңыраҡ «Союзреставрация») архитектура төркөмөндә эшләй башлай.

1955 йылда, университеттың һуңғы курсында, В. Б. Грекова Ярослав ихатаһындағы Параскева Пятница сиркәүе нигеҙен нығытыуҙа ҡатнашыу өсөн беренсе тапҡыр Новгородҡа килә, София соборының һынлы сәнғәте менән эшләй.

1963 йылда Мәҙәниәт министрлығының махсус комиссияһы Ковалевтағы Спас сиркәүендә ҡаҙыныу эштәре башлау, емереклектәрҙән таҙартыу һәм ҡалған фрескаларҙы һаҡлау эштәрен башлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Валентина Грекова ошо проект буйынса эшкә индерелә. Ошо уҡ йылда ул, үҙенең буласаҡ ире А. П. Греков менән таныша. 1965 йылдың яҙында улар икәүләп Новгородҡа килә. Ковалевтағы Спас сиркәүендә эшләү улар өсөн шул тиклем ҡыҙыҡ була, улар мәңгелеккә шунда ҡала.

1965 йылдан бергә эшләп, ғаилә ысын ижади һәм фәнни тандем тыуҙыра. Артабанғы бөтә баҫмаларҙа һәм отчеттарҙа уларҙың исемдәре бергә йөрөй. 1966 йылдан Грековтар ҡатнашлығында Ковалевтағы Спас сиркәүе фрескаларының художество үҙенсәлеген һәм уларҙы ҡотҡарыу буйынса эштәрҙе яҡтыртҡан тиҫтәнән ашыу күргәҙмә үтә.

Грековтар архитектура ҡомартҡыларының хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә ҡыйралған фрескаларҙы ҡотҡарыу ысулын эшләй һәм уны ғәмәлдә ҡуллана. Был методика буйынса ваҡланған фреска композицияларын йыйыу һәр бүлеү уларҙың тәүге урынлашыу участкалары буйынса алып барыла, был уларҙың өлөштәре буйынса билдәле композициялар франгменттарын йыйыу һәм артабан ентекләп тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Был ысул үҙенсәлекле һәм донъяның реставрация тәжрибәһендә ғәмәлдә ҡулланылған тәүге тәжрибә булып тора

Новгород өсөн Ковалевтағы Спас сиркәүе фрескаларын тергеҙеү эше менән 35 йылдан ашыу етәкселек иткән Грековтар ғаиләһе реставрация символына әүерелә.

  • СССР Дәүләт премияһы.
  • «Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре».
  • «Новгородтың почетлы гражданы» (1992 йыл).