Эстәлеккә күсергә

Белорецкий (Ларионов) Григорий Прокопьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорецкий
рус. Григорий Прокопьевич Ларионов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Григорий Прокопьевич Ларионов
Псевдоним Белорецкий[1]
Тыуған көнө 19 (31) ғинуар 1879
Тыуған урыны Белорет, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Оренбургское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 (31) ғинуар 1913[1] (33 йәш)
Вафат булған урыны Скопин[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, фольклорсы, табип
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы

Ларионов Григорий Прокопьевич (псевдонимы — Белорецкий; 19 ғинуар 1879 йыл — 6 март 1913 йыл) — хәрби табип, яҙыусы, фольклорсы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.

Григорий Прокопьевич Ларионов (Белорецкий) 1879 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһының Белорет заводы ҡасабаһында приказчик ғаиләһендә тыуған.

1896 йылда Өфө ҡалаһында гимназияны алтын миҙал менән тамамлай, ә 1901 йылда — Санкт-Петербургта Хәрби-медицина академияһын тамамлай.

Белем алғандан һуң, хәрби табип булып хеҙмәт итә. 19041905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 1905 йылда рус-япон һуғышы һүрәтләнгән «На войне» повесын һәм хәрби хикәйәләр яҙа, бының өсөн уны цензура эҙәрлекләй. Уға Санкт-Петербургта йәшәү тыйыла һәм табип эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү сикләнә.

Ғүмеренең аҙағында гарнизондарҙа хәрби табип булып эшләй. 1913 йылдың 6 мартында Тамбов губернаһының Скопин ҡалаһында үҙ-үҙенә ҡул һала.

Яҙыусының «Заводская частушка» исемле тәүге ҙур мәҡәләһе 1901 йылда «Уральская жизнь» гәзитендә баҫылған. «Русское богатство», «Вестник Европы» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. 1903 йылда «Русское богатство» журналында (редакторы яҙыусы В. Г. Короленко) «Сказитель — гусляр» очергы, 1904 йылда — «Уральские этюды» циклы баҫылып сыға. 1906 йылда «Без идеи» китабы донъя күрә.

Григорий Белорецкий 500-ҙән ашыу көнкүреш һәм завод таҡмағы яҙып ала.

  • Очерки «Сказитель-гусляр в Уральском крае», «Заводская поэзия» (1902).
  • Около 500 частушек, собранных на заводах Юж. Урала.
  • Рассказы и очерки из народного быта — «Страдалец», «Юбилеи»
  • Повести «В сумасшедшем доме» (1903), рассказы «Поздней осенью» и «Летней ночью» из цикла «Уральские этюды» (1904)
  • Без идеи: из рассказов о войне. — СПбг., 1906; Избранное.- Уфа, 1958.
  • Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (И. П. Абдуллин Р. К.), 2007. — 260 с., илл.
  • Г. Белорецкий Избранное. Уфа, 1958.
  • Алфёров Р. А. Прочнее стали: ист.-худож. очерк. Уфа, 1954;
  • Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.
  • Прямков А. В. Уральский писатель Гр. Белорецкий. М., 1957;
  • Ладейщиков А. С. Писатели Урала. Свердловск, 1949.