Грузия халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Грузин бейеүселәренең сығышы

Грузия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — 1945 йылда Тбилисиҙа (Грузин ССР-ы) төҙөлгән хореографик коллектив. Ирле-ҡатынлы Илья Сухишвили (1954 йылға тиклем бейей) һәм Нина Рамишвили (1972 йылға тиклем бейей) ансамблдең тәүге етәкселәре була.

Ансамблдә М. Мхеидзе, В. Купарадзе, Г. Сурвиладзе, Н. Лордкипанидзе, Ш. Барамидзе, В. Каландадзе, З. Билалович кеүек Грузин ССР-ының атҡаҙанған артистары эшләй.

Уның репертуарында Грузияла, Осетияла йәшәгән милләтттәрҙең төрлө халыҡ бейеүҙәре, шулай уҡ грузин халыҡ ҡоралдары оҙатыуындағы сюжетлы театрлаштырылған сәхнәләштереүҙәр урын алған. Улар араһында ансамбль артистары башҡарған бейеүҙәр — «Картули» (груз. ქართული), ҡатын-ҡыҙҙар бейеүе «Самаия» (груз. სამაია), «Кинтоури», «Давлури», аджар бейеүе «Гандаган» һәм «Хоруми», әзербайжан бейеүе «Джейрани», осетиндарҙың «Симд» һәм «Шаян бейеү», «Илоури», Хонг бейеүе, «Хевсурский бейеү» һәм башҡалар бар.

1948 йылдан башлап, ансамбль СССР ҡалалары буйлап гастролдәргә сығып китә, унан һуң шулай уҡ Польша, Румыния, АҠШ, Финляндия, Франция, Чехословакия, Австрия, Болгария, Венгрия, Дания, Венесуэла, Колумбия, Кубала гастролдә булалар.

1967 йылда ансамбль Италияла Милан «Ла Скала»[1]. Гәзиттәр был сығыш тураһында:

«Грузин балеты артистары — үҙҙәре бер камиллыҡ. Был бейеү түгел, был — осош. Сәхнәләге дауыл! Уларҙың бейеүе гравитация ҡанунына ҡаршы сыға. Ирҙәр ҡыйыулығы менән ҡатын-ҡыҙ һығылмалығының берләшеүе. Күккә олғашыусы калейдоскопик геометриялар һәм хәрби теүәллек булдырыусы бейеүселәрҙең сихри тамашаһы».


2007 йылға ҡәҙәр ансамбль менән уның тәүге художество етәкселәренең улы Тенгиз Сухишвили[2] етәкселек итә. Уның вафатынан һуң ансамбль етәкселәре булып балалары Нино һәм Илья Сухишвили (кесеһе) — Нино Рамиашвили һәм Илья Сухишвилиҙың ейәндәре эшләй башлай.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1954 — «Грузия Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле», документаль фильмы, режиссеры Тенгиз Абуладзе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]