Губин Виктор Евдокимович
Губин Виктор Евдокимович | |
рус. Виктор Евдокимович Губин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Виктор Евдокимович Губин |
Тыуған көнө | 17 март 1919 |
Тыуған урыны | Белогорск, Белогорский район[d] |
Вафат булған көнө | 3 сентябрь 1996 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Балалары | Виктор Викторович Губин[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | инженер-механик |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Губин Виктор Евдокимович (17 март 1919 йыл — 3 сентябрь 1996 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Өфө нефть институтының беренсе ректоры (1954—1964). Техник фәндәр докторы (1973), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Йырсы Андрей Губиндың олатаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Евдокимович Губин 1919 йылдың 17 мартында Амур өлкәһенең Александровское ауылында[1] (1926 йылдан ҡала, хәҙер Белогорск исемен йөрөтә) тыуған.
Һарытау ҡалаһында нефть техникумын (1938), нефть һәм газ ташыу һәм һаҡлау буйынса инженер-механик һөнәре буйынса Мәскәү нефть институтын (1948) тамамлаған.
Техник — механик, нефтебаза директоры, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, төҙөлөш буйынса инженер, баш механик булып эшләгән.
1952 йылдың сентябренән 1953 мартына тиклем — нефть һаҡлау һәм ташыу кафедраһы мөдире, нефть-химия факультеты деканы.
1953 йылдың мартында фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса институт директоры урынбаҫары, 1954 йылдың сентябренән — Өфө нефть институтының беренсе ректоры була.
1952—1965 — Өфө нефть институтында нефть механика факультеты деканы, директор урынбаҫары, ректор;
1965—1976 —Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институты директоры;
1977—1986 йылдарҙа — Өфө нефть институтының «Һыу менән тәьмин итеү» кафедраһы мөдире ;
1986—1991 йылдарҙа — «Аква-био» предприятиеһының директоры.
Уның етәкселеге аҫтында Өфө нефть институтының төп уҡыу корпусы, ятаҡтары төҙөлә, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында институттың киске факультеттары ойошторола. Павловка һыуһаҡлағысы яры буйында спорт-һауыҡтырыу лагеры асыла, нефть әҙерләү һәм ташыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында лабораториялар комплексы төҙөлә, институт бөтә союз статусын ала, нефть системалары реологияһының һәм уларҙың ташыу технологияһының бәйләнеше нигеҙҙәрен, нефттәрҙең реологик үҙенсәлектәренә физик-химик йоғонто процестарын өйрәнә һәм һәм улар менән һурҙырып ағыҙғанда идара итеүҙең технологик принциптарын эшләй.
Трансконтиненталь нефть үткәргестәрҙең проектлауҙа һәм файҙаланыуҙа ҡулланылған норматив-техник документтарҙың база комплексы менән етәкселек итә.
Илдә етештерелгән беренсе «ДН-1» депрессаторы ойоштороусыларының һәм етештереүселәренең береһе була.
Пермь, Кишинев һәм башҡа ҡалаларҙың заводтарында ағып төшкән һыуҙарҙы ауыр металдарҙан таҙартыу буйынса биохимик ысул эшләй һәм индерә.
Уйлап табыуға 36 авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты, 150-нән ашыу ғилми баҫма эштәре бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969)
- СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены| (1966)
- Алты миҙал.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Олатаһын Мәскәүҙән Амур өлкәһе һөргөнгә ебәрәләр, атаһы, Губин Евдокимды, совет власының тәүге йылдарында төрмәлә үлтерәләр[2]
- Ҡатыны — Губина Валентина Емельяновна эске эштәр министрлығы мәктәбендә КПСС тарихын уҡытҡан, театр училищеһын тамамлаған, әммә ире ҡаршы булғас, актёр булып китмәй, һуңынан Өфөлә тарих факультетын тамамлай.
- Улы — Губин Андрей Викторович (19.10.1959) — 1999—2005 — «Башинвест» инновация төҙөлөш банкыһы идаралығы рәйесе урынбаҫары, 2005—2011 — ОАО «Төбәк банк үҫеше» идараһы рәйесе[3]
- Ҡыҙы — Анна Викторовна (Губина), Ленинградта юғары уҡыу йортон тамамлай.
- Улы — Губин Виктор Викторович (30.09.1948— 03.03.2007), Ленинградта юғары уҡыу йортон тамамлай, диссертация яҡлай, Өфө ғилми-тикшеренеү институтында нефть һәм газ комплексын хеҙмәтләндереүсе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, бик күп совет журналдарында карикатурасы була. 1980 йылдарҙа «Труд» гәзите мөхәрририәтендә штаттан тыш карикатурасылар төркөмө етәксеһе була. Рәсәй тауар-сеймал биржаһының вице-президенты була. Улы Андрейҙың продюсеры була, бер нисә тауыш яҙҙырыу студияһына эйә була. 2007 йылдың 3 мартында вафат була[4].
- Ейәндәре — Губин Андрей Викторович (1974) — йырсы, композитор, шағир.
- Ейәнсәре — Боева Анастасия Викторовна (иренең фамилия буйынса) (ҡыҙ фамилияһы Клементьева) (16.12.1980), Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының иҡтисад факультетында уҡый[5]. Кейәүҙә.
- Бүләһе — Андрей (2005).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Губин Виктор Евдокимович 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ http://www.andreygubin.ru/pressa/pr_03.htm 2017 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ http://personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=957338
- ↑ Ведущий: Леонид Закошанский. ВИДЕО. Андрей Губин в ток-шоу «Жизнь как песня» в эфире телеканала «НТВ» (2013 год). // youtube.com
- ↑ Андрей Губин и Настя Клементьева: «Мы дрались из-за макарон». 2012 йыл 11 ғинуар архивланған. // andreygubin.ru
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губин Виктор Евдокимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Урала: Губин Виктор Евдокимович 2022 йыл 1 апрель архивланған.
- ОЦ музей истории УГНТУ. Губин Виктор Евдокимович 2020 йыл 5 декабрь архивланған.
- 17 мартта тыуғандар
- 1919 йылда тыуғандар
- 3 сентябрҙә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- СССР инженерҙары
- Алфавит буйынса инженерҙар
- Алфавит буйынса механиктар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Өфө дәүләт нефть техник университеты ректорҙары