Эстәлеккә күсергә

Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гульфира Гареева битенән йүнәлтелде)
Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 октябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (64 йәш)
Тыуған урыны Илтабан, Ҡунаҡбай ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө ғалим, университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d] (2011)
Әүҙемлек урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты
Ойошма ағзаһы Рәсәй яҙыусылар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы (25 октябрь 1960 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, публицист. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Филология фәндәре докторы (2011), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007).

Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы Гәрәева 1960 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районының Илтабан ауылында тыуған.

Күрше Ҡунаҡбай ауылы мәктәбендә урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә һәм уны 1982 йылда уңышлы тамамлай. Артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт әҙәбиәте ғилеме буйынса аспирантурала уҡый.

1987 йылдан алып 1992 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген юғары мәктәп уҡытыусыһы булараҡ дауам итә: 1992-1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетында уҡыта, башҡорт филологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы була.

1995 йылдан Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы үҙе тамамлаған Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 2011 йылда «XX быуаттың икенсе яртыһы башҡорт прозаһының үҫеш үҙенсәлектәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

2012 йылдан ғалим башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры.

Бер үк ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлеге һәм әҙәбиәт ғилеме, мәҙәниәт ғилеме буйынса фәнни ойошма ағзаһы, ғилми секретарь[3].

  • Вопросы мастерства в башкирской прозе(1996);
  • Зеркало времени: духовный мир героя (2003);
  • Тормош дөрөҫлөгө һәм яҙыусы оҫталығы (хәҙерге прозала жанр-стиль эҙләнеүҙәре). Өфө, 2005;
  • Опаленные войной: об особенностях творчества Т. Гиниатуллина (2006);
  • Структура современной башкирской прозы (2009);
  • Особенности развития башкирской прозы второй половины ХХ века: Научное издание. (2010);
  • Башкирские прозаики: Научное издание (2012);
  • Основные идейно-художественные направления башкирской прозы. Saarbrücken, 2012;
  • Психологизм в башкирской прозе 1960—1980-х годов (2012);
  • Башҡорт прозаһында оҫталыҡ мәсьәләләре. Өфө, 2014;
  • Принципы отражения действительности и концепция героя в башкирскойлитературе (I половина ХХ века) (2015).

Ғалим ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007)
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы (2011)
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Диссертации России → Филологические науки → Литература народов Российской Федерации. Особенности развития башкирской прозы второй половины XX века. Гареева, Гульфира Нигаматовна
  3. Академия наук Республики Башкортостан. Официальный сайт. Гареева Гульфира Нигаматовна. Отделение социально-гуманитарных наук и технологий. Научный совет по литературоведению и фольклористике: Ученый секретарь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2020)