Гәрәев
Уҡыу көйләүҙәре
(Гәрәева битенән йүнәлтелде)
Гәрәев — башҡорт ир-ат фамилияһы. Гәрәй исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Айҙар Риф улы (1962 т.) — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (1994—1999).
- Гәрәев Вил Мулла улы (1937 т.) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1969), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).
- Гәрәев Дабир Батыр улы (1934—2006) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт ССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992).
- Гәрәев Заһит Хажи улы (1896—?) — хәрби эшмәкәр. Хәрби фәндәр кандидаты (1943).
- Гәрәев Зәки Фәтхетдин улы (1917—1994) — хужалыҡ эшмәкәре.
- Гәрәев Ибраһим Сәхипгәрәй улы (1918—1997) — хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1973).
- Гәрәев Йософ Ибраһим улы (Йософ Гәрәй) (1904—1988) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.
- Гәрәев Марат Миңләхмәт улы (1958—2023) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы, тенор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
- Гәрәев Муса Ғaйса улы (1922—1987) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
- Гәрәев Мәхмүт Әхмәт улы (1923 т.) — СССР һәм Рәсәй хәрби эшмәкәре, отставкалағы армия генералы, хәрби фәндәр һәм тарих фәндәре докторы, профессор.
- Гәрәев Радик Арыҫлан улы (1956—1996) — йырсы (баритон), РСФСР-ҙың (1989) һәм БАССР-ҙың (1983) халыҡ артисы.
- Гәрәев Рафаил Закир улы (1930—2010) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (1949—2005) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000).
- Гәрәев Станислав Урал улы (1994 т.) — Рәсәй хоккейсыһы, «Салауат Юлаев» уйынсыһы.
- Гәрәев Филүс Фазлиәхмәт улы (1941—1990) — йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисы (1987).
- Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы (1928—2008) — башҡорт яҙыусыһы.
- Гәрәев Әүфәр Миңлеғәзим улы (1946 т) — географ-гидролог.
- Гәрәев Вячеслав Юрьевич (10 август 1957 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. 1991 йылдан Нефтекама ҡалаһының 1-се лицей директоры.
- Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1960 т.) — ғалим-әҙәбиәтсе, филология фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
- Гәрәева Фая Сәхип ҡыҙы (1931—2001) — йырсы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |