Гәрәев Рафаил Закир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гәрәев Рафаил Закир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Вафат булған көнө 11 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Өфө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Гәрәев Рафаил Закир улы (15 сентябрь 1930 йыл, Кесе Шаҙы ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы — 11 ғинуар 2010 йыл, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй) — 21-се төҙөлөш тресының ташсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай.

Фабрика-завод уҡыуын тамамлағандан һуң 1949 йылдан алып № 21 тресында ташсы булып эшләй.

1960 йылдан ПМК-95 ташсылар бригадиры вазифаһында эшләй. Уның әүҙем ҡатнашлығында күп кенә торлаҡ йорттар, шулай уҡ йылылыҡ энергетикаһы һәм нефтехимия, ОАО «Өфөнефтехим», «Өфөоргсинтез», Өфө ТЭЦ-3, Өфө ТЭЦ-4 кеүек мөһим объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Благовещен ҡалаһында сөй һәм арматура заводтары, Башбиохимкомбинат төҙөлә. Гәрәев етәкселеге аҫтында Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөлә, шулай уҡ күп социаль-мәҙәни һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге объекттар Илеш, Благовещен, Өфө, Асҡын райондарында ҡорола.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1971 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
  • Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Почёт билдәһе», миҙалдар менән наградлана
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Өфө ҡалаһының Хеҙмәт Даны китабына индерелә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. С. Смирнов. Гараев, Рафаил Закирович. Сайт «Герои страны».