Гәрәй (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Гәрәй — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәрәй башҡорт теленә фарсы теленән ингән исем. Ынтылыш, теләк, көслө, ҡөҙрәтле, эйәреүсе, дауам итеүсе тигән мәғәнәләргә эйә. Ир-ат исемдәре ялғауы булып та йөрөй[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (8 июль 1888 йыл — сентябрь 1922 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы Советы рәйесе. Ҡарамышевтар нәҫеленән.
Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы (10 июнь 1920 йыл — 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985) мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күгәрсен районының 1972—1978 йылдарҙағы халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.
Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы (25 август 1907 йыл — 10 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се полкы командиры. Майор. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Исхаҡов Гәрәй Усман улы (25 ноябрь 1931 йыл — 24 июнь 1997 йыл) — башҡорт журналисы, яҙыусы-драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йософ Гәрәй, Гәрәев Йософ Ибраһим улы (7 март 1904 йыл — 22 март 1988) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәрәй (Балтас районы) (рус. Гарейка) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл.
Гәрәй (Ҡалтасы районы) (рус. Гареевка) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл.
Юғары Гәрәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына инә.
Түбәнге Гәрәй (Иҫке Гәрәй; татар. Түбән Гәрәй, рус. Верхнее Карачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәрәй (йылға) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Тере Танып йылғаһы ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 73 км, бассейн майҙаны — 886 км².
Гәре (Гәрәй ҡушылдығы) (рус. Гари (устар. Томба)) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Гәре ике йылға — Ҡажматыйылға һәм Ереклейылға ҡушылған ерҙән баш ала. Йылға Гәрәй йылғаһының һул ярына тамағынан 65 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.
Гәрә (гәрәле, гәрәй) — башҡорт ҡәбиләһе. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |