Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гөлшат Әхмәтҡужина
Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина
Тыуған көнө:

28 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Юлдаш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург

Премиялары:

Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия (2006)

Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы (28 февраль 1951 йыл) — журналист, шағир һәм драматург. 1981 йылдан республика матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Юлдаш ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуған.

Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда уңышлы тамамлай.

Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» республика гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист һәм публицист итеп таныта.

Әҙәбиәткә ХХ быуаттың 80-се йылдарында килә. Фәһемле һәм хисле шиғырҙары, эстәлекле проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танлыу яулай. Авторҙың лирик геройҙары эскерһеҙ һәм хискә бай булып күҙаллана. Әҫәрҙәре изге күңелле, бай ваҡиғалар менән һуғарылған, көслө рухлы һәм кешелекле шәхестәрҙе данлай, башҡаларҙы ла улар кеүек булырға өндәй.

«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.

Гөлшат Әхәмәтҡужина — утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» пьесаһы Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектаклдәр ҡуя.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көмөш ҡарҙар: шиғырҙар. Өфө: Башкнигоиздат, 1981.
  • Юғалған хазина. Хикәйәләр. Башкнигоиздат, 1987.
  • Ғүмерем таңдары: шиғырҙар. Башкнигоиздат, 1990.
  • Һуңлаған яҙ: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2005.
  • Әсе балан тәме: пьесалар. Өфө: Китап, 2011.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]