Эстәлеккә күсергә

Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гүзәл Наил ҡыҙы Сөләймәнова битенән йүнәлтелде)
Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 июнь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балет артисы
Уҡыу йорто Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы (10 июнь 1979 йыл) — Рәсәй балет артисы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм атҡаҙанған (1998) артисы. халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2000) лауреаты.

Гүзәл Наил ҡыҙы Сөләймәнова 1979 йылдың 10 июнендә Өфө ҡалаһында табип һәм журналист ғаиләһендә тыуған. Башланғыс кластарҙы 20-се башҡорт гимназияһында уҡый. Кескәй генә йәшендә «Ләйсән» балет студияһында шөғөлләнә башлай.

1997 йылда Башҡорт хореография училищеһын Л. Шапкина класы буйынса тамамлай. Училищела уҡыған йылдарында уҡ танылған хореограф Шамил Тереғолов уны Башҡорт опера һәм балет театры спектаклдәренә йәлеп итә. Шулай итеп, үҫмер Гүзәл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы составында 1994 йылдан сығыш яһай башлай, ә 1997 йылдан театрҙың әйҙәүсе яңғыҙ башҡарыусыһы — солисы булып китә.

Өфө ҡалаһында йыл һайын уҙғарылған Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә күп тапҡыр ҡатнаша. К. Пакетт (Grand Opera), Р. Рыкин (Бостон балет компанияһы), П. Москвито (Дрезден балет труппаһы), Д. Тамазлакару (Staatsballet Берлин театры), А. Евдокимов, Константин Иванов, М. Ивата (Ҙур театр) кеүек күренекле балет метрҙары менән дуэтта бейей.

2003 йылда «педагог-хореограф» һөнәре буйынса Ҡаҙан мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.

2004 йылда Гүзәл Сөләймәнованың 25 йәше тулыуына һәм ижади эш башлауына 10 йыл тулыуына бағышлап, Л. Минкустың «Баядерка» балеты ҡуйыла, һәм балерина унда Никия партияһын башҡара.

2005 йылда Ҡаһирәнең Cairo opera house театрының етәкселеге саҡырыуы буйынса, «Дон Кихот» һәм «Щелкунчик» премьера спектаклдәрендә сығыш яһаны.

2008 йылда Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында Франциялағы ЮНЕСКО ойошмаһының штаб-фатирында үткән сәнғәт оҫталары гала-концертында сығыш яһай.

  • Лиза (П. Гертель «Тщетная предосторожность»)
  • Сильфида (Х. Левенсхольд «Сильфида»)
  • Жизель, Па-де-де (А. Адан «Жизель»)
  • Анель, Франциска, Вакханка (И. Штраус «Голубой Дунай»)
  • Вариация (Л. Минкус «Пахита»)
  • Китри, Жуанита һәм Пиккилия, Видение Китри, Вторая вариация (Л. Минкус «Дон Кихот»)
  • Никия, Гамзатти (Л. Минкус «Баядерка»)
  • Вакханка (Ш. Гуно «Вальпургиева ночь»)
  • Седьмой вальс и мазурка, Прелюд, Сильфида («Шопениана»)
  • Одетта-Одиллия, Итальянская невеста, Друзья принца (П. Чайковский «Лебединое озеро»)
  • Аврора, Принцесса Флорина, Фея Нежности, Фея Щедрости, Фея Бриллиантов (П. Чайковский «Спящая красавица»)
  • Мари, Китайская кукла, Испанская кукла, Русская кукла (П. Чайковский «Щелкунчик»)
  • Мария (Б. Асафьев «Бахчисарайский фонтан»)
  • Джульетта (С. Прокофьев «Ромео и Джульетта»)
  • Золушка, Русский танец (С. Прокофьев «Золушка»)
  • Кармен (Ж. Бизе — Р. Щедрин «Кармен-сюита»)
  • Зәйтүнгөл, Маленькие журавли (Л. Степанов, З. Исмәғилев «Сыңрау торна»)
  • Гюльджан (Л. Исмәғилева «Хужа Насретдин»)
  • Йондоз, Эрке (Л. Исмәғилева «Аркаим»)
  • Бекки Тэтчер (П. Овсянников «Том Сойер»)

Концерт номерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Па-де-де (А. Адан «Корсар»)
  • «Классическое па-де-де» (муз. П. Чайковского)
  • Па-де-де (П. Чайковский «Щелкунчик», хореография Р. Нуреева)
  • Па-де-де Дианы и Актеона (Ц. Пуньи, С. Василенко «Эсмеральда»)
  • Па-де-де (Б. Асафьев «Пламя Парижа»)
  • «Элегия» (муз. С. Рахманинова, хореография В. Усманова)
  • «Мираж» (муз. П. Даллио, хореография А. Пепеляева)

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһы составында АҠШ-ҡа (1995), Италияға (2000, 2003), Голландияға (1995), Мысырға (2003, 2005), Португалияға (2005, 2007), Таиландҡа (2006, 2008), Бразилияға (2007) гастролдәргә сыҡты.

Шәхси ангажементы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр (2005), Греция (2008), Ҡытай (2008, 2009, 2010), АҠШ (2009), Гватемала (2009), Испания (2010).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998)
  • Киевта уҙған Серж Лифарь исемендәге Халыҡ-ара балет артистары конкурсы лауреаты (II премия һәм көмөш миҙал; 1999)
  • Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999)
  • Будапешта үткән Р. Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет артистары конкурсы дипломанты (2000)
  • Ҡаҙанда уҙғарылған Халыҡ-ара балет артистары конкурсы дипломанты («Грациялығы өсөн» махсус призы; 2001)
  • Астанала уҙған «Шабыт» («Илһам») Халыҡ-ара ижади йәштәр конкурсы лауреаты (I премия; 2003)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
  • Пермь ҡалаһында үткән «Арабеск» Халыҡ-ара балет артистары конкурсы дипломанты («Башҡорт һәм татар халыҡтвры мәҙәниәтенә индергән өлөшө һәм халыҡ-ара конкурста милләтте лайыҡлы күрһәткәне өсөн» махсус премияһы; 2004)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007)
  • «Башҡортостан Республиканың балет сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, «Лебединое озеро» балетында Одетта-Одилия ролен, «Ромео и Джульетта»ла Джульетта, «Арҡайым»да Йондоҙ, «Баҡсаһарай фонтаны»нда Марияны, төп ролдәрҙе, ҙур оҫталыҡ менән башҡарғаны өсөн, әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге әҫәрҙәр өсөн тапшырыла торған Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008)[1][2][3].
  1. УКАЗ Президента РБ от 27.09.2008 N УП-532 «О ПРИСУЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫХ ПРЕМИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ИМЕНИ САЛАВАТА ЮЛАЕВА 2008 ГОДА В ОБЛАСТИ ЛИТЕРАТУРЫ, ИСКУССТВА И АРХИТЕКТУРЫ»
  2. Официальная публикация в СМИ: «Республика Башкортостан», № 189 (26673), 30.09.2008, «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан», 05.11.2008, № 21 (291), ст. 1240
  3. Республика Башкортостан//ОФИЦИАЛЬНО :Указ Президента Республики Башкортостан. О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева 2008 года в обл … 2015 йыл 23 ғинуар архивланған.