Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлназ Радик ҡыҙы Ғөбәйҙуллина битенән йүнәлтелде)
Гөлназ Ғөбәйҙуллина
Тыуған көнө

14 февраль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (32 йәш)

Тыуған урыны

Яңы Уренгой ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

 Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы Викимилектә

Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (14 февраль 1992 йыл) — бишалыш менән шөғөлләнеүсе Рәсәй спортсыһы, Рио-де-Жанейро олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, заманса бишалыш буйынса донъя чемпионы (2017).

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлназ Ғөбәйҙуллина 1992 йыл 14 февралендә Ямал-Ненец автономиялы округының Яңы Уренгой ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе сығышы менән Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Кинйәкәй ауылынан.

Ун йәшендә ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә. Башта ҡыҙ йөҙөү менән шөғөлләнә, ә 11 йәшендә бишбәйгегә күсә. 2003 йылдан башлап 2014 йылғаса Өфө тренеры Игорь Шохов етәкселегендә шөғөлләнә.

Гөлназ Ғөбәйҙуллина күп тапҡыр бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеп сыҡты йә призлы урындар алды. Ул үҫмерҙәр араһында Йәйге Олимпия уйындарында награда яулаған берҙән-бер Рәсәй спортсыһы булды. 2010 йылда шәхси зачетта «бронза» яуланы[1].

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1 Алтын — 2017 йылда Донъя чемпионаты — 1 урын
  • Халыҡ-ара заманса бишалыш союзының (UIMP) башҡарма комитеты ултырышы йомғаҡтары буйынса донъяның иң яҡшы бишалышсыһы тип Гөлназ Ғөбәйҙуллина таныла[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]