Гөлшат Әхмәтҡужина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Гөлшат Әхмәтҡужина
Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина
Тыуған көнө:

28 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы, Юлдаш ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург

Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы Әхмәтҡужина (28 февраль 1951) — шағир, драматург. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гөлшат Әхмәтҡужина Әбйәлил районы Юлдаш ауылында 1951 йылдың 28 февралендә тыуған.

Урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1975 йылда уңышлы тамамлай.

Оҙаҡ йылдар «Совет Башҡортостаны» республика гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. Үҙен һәләтле журналист һәм публицист итеп таныта.

Әҙәбиәткә ХХ быуаттың 80-се йылдарында килә. Фәһемле һәм хисле шиғырҙары, эстәлекле проза әҫәрҙәре, тәрән фекерле драма әҫәрҙәре менән танлыу яулай. Авторҙың лирик геройҙары эскерһеҙ һәм хискә бай булып күҙаллана. Гөлшат Әхмәтҡужинаның әҫәрҙәре изге күңелле, бай ваҡиғалар менән һуғарылған, көслө рухлы һәм кешелекле шәхестәрҙе данлай, башҡаларҙы ла улар кеүек булырға өндәй.

«Юғалған хазина» (1987) китабы балаларға арнала. Унда автор үҫмерҙәрҙең бай һәм ҡыҙыҡлы донъяһын, бала саҡтағы дуҫлыҡ хистәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын үҙенсәлекле образдар аша асып бирә.

Г.Әхәмәтҡужина - утыҙҙан ашыу пьеса авторы. 2009 йылда «Әсе балан тәме» пьесаһы Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге драма әҫәрҙәре конкурсында икенсе урын яулай.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры уның пьесалары буйынса бик күп спектаклдәр ҡуя.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Көмөш ҡарҙар: шиғырҙар. Өфө: Башкнигоиздат, 1981. Башҡ.
  • Яҙҙар ҡайтыр: шиғырҙар. Башкнигоиздат, 1985. Башҡ.
  • Юғалған хазина. Хикәйәләр. Башкнигоиздат, 1987. Башҡ.
  • Ғүмерем таңдары: шиғырҙар. Башкнигоиздат, 1990. Башҡ.
  • Һуңлаған яҙ: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2005. Башҡ.
  • Әсе балан тәме: пьесалар. Өфө: Китап, 2011. Башҡ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]