Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы
Дамир Шәрәфетдинов | |
Исеме: |
Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Дамир Шәрәфи |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
21 февраль 2020 (54 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, журналист, тәржемәсе |
Ижад йылдары: |
1993 — |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Икеләнеү» (шиғыр йыйынтығы, 1993). |
Премиялары: |
Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2012) |
Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы (Дамир Шәрәфи — псевдоним; 29 май 1965 йыл — 21 февраль 2020 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе[1]. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Көмбә ауылында тыуған.
- 1982 йылда Инйәр урта мәктәбен тамамлай.
- 1987 йыл — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Орёл өлкәһенә зоотехник итеп эшкә ебәрелә.
- 1989 йылдан — журналистикала: Белорет районының «Урал» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, «Йәшлек», «Шоңҡар», «Аманат», «Тамаша», «Сельские узоры» республика баҫмаларында яуаплы секретарь вазифаларын башҡара.
һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе.
Әҙип 2020 йылдың 21 февралендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өсөнсө мөҙҙәт Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең шиғриәт секцияһы секретаре вазифаһын башҡара.
- Ике йыл Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһының ижади советы ағзаһы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙы
- Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары идаралығының Маҡтау ҡағыҙы
- Башҡортостандың Мәғариф отличнигы
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып «Стихи.ру» интернет-порталында үҙ битен булдыра, электрон шиғыр китабы сығара.
- Төрки телле шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеү буйынса «Аҡ торна» халыҡ-ара конкурс лауреаты (2011)
- Күп һанлы республика баҫмаларының йыл лауреаты
- Башҡорт авторҙарының проза әҫәрҙәренең руссаға тәржемәләре төрлө Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулай ..
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Икеләнеү». Шиғырҙар. — Өфө, «Китап», 1993.
- «Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар». Шиғырҙар. — Өфө, 2003.
- «Йәшел байлыҡ. Аяҡ аҫтындағы ризыҡ». — Өфө, «Китап», 2012.
- «Таулы төбәк — беҙҙең төйәк. Иҙел башы тураһында бәйән». — Өфө. 2013.
- «Көн башы һуҡмаҡтары. Тропинки рассвета». Башҡортса-русса. Повесть. — Өфө, «Инеш». 2015.
- «Төнгө усаҡ». Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, «Китап», 2015.
- «Инйәр улы». Шиғырҙар. -Өфө, Китап, 2022 (вафатынан һуң).
Әҙип ваҡытлы матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В Белорецком районе чествовали поэта, писателя, журналиста Дамира Шарафутдинова. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 5 октябрь
- «Инйәр улы» китабы тураһында «Ашҡаҙар» радиоһындағы «Беҙҙең донъя» тапшырыуы яҙмаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Материалы по подготовке и проведению Форума переводчиков художественной литературы с языков РФ 2016 йыл 13 ғинуар архивланған. (рус.)
- ↑ Өфөлә шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов 54 йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 21 февраль (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2020)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2020)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фаизов А. В Белорецком районе чествовали поэта, писателя, журналиста Дамира Шарафутдиноваdate=2015-10-5 . «Башинформ». Дата обращения: 17 декабрь 2015.
- Авторы Мегалита региона Республика Башкортостан: Шарафутдинов Дамир . Мегалит. Евразийский журнальный портал. Дата обращения: 17 декабрь 2015.
- Авторы «Бельских Просторов»: Шарафутдинов Дамир . «Бельские просторы» журналының сайты. Дата обращения: 17 декабрь 2015.(недоступная ссылка)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 29 майҙа тыуғандар
- 1965 йылда тыуғандар
- Белорет районында тыуғандар
- 21 февралдә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан шағирҙары
- Башҡортостан журналистары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Шоңҡар» журналы хеҙмәткәрҙәре
- XX быуат журналистары
- XXI быуат журналистары