Дауыт Йәналин
Дауыт Йәналин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны |
Катайская волость[d] Дауыт |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Асыу датаһы | 1762 |
Дауыт Йәналин (18-се быуаттың сиреге — 1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, старшина, марганец мәғдәнен табыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауыт Йәналин — Нуғай даруғаһы Ҡатай улусының старшинаһы. 1830 йылдар картаһында күрһәтелгән хәҙер бөткән Дауыт ауылы башҡорто. Дауыт ауылы Оло Инйәр йылғаһының һул яҡ ярындағы Ҡыҙылъяр ауылына яҡын булған[1].
Дауыт Йәналин батша властарына теләктәш булған. 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын хупламай. 1759 йылдың февралендә үҙ улусының һәм күрше Тамъян улусы халыҡтарының ризаһыҙлығын, йәшерен йыйылыштарын властарға хәбәр итеп торған.Батырша болаһы алдынан да ул Тамъян башҡорттарының сыуалыштары тураһында губернаторға еткереп торған[2].
Старшина Дауыт Йәналинды Ырымбурға саҡырталар һәм уны һаҡ аҫтына ҡуялар.
1759 йылдың сентябрь айында ул һаҡ аҫтынан ҡотола. Халыҡты аяуһыҙ иҙеүе һәм бөлдөрөүе арҡаһында, күп ялыуҙар нигеҙендә старшиналыҡтан төшөрөлә. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында баш күтәреүселәр отрядына етәкселек иткән.
1774 йылдың июнендә уның отряды Өфө провинцияһының Чесноковка ауылы янында А. Я. Якубович етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Марганец табыуҙың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең яҙмышын еңеләйтергә теләпме, Дауыт Йәналин һаҡта торған унтер-офицерға көмөш мәғдәнен табыуын хәбәр итә, ятҡылыҡтың урынын да әйтә. Көмөш тип аталған был ҡаҙылма ике урында:береһе — Үрге Яйыҡ пристаненән (һуңынан Верхнеуральск нығытмаһы) 40 саҡрым , икенсеһе Иҫәт провинцияһынан Шуково ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була[2]. |
Медицина докторы Редер мәғдәнде тикшерә һәм унда бик аҙ миҡдарҙа көмөш барлығын асыҡлай. Был турала Берг-коллегияға хәбәр итә.
1762 йылда ул был ҡаҙылма байлыҡҡа икенсе тапҡыр тикшереү үткәрә. Доктор Редер мәғдән составында көмөштән башҡа марганец һәм ҡурғаш булыуын асыҡлай[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирские старшины — Емельян Пугачёв. Даут Еналин
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Әнүәр Әсфәндиәров. «Олатайҙарҙың бар тарихы». — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 85-се б.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауыт Йәналин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башкирские старшины — Емельян Пугачёв. Даут Еналин
- Әнүәр Әсфәндиәров. «Олатайҙарҙың бар тарихы». — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 85-се б.