Дачиев Хансолтан Сапай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
200px
Тыуған ваҡыты

12 декабрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Чечен автономиялы өлкәһе, Герзель-Аул ауылы (хәҙер Гудермес районы),,

Үлгән ваҡыты

2001({{padleft:2001|4|0}})

Вафат урыны

Гудермес, Рәсәй Чечен Республикаһы,

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғәскәр төрө

пехота

Хеҙмәт итеү йылдары

19411946

Хәрби звание

Ҡалып:СССР, кесе лейтенант

Вазифа

кавалерия разведкаһы взводы командиры

Хәрби алыш/һуғыш
Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Хансолтан (Хансолта) Сапай улы Дачиев (1922 йылдың 12 декабрендә, СССР РСФСР, Чечен автономиялы өлкәһе Гудермес районы Герзель-Аул ауылында тыуған — 2001 йылдың майында Рәсәй, Чечен Республикаһы, Гудерместа вафат булған — Совет Армияһының кесе лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, кавалерия разведка взводы командиры, Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Советтар Союзы Геройы Хансолтан Дачиев. Дан мемориалындағы (Грозный) барельеф.

Хансолтан Дачиев 1922 йылдың 12 декабрендә Герзель-Аул (хәҙер — Чечня, Гудермес районы) ауылында крәҫтиән. ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә биш синыф тамамлай. Ауыл советы секретары булып эшләй. 1941 йылда Дачиев Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылдың июненән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылдың сентябренә гвардия ҡыҙылармеецы Хансолтан Дачиев Үҙәк фронт 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы разведчигы. Днепр өсөн һуғыштар барышында айырыуса батырлыҡ күрһәтә[1].

1943 йылдың 23 сентябренән 24 сентябргә ҡаршы төндә Дачиев иптәштәре менән Белорус ССР-ы. Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһы аша сыҡҡан. Көнбайыш ярҙа ул ике саҡрымға тиклем тәрәнлеккә инеп дошман оборонаһына разведка яһап, ә һуңынан, дошмандың көслө ут асыуына ҡарамаҫтан, ҡиммәтле разведка мәғлүмәтен полк штабына уңышлы еткерә. Дачиевтың ҡыйыу хәрәкәте 1943 йылдың 26 сентябрендә бөтә дивизияға бик тиҙ генә Днепр йылғаһы аша сығыу мөмкинлеген биргән[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарында сыҡҡан Указы өсөн «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн булған гвардия ҡыҙылармеецы Дачиев Хансолтан, Ленин ордены һәм 3201 һанлы «Алтын йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[1].

1944 йылда Дачиев Новочеркасск кавалерия училищеһын тамамлай. Ҡылыссы, һуңынан уҡсы взводы командиры була. Берлинды штурмлауҙаҡатнаша. 1946 йылда кесе лейтенант дәрәжәһендә Дачиев запасҡа сыға. Ҡырғыҙ ССР-ы Ош өлкәһендәге Джалал-Абад ҡалаһында йәшәгән[1].

Сауҙа өлкәһендә эшләгән. 1952 йылда Лаврентий Берияға чечен халҡын аҡлау буйынса үтенес хаты яҙа. Өҫтөнә аҡса сығыуҙа растрата ғәйепләп, уны 20 йылға төрмәгә ултырталар. Ҡулға алғанда уның бөтә наградалары менән уның парад костюмын алып китәләр [2]. СССР Юғары Советы Президиумының 1955 йылдың 24 май Указы менән Дачиев Хансолтанды Советтар Союзы Геройы исеменән мәхрүм итәләр[1].

Свердловск өлкәһендә Востоклагата бер нисә йыл ултыра. Чечен-Ингуш АССР-ының Эске эштәр министрлығында эшләгән Мәүлид Алерой улы Висаитов Геройҙы ярлыҡау тураһында үтенес хаты яҙа, һәм Дачиевты иреккә сығаралар. 1985 йылдың 21 авгусында Михаил Горбачевҡа, хат яҙғандан һуң ғына, Дачиев Советтар Союзы Геройы исемен һәм наградаларын кире ҡайтара алған.

Икенсе чечен һуғышы осоронда Думаның үҙ теләге менән ҡорал һалыусылар амнистияға эләгеүе тураһында ҡарар сыҡҡас, Дачиев шул ҡарарҙы постановление тотоп, боевиктарҙы хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыуға саҡырҙы. Йөҙҙән ашыу кеше уның саҡырыуына ҡолаҡ һалды [2].

Ике инфаркт кисерә. Һуңғы йылдарҙа Гудерместа йәшәй. 2001 йылдың майында вафат була[1].

Тағы ла 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, шулай уҡ бер нисә миҙал менән бүләкләнгән[1].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яҙыусы Хужәхмәд Берсанов Хансолтан Дачиев яҙмышына арнап «Ҡорос осҡон» китабын яҙған[3].
  • Хансолтан Дачиев исемендәге урамдар Грозный[4], Гудермес[5] ҡалаларында, Энгель-Юрт[6] һәм Джалка[7], Ойсхара[8] ҡасабаларында һәм Чечен Республикаһының башҡа тораҡ пункттарында бар.
  • Грозный ҡалаһындағы Әхмәт Ҡадиров исемендәге Дан Мемориалында Хансолтан Дачиевтың барельефы ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Дачиев Хансолтан Сапай улы. «Герои страны» сайты.
  2. 2,0 2,1 Васенина
  3. Ушел из жизни народный писатель Чечни Хож-Ахмед Берсанов. grozny-inform.ru. Информационное агентство «Грозный-информ» (2018-03-24). 1 апрель 2018 тикшерелгән.
  4. Россия, Чеченская Республика, Грозный, улица имени Х. Ч. Дачиева. yandex.ru/maps. 27 июнь 2017 тикшерелгән.
  5. улица Дачиева на карте Гудермеса. mapdata.ru. 27 июнь 2017 тикшерелгән.
  6. Почтовый индекс улица Дачиева, с. Энгель-юрт, Гудермесский р-н. index.kodifikant.ru. 27 июнь 2017 тикшерелгән.
  7. село Джалка улица Дачиева. addsmap.ru. 27 июнь 2017 тикшерелгән.
  8. улица Дачиева в поселке городского типа Ойсхар на карте. addressmap.org. 27 июнь 2017 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская — Уфа, 1999.
  • Слава башкирских конников — Уфа: Китап, 2005.
  • Муса Гешаев. Знаменитые чеченцы — М.: Мусаиздат, 2006. — Т. 4. — Б. 594—633. — 708 б. — 2000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]