Демичева Раиса Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Демичева Раиса Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Константиновка, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Дорошевка, Дәүләкән районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Демичева Раиса Николаевна (20 ғинуар 1928 йыл — 9 август 1995 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1963—1978 һәм 1981—1987 йылдарҙа Дәүләкән районының «Коммунар» колхозы бригадиры. РСФСР-ҙың туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Раиса Николаевна Демичева 1928 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Константиновка ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда Дәүләкән районының «Новый быт» колхозында башлай. 1951—1953 йылдарҙа «Дружба» колхозында сусҡа ҡараусы булып эшләй. 1953—1968 йылдарҙа — «Коммунар» колхозында комплекслы бригада бригадиры, 1968—1969 йылдарҙа — колхозсы, клуб мөдире, 1969 йылда ҡабат Дәүләкән районының «Коммунар» колхозы комплекслы бригадаһын етәкләй.

Колхоздың комплекслы бригадаһы бригадиры булып эшләгәндә, Р. Н. Демичева малсылыҡ һәм игенселек культураһын күтәреү мәсьәләһенә, ауыл хужалығы ерҙәренең һәр гектарын рациональ ҡулланыуға ҙур иғтибар бүлә. Фән, техника һәм алдынғы тәжрибә ҡаҙаныштарын киң ҡулланып, ауыл хужалығы эштәрен юғары агротехник кимәлдә үткәреп, Р. Н. Демичева етәкләгән бригада ауыл хужалығы культураларынан йылдан-йыл юғары уңыш алыуға өлгәшә, һигеҙенсе биш йыллыҡ осоронда (1966—1970) планда ҡаралған 48 219 центнер урынына 69 936 центнер иген етештерә һәм дәүләткә планда ҡаралған 24 000 центнер урынына 38 051 центнер иген һата.

1969 йылда иген культураларының уңышы гектарынан 20 центнерҙан артып китә, ферма буйынса һәр фураж һыйырынан 3126 килограмм һөт һауыла, һәр тауыҡтан 152 йомортҡа алына. 1970 йылда бригада дәүләткә план буйынса 5 000 центнер урынына 9111центнер иген һата, һөт — план буйынса 2 233 центнер урынына 3 531 центнер һатыла. Биш йыл эсендә һәр һыйырҙан уртаса һауым план буйынса 2 125 килограмм урынына 2 858 килограмм тәшкил итә, ә 1970 йылда һәр һыйырҙан 3 217 килограмм һөт һауыла. Р. Н. Демичеваның хеҙмәте һәм ул етәкләгән бригада эше, «Коммунар» колхозына 1966—1970 йылдарҙа иген етештереү буйынса бирелгән планды 130 процентҡа, ит етештереү планын — 120 процентҡа, һөттөкөн — 112 процентҡа, йомортҡаны — 140 процентҡа һәм һатыу буйынса ярашлы рәүештә 135, 119, 112, 158 процентҡа үтәргә булышлыҡ итә.

Ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу буйынса биш йыллыҡ планды үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, 1971 йылдың 8 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән, Р. Н. Демичеваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1978 йылдан алып 1983 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Башҡортостандың Дәүләкән районы Сергиополь ауыл Советы рәйесе булып эшләй.

1995 йылдың 9 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дәүләкән районының Дорошевка ауылында Р. Н. Демичева йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]