Джанашиа Симон Николаевич
Джанашиа Симон Николаевич | |
груз. სიმონ ჯანაშია | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Закавказская демократическая федеративная республика[d] Грузия Демократик Республикаһы[d] СССР |
Тыуған көнө | 26 июль 1900 |
Тыуған урыны | Макванети[d], Кутаиси губернаһы[d], Озургетский уезд[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 5 ноябрь 1947 (47 йәш) |
Вафат булған урыны | Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР |
Ерләнгән урыны | Мтацминда[d] |
Һөнәр төрө | тарихсы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Тбилисси дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | Тбилисси дәүләт университеты[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] һәм Национальная академия наук Грузии[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Джанашиа Симон Николаевич Викимилектә |
Симон Николаевич Джанашиа (шулай уҡ Джанашия; груз. სიმონ ნიკოლოზის ძე ჯანაშია) (26 июль 1900 йыл[1], Кутаиси губернаһының Озургет өйәҙе Макванети ауылы — 15 ноябрь 1947 йыл, Тбилиси) — грузин тарихсыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Грузин ССР-ы Фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның академигы, тарих фәндәре докторы, профессор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Симон Джанашиа 1900 йылдың 26 июлендә (башҡа сығанаҡтар буйынса — 18 ноябрҙә[2]) Макванети ауылында (Гурия) тыуа. Билдәле грузин педагогы, этнограф һәм йәмәғәт хәйриәсеһе Николоз Джанашияның (1872—1918) улы була.
1922 йылда Симон Джанашиа Тбилиси дәүләт университетын тамамлай (беренсе сығарылыш). 1924—1947 йылдарҙа ошо университетта уҡытыусы (1924—1930), профессор ярҙамсыһы (1930—1935) һәм профессор (1935—1947) була. 1936 йылда Джанашиа СССР Фәндәр академияһы Грузин филиалы Тарих, тел һәм матди мәҙәниәт институтының директоры итеп тәғәйенләнә.
1941 йылда Грузин ССР-ы Фәндәр академияһын нигеҙләгән саҡта уның ғәмәли ағзаһы итеп һайлана. 1941—1947 йылдарҙа Академияның вице-президенты була. 1943 йылда Джанашиа СССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана.
1940-сы йылдарҙа Джанашиа Мцхетала һәм Армазиҙа (Көнсығыш Грузия) археологик ҡаҙыныуҙар ойоштороусыларҙың береһе була.
Симон Джанашиа 1947 йылда Тбилисиҙа вафат була, Мтацминда пантеонында ерләнә.
СССР-ҙа академик Джанашиа исеме Грузия Дәүләт музейына бирелә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Симон Джанашианың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарының төп йүнәлештәре:
- грузин һәм башҡа пиреней-кавказ халыҡтарының этногенезы
- Грузияла һәм Кавказда феодализмдың генезисы
- боронғо Грузия тарихы
- боронғо Грузия археологияһы
- Иберия Һәм Колхети (Колхида) батшалыҡтары тарихы
- Грузияла христианлыҡ тарихы
- Грузия һәм Кавказ тарихы буйынса сығанаҡтар
- грузин, сван, абхаз, адыгей һәм башҡа телдәр.
Джанашиа — 100-ҙән ашыу ғилми-тикшеренеү эше авторы (улар араһында — унлап монография). 1949—1968 йылдарҙа Тбилисиҙа уның хеҙмәттәренең йыйынтығы баҫылып сыға.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)
- миҙалдар
- беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1943)
- икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1947) («История Грузии с древнейших времён до начала XIX века» (1946) тигән ғилми хеҙмәте өсөн).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Симон Джанашиа (1900—1947). Биобиблиография, Тбилиси, 1976 2015 йыл 13 сентябрь архивланған. на сайте Национальной академии наук Грузии
- ↑ Джанашиа Симон Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Симон Джанашиа», Тбилиси, 1948 (на грузинском).
- Шота Месхиа. «Выдающийся исследователь истории Грузии», Тбилиси, 1960 (на грузинском).
- Симон Джанашиа (1900—1947). Биобиблиография, Тбилиси, 1976 (на грузинском, английском и русском языках).
- 26 июлдә тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 5 ноябрҙә вафат булғандар
- 1947 йылда вафат булғандар
- Тбилисиҙа вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Тарих фәндәре докторҙары
- СССР тарихсылары
- Алфавит буйынса шәхестәр