Эстәлеккә күсергә

Шакиров Йыһандар Таһир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Джигандар Тагирович Шакиров битенән йүнәлтелде)
Шакиров Йыһандар Таһир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Текән, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 май 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре кандидаты[d]
Ғилми етәксе Таранов, Георгий Филиппович[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Шакиров Йыһандар Таһир улы (23 июнь 1914 йыл — 6 май 2006 йыл) — СССР, Рәсәй һәм Башҡортостандың умартасы-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), биология фәндәре кандидаты (1967), доцент (1968). РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).

Йыһандар Таһир улы Шакиров Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Текән ауылында тыуған. Йоматау зоотехникумын (1937) һәм К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1950) тамамлаған. Умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһында профессор Г. Ф. Тарановта уҡый.

1939-46 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яралана, хәрби наградалар менән билдәләнгән. Һуғыштан һуң күп йылдар Йоматау ауыл хужалығы техникумында умартасылыҡ буйынса уҡыта.

Башҡортостан Республикаһының Балтас, Иглин һәм Шаран райондары мәктәптәрендә (1931—1939) уҡытыусы; Йоматау ауыл хужалығы техникумында уҡытыусы һәм завуч (1946—1963); 1963 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытыусы булып эшләй. Умартасылыҡ кафедраһының беренсе мөдире 1963—1979, уны ойоштороусы[1].

1967 йылда Ҡазан дәүләт ветеринар институтында «Урындағы бал ҡорттарын Башҡорт АССР-ының колхоз һәм совхоздарында тоҡом маҡсатында ҡулланыу» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (01.08.1986)[2]
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1985)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980)
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы.

80-гә яҡын фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт авторы. 1938 йылда «Умартасылыҡ» журналында (№ 10) «Мин нисек уҡытам» исемле беренсе мәҡәләһе баҫылып сыҡҡан.

  • Й. Шакиров «Умартасылыҡ буйынса белгестәр әҙерләү». М.: СССР ауыл хужалығы министрлығы, 1980.
  • Й. Шакиров «Башҡортостан умартасылығы». 2. баҫма. Өфө: Башкнигоиздат, 1992.
  1. Башкирский государственный аграрный университет. Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 28 ғинуар 2013 года.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө, 2006.
  • Башкортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы. 1996.