Эстәлеккә күсергә

Диваев Рәшит Мансур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Диваев Рәшит Мансур улы
Тыуған көнө

12 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы) Туҡай ауылы

Вафат булған көнө

7 сентябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Дүртөйлө ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

агроном

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены  — 1966

Диваев Рәшит Мансур улы (12 ғинуар 1929 йыл7 сентябрь 2010 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960—1995 йылдарҙа Ауырғазы районы «Октябрь» колхозы агрономы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1981). Райондың почётлы гражданы.

1947—51 йылдарҙа Өфө паровоздар ремонтлау заводында эшләй. 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлай.

1954 йылдан алып Ауырғазы районында: башта — «Ленин юлы» колхозы рәйесе урынбаҫары, 1960—95 йылдарҙа «Октябрь» колхозы агрономы. Ул эшләгән осорҙа хужалыҡ юғары уңыш алыуға өлгәшә: иген культуралары һәр гектарҙан — 24,8 центнер, шәкәр сөгөлдөрө — 281, картуф — 150, кукуруздың йәшел массаһы 240 центнер йыйып алына (1970).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.